Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ете тарафтан ете хәбәр
Әсәлек капиталының ярҙамы ҙур
Йыл башынан Салауат районы буйынса Пенсия фонды идаралығы 43 ғаиләгә әсәлек (ғаилә) капиталына сертификат тапшырған.
Әлеге ваҡытта әсәлек капиталы 387,6 мең һум тәшкил итә. Уны күптәр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотона. Сертификат ярҙамында райондың 542 ғаиләһе өй туйлаған.
“Салауат ерендә”


Ҡаҙ үрсетеү – отошло шөғөл

Туймазы районында шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереүгә булышлыҡ иткән программалар уңышлы тормошҡа ашырыла. Һуңғы йылдарҙа ҡаҙ үрсетеү тармағы айырыуса яҡшы үҫешә. Был өлкәлә Туймазы республикала алдынғылар рәтенә сыҡты. Әгәр 2009 йылда шәхси секторҙа 38 мең ҡаҙ аҫралһа, былтыр уларҙың һаны 59 мең башҡа еткән.
Предприятиелар араһында “Агро-гусь” йәмғиәте ишле ҡаҙ көтөүе менән дан тота. Бында һыу ҡоштарын 21 мең башҡа еткергәндәр. Шулай уҡ “Алтын ҡаҙ”, “Эдельвейс” йәмғиәттәрендә лә ҡаҙ үрсетеү менән уңышлы шөғөлләнәләр. Былтыр райондың 55 шәхси хужалығы ҡошсолоҡ предприятиелары менән килешеү төҙөп, 6 228 баш ҡаҙ бәпкәһе алған. Бындай хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә отошло.
“Туймазы хәбәрҙәре”


Хужалыҡтар сәсеүгә әҙерләнә

Район хужалыҡтарында яҙғы сәсеүгә әҙерлек күптән башланды. Әлеге мәлдә техника һәм ҡоролмалар ремонтлана, орлоҡ әҙерләнә, ашлама һатып алыу мәсьәләһе хәл ителә.
Былтыр минераль ашламаға ихтыяж 800 тонна тәшкил итһә лә, 400 тонна ғына индерелгән. Был, әлбиттә, аҡса мәсьәләһенә бәйле. Быйыл хужалыҡтар 500 тонна карбамид, 250 тонна ауыр ашлама аласаҡ. Ошо көндәрҙә “Колос” хужалығы 60 тонна карбамид алыуға килешеү төҙөгән.
“Краснокама таңдары”


Иглин спортсылары – беренсе


Күптән түгел Салауат ҡалаһында Волга буйы федераль округы беренселегенә 18 йәшкәсә ҡыҙҙар араһында ирекле көрәш буйынса ярыштар үтте. Сарала Татарстан, Сыуаш, Мари Иле, Мордва, Удмуртия, Башҡортостан республикаларынан, Пермь крайы, Ырымбур, Ульяновск, Һамар өлкәләренән командалар ҡатнашты.
Иглин районы ҡыҙҙары биш беренсе һәм ике икенсе урынды яуланы. А. Ветошкина, А. Степанова, В. Чиркова, К. Тимофеевалар уңышлы сығыш яһаны. А. Ветошникова Волга буйы федераль округының иң яҡшы спортсыһы тип тә билдәләнде. Әлеге мәлдә спортсылар апрель башында Ырымбур ҡалаһында үтәсәк Рәсәй беренселегенә әҙерләнә.
“Иглин хәбәрҙәре”


Саңғысылар миҙгелде япты

Ишембай спортсылары саңғы миҙгелен Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Владимир Новожиловтың иҫтәлегенә арналған марафон менән тамамлауҙы матур йолаға әүерелдерҙе.
Быйыл сараға Силәбе, Магнитогорск, Һамар, Ҡазандан да спортсылар килде. Саңғысылар 3 километрҙан 50 километр араға йүгерҙе. Тренерҙың ғаиләһе бер ваҡытта ла саранан ситтә ҡалмай. Васильевка ауылынан килгән иң йәш ҡатнашыусы, 7 йәшлек Дима Жуков, ҙур торт менән бүләкләнде һәм икенсе йылға мотлаҡ еңергә һүҙ бирҙе.
“Торатау”, Ишембай районы.


Бәләкәстәрҙе оло ҡыуаныс көтә

Ҡаланың 34-се микрорайонында 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамланыуын йәш ата-әсә һәм бәләкәстәр ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Подрядсылар мөһим социаль объекттың нигеҙен былтыр көҙ һалғайны. Уларҙың тырышлығы менән ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ике корпус ҡалҡып та сыҡҡан. Хәҙер төҙөүселәр биҙәкләү эшенә тотонған.
Мастер Тимур Дәүләтшиндың әйтеүенсә, улар объектты билдәләнгән ваҡытҡа – быйыл июндә файҙаланыуға тапшырасаҡ. Заманса проект буйынса төҙөлгән балалар баҡсаһы зауыҡ менән йыһазландырыласаҡ. Мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү ҡалала бынан һуң да иғтибар үҙәгендә ҡаласаҡ. Әле 32-се микрорайонда яңы балалар баҡсаһын төҙөү күҙ уңында тотола.
“Октябрьский нефтяник”


Балыҡсылар, ҡармаҡ әҙерләгеҙ!

25 мартта Әмзебаш ауылы эргәһендәге быуала район халҡы көтөп алған балыҡсылар ярышы үтәсәк. Сарала теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.
“Иң йәш балыҡсы”, “Балыҡсы-ветеран”, “Балыҡсы-ҡатын-ҡыҙ”, “Иң бәләкәй балыҡ”, “Иң ҙур балыҡ” номинациялары буйынса ҡиммәтле приздар тапшырыласаҡ. Балыҡсылар, ҡармаҡ әҙерләгеҙ!
“Ҡалтасы таңдары”

Л. НУРЕТДИНОВА, М. ШӘРИПОВ әҙерләне. “Башинформ” агентлығы һәм үҙәк матбуғат мәғлүмәттәре файҙаланылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518