Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беҙ бер бөтөн булдыҡ”
Рәүеф Нарыҡбаевтың “Тыуған ауылым” йыры Суҡраҡлы ауылы яланынан да алыҫыраҡ таралып, халыҡты “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына саҡырҙы. Дим буйҙары күмәк йырға күмелде.

Туғандар, дуҫтар, нәҫел-нәсәп осрашҡан байрамдың рәсми өлөшө лә тап ошо майҙанда башланды. Ғәҙәттәгесә, был донъянан иртә киткәндәрҙе, яу ҡырында һәләк булғандарҙы иҫкә алып, тынлыҡ иғлан ителде. Кемдәрҙеңдер күҙе йәшләнде, икенселәр ҡараштарын йәшерҙе... Һәр кемдең иҫкә алыр кешеһе барҙыр, иманым камил, сөнки һәр яуҙа был төбәктән ҡатнашҡандар һәм кире әйләнеп ҡайтмағандар һаны етәрлек. “Айһылыу” мәсете имам-хатибы М. Фәхретдинов уларҙың яҡты рухына бағышлап доға ҡылды.
Шишмә районы хакимиәте баш­лығы урынбаҫары Р.Нә­биул­линдың, Дурас ауылы хакимиәте башлығы Ф. За­мановтың сығыштары, ундай ва­ҡыт­тарҙа әйтелгәнсә, сараға мәртәбә өҫтәне. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, сығышы менән Суҡраҡлы ауылынан булған Ә. Иҙиәтуллин да тәбрикләүҙәргә ҡушылып, йылы һүҙҙәрен еткерҙе, ауылдаштарын “Рәүиз мәғлүмәттәре“, архив документтары менән таныш­тырҙы, тарихты өйрәнергә саҡырҙы. “Диана” фермер хужалығы етәксеһе Д. Иҙиәтуллин да – сараны ойош­торорға көс һалғандарҙың береһе. Дурас ауылы китапханасыһы Н. Харитонованың “Шәжәрә – быуындар бәйләнеше” күргәҙмәһе һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ул нәҫел ептә­ренең килеп сығышы, тарихы менән таныштырып, шәжәрә ағасының һәр олонона экскурсия яһаны.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, заманыбыҙҙың мәшһүр йырсыһы Ғүмәр Әбделмәнов менән йыйылған халыҡты таныштырып тороу ҙа кәрәкмәй. Ул — ошо төбәк шәхесе. Яҡташтары уны байрам менән тәбрикләп, сәхнәгә саҡырҙы, бүләкләне. Ә Ғүмәр ағай һәр ваҡыт­тағыса ябай итеп ауылдаштары менән ихлас аралашты.
Ире Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалған 89 йәшлек Вәсилә Рәхимованы ла тәбрикләне ауыл хакимиәте башлығы. Артабан хеҙмәт, мәғариф ветерандарына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Байрам барышында махсус комиссия эшләп, улар номинациялар буйынса еңеүселәрҙе билдәләне. Мәҫәлән, “Иң йәш өлкән атай” бүләгенә 65 йәшлек Әхмәт Рәхимов лайыҡ булды, уның ҡыҙы Камиләгә бер генә йәш әле. Ана ниндәй түлле башҡорт ирҙәре! “Иң татыу ғаилә” – Лүзә менән Илгиз Хөсәйеновтар, “Иң өлкән ауылдаш” – Вәсилә Рәхимова, “Иң йәш ғаилә” – Зөлфиә һәм Илшат Хөсәйеновтар, “Иң күркәм йорт” – Гөлфирә Әхмәтйәнованыҡы, “Иң шәп фермер” – Айҙар Ғаймалов, “Күп балалы ғаилә” – Таңһылыу менән Илнур Хәсәновтар (биш бала). Әйткәндәй, һуңғылары иң күп ҡош-ҡорт тотоусы булараҡ та еңеү яуланы. Күп бала тәрбиәләгәндә мал тотмай йоҡлап ятып булмай шул. Йәнә лә вариҫтар ҙа эш белеп, ҡул араһында үҫә.
“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең XVIII республика конкурсында еңгән Дурас мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы Айһылыу Ғаймалова ауылдаштарын ҡурайҙа уйнап, риүәйәттән өҙөк әйтеп хайран ҡалдырҙы.
Байрамға популяр йырсылар Ғәзим Ильясов менән Хәлимә Ғәббәсова ла килгәйне. Улар ауыл халҡын моңло көйҙәре менән ҡыуандырҙы.
“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы һәр төбәктә йолаға әйләнде. Бер ҡараһаң, ябай ғына сара һымаҡ, әммә ул тарихты байҡап, күңелдәргә рухи көс биреп, киләсәккә өмөт уята. Унан һәр кем, гүйә, бер уйлы, бер маҡсатлы булып таралыша.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840