Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ул урманды һаҡлай
Ул урманды һаҡлай Урман хужалығында бихисап һөнәр эйәләре бар. Улар араһында тракторсының да файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Ҡорос аттың һәр саҡ сафта булыуы, тәғәйенләнгән ергә ваҡытында етеп, бурысты үҙ мәлендә теүәлләүе мөһим.


“Көньяҡ Урал” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы тракторсыһы Альберт Ғизәтуллинды яҡын тирәләге ауылдарҙа белмәгән кеше һирәктер. Ул сығышы менән Балаҡатай районының Аҙнаҡай ауылынан. Мәктәптән һуң райондағы һөнәрселек училищеһында белем ала.
Тәүҙә егеткә төрлө урында эшләргә тура килә, бер аҙ комбайнда иген урырға ла өлгөрә. Әрмелә йөрөп ҡайтҡас, Өфөгә килеп “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына эшкә урынлаша. Бында ул ҡар таҙартыу техникаһында эшләй. Ошонда буласаҡ тормош иптәше Айгөл менән таныша. Күпмелер ваҡыттан һуң улар ҡыҙҙың тыуған ауылына ҡайтып йәшәй башлай.
Йәш тракторсы “Көньяҡ Урал” ҡурсау­лығына эшкә килә. Бына-бына ҡыш башланырға тора. Техника ене ҡағылған егет шунда уҡ ең һыҙғанып эшкә тотона. Тракторҙарҙы һалҡын миҙгелгә әҙерләп бөтә, башҡа шоферҙарға ла төрлө ремонт эштәрендә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Йәйен Рәүәт ауылы тирәһендәге юлдарҙы төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнаша. Шуға ла урындағы оло быуын кешеләренән Альбертҡа ҡарата әйтелгән рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишетергә тура килә. Сәсеү эштәре башланһа, Альберт тоғро дуҫы “Беларусь” менән ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре күпләп йәшәгән Инйәр, Рәүәт, Манышты ауылдарына картуф баҡсаларын һөрөргә юллана.
– Һәр эштең үҙ нескәлеге бар, ерҙе маҡтап, яратып эшкәртергә кәрәк, тик шул саҡта ғына ул мул уңыш бирә, – ти Альберт Нуриман улы.
Баҡса мәшәҡәттәре бөткәс, урмандарға янғын хәүефе янай башлай. Тракторсы егет ауылдар, юлдар һәм урмандар тирәләй махсус һыҙаттар һөрөү менән мәшғүл була. Янғындар мәлендә иһә дәүләт инспекторҙары менән бер рәттән тау-таш араһында ут һүндерергә лә өлгөрә. Йыл да сентябрҙә ҡурсаулыҡта уҙғарылған Урмансылар көнөндә, шулай уҡ төрлө йыйылыштарҙа Альберт Ғизәтуллинды маҡтап телгә алалар, башҡаларға өлгө итеп ҡуялар.
– Альберттан уңдыҡ, эште ҙур теләк менән башҡара, – ти ҡурсаулыҡ директоры Фәнүр Әлибаев.
Уңған тракторсы кәләше Айгөл менән Наҙгөл исемле ҡыҙ үҫтерә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509