Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡорт тел белгесе, ғалим-төркиәтсе Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 105 йыл тулды. Жәлил Ғиниәт улына үҙенең 50 йәшлек юбилейын ғына күрергә насип булды. Иҫән сағында Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлағандарҙың һәр береһе тураһында “Кейекбаев мәктәбен үткән” тиҙәр ине. Әммә ул “мәктәп”тә, ул бүләк үткән “Урман әкиәттәре”ндә хәҙерге быуын кешеләре лә уҡый, ул төҙөгән “Башҡорт теленең морфологияһы, фонетикаһы, лексикаһы, фразеологияһы”нан һабаҡ ала. Тимәк, уның замандаштары ғына түгел, бөгөн уҡыған һәр бала, һәр үҫмер, һәр зыялы Жәлил ағай Кейекбаевҡа туранан-тура бурыслы.
Ваҡыт, аҡҡан һыу һымаҡ, хал­ҡы­быҙҙың бик тә ҡатмарлы, үтә лә тетрәндергес хәл-ваҡиғаларын, һәләкәтле яҙмыштарын быуаттар төпкөлөнә йәшерә бара, тарих туҙа­нына күмә. Исемдәр, ваҡи­ғалар хәтерҙән сыға, онотолоуға дусар ителә бара. Ошо онотолоу юлында берҙән-бер кәртә булып музейҙар тора. Фәҡәт музейҙар ғына быуындар хәтерен һаҡлай.
Сәйетбаба урта мәктәбе Ж.Ғ. Кейекбаевтың исемен 1969 йылдан бирле йөрөтә. Ә ғалимдың тыуған ауылы Ҡаранйылғала йорт-музей асылыуға тиҙҙән 25 йыл тула. Әле экспонаттарҙы барлау, яңыларын табыу, әҙерләнеү эше менән мәшғүлбеҙ.
Был музейҙың нисек барлыҡҡа килеүен, ойошторолоуын да һөйләп үтергә кәрәктер. Ошо һорау музейға килеүселәрҙе лә ҡыҙыҡһындыра.
Музейҙы ойоштороуҙа иң ихлас ярҙам итеүселәрҙең береһе “Йондоҙ” колхозының элекке рәйесе Аҙнабай Сәғит улы Йәноҙаҡов булды. Жәлил ағайҙың мәрхүм булыуын ишетеп бик тә болоҡһоп йөрөгән мәл. Аҙнабай Сәғит улы мине идараға саҡырып алды. Уның эш бүлмәһендә партком секретары Уйылдан Әйүп улы Шәрипов менән өсәүләп Жәлил ағайҙың иҫтәлеген нисек мәңгеләштереү хаҡында кәңәшләшеп ултырҙыҡ. Нимә эшләргә, ниндәй эштәр башҡарырға – булдыра алғанса күҙаллап, маҡсат-ниәттәребеҙҙе барланыҡ.
Аҙнабай Сәғит улы миңә: “Ғиндулла ағай, һин ошо мәсьәләнең мөһимлеген, кәрәклеген дәлилләп, идара исеменә аңлатма яҙ әле, ҡалғанын үҙебеҙ хәстәрләрбеҙ”, – тине.
Ғариза-аңлатманы тиҙ үк килтерҙем. Шуның нигеҙендә күрәһең, тиҙҙән мәктәп партия ойошмаһының колхоз парткомы һәм идараһының берлектәге йыйылышы үткәрелде. Унда иһә ошо мөһим һәм етди эшкә яуаплы итеп мин билдәләндем.
Ж.Ғ. Кейекбаевҡа музей асыу өсөн түбәндәге сәбәптәр нигеҙ булды йәки шарт булып иҫәпләнде. Беренсенән, Жәлил Кейекбаев оло фән юлына сыҡҡанға тиклем башланғыс белемде Сәйетбаба мәҙрәсәһендә ала. Икенсенән, 1942-1943 йылдарҙа ул ошо мәктәптә директор һәм немец теле уҡытыусыһы булып эшләй. Ә ауылға күсеп килеүенең сәбәбен ул шулай аңлата: “Иң мөһиме, миңә хәҙер халыҡтың йәнле һөйләшеү теленә мөмкин тиклем яҡыныраҡ булырға кәрәк. Ни өсөн тиһәң, мин башҡорт телендә әҙәби әйтелеш (орфоэпия) проблемаһы өҫтөндә эшләйем. Быны ғилми яҡтан эшләп тикшерәһем бар”.
Ҡушылған эш үтәлергә тейеш. Оло яуаплылыҡ тойоп, осо-ҡырыйы күренмәгән, бик тә тынғы бирмәгән – һәр саҡ уйланыуҙы, йөрөү-йүгереүҙе, хәрәкәттә булыуҙы талап иткән эшебеҙгә шулай тотоноп кителде.
Ғәмәлде ғалимдың ғаиләһенә, ҡәләмдәштәренә хаттан яҙыуҙан башланыҡ. Жәлил ағайҙың ҡатыны Нәфисә Хәлил ҡыҙы, беҙҙең ниәттәребеҙҙе үҙ итеп, яуап хаты яҙҙы. Тиҙҙән инде ғалимдың ғаиләһе менән осрашыу ниәтендә Өфөгә юл тоттоҡ. Сәфәребеҙ уңды һәм беҙ, шулай итеп, Ж. Ке­йекбаевтың архивынан байтаҡ фото, ҡулъяҙмалар, төрлө әҙиптәр, ғалимдар тарафынан уға бирелгән бүләктәрҙе алып ҡайттыҡ. Был әйберҙәр әле ул саҡта томанлы ғына булып күҙ алдына баҫҡан буласаҡ музейыбыҙ өсөн иң ҡәҙерле экспонаттар ине.
1974 йылдың 25 октябрендә, ниһайәт, Сәйетбаба урта мәктәбе бинаһында ғалимдың музейы асылды һәм иҫтәлекле мәрмәр таҡтаташ ҡуйылды. Ә 1977 йылдың 17 мартында музейға тантаналы шарттарҙа “Мәктәп музейы” тигән рәсми таныҡлыҡ тапшырылды. Шул ваҡыттан ул йылдан-йыл байыны, яңынан-яңы экспонаттар менән тулыланды. Мәҫәлән, музейҙа “Ж.Ғ. Кейекбаев туғандары менән”, “Ғалим яҡын дуҫтары араһында”, “Замандаштары һәм ғалимдар Ж.Ғ. Кейекбаев тураһында”, “Күренекле ғалим-телселәр, әҙәбиәтселәр – Ж.Ғ. Кейекбаевтың уҡыусылары”, “Аҡ елкәнлеләр”, “Халыҡҡа хеҙмәт итеүҙә тоғролоҡ өлгөһө” кеүек экспозициялар урын алды.
Күп экспонаттар Ж.Ғ. Кейекбаевтың дуҫтары тарафынан бүләк ителде. Мәҫәлән, 1975 йылдың декабрендә Ҡазан ҡалаһынан профессор М.З. Зәкиевтән “Дәртле йыр” тигән китап килеп төштө. Тәүге битендә үк “Минең был бәләкәй генә китапсығым “Кейекбаев музейы” ҡуйған маҡсатҡа аҙ ғына булһа ла хеҙмәт итә алһа, автор үҙенең бурысын үтәгән тип һанар ине” тип яҙылған. Өс йыл үтеүгә, 1978 йылдың 19 майында, М.З. Зәкиев йәнә “Татар халҡы теленең барлыҡҡа килеүе” тигән китабын ебәрҙе. “Был китабымды Жәлил ағай исемен йөрөткән музейға иҫтәлек өсөн тәҡдим итәм. Унда башҡорт теле тураһында ла ҡайһы бер фекерҙәр бар” тигән яҙыу менән ине уныһы.
Республикабыҙҙың төрлө мөйөшөндә йәшәгән төрлө милләт балаларының музейҙа булып, Ж.Ғ. Кейекбаевтың рус ғалимдары Б.А. Серебрянников, А.Н. Кононов, Н.К. Дмитриев, немец ғалимдары Фридрих Вольф, Фриц Платтен, татар ғалимдары Л. Жәләй, М.З. Зәкиев, К.Ф. Фасеев, ҡаҙаҡ ғалимдары С.К. Кежебаев, В. Иҫәнғәлиева, венгр, ҡалмыҡ, эстон, литва, үзбәк, яҡут, грузин, мари һәм башҡа милләт ғалимдары менән ниндәйҙер дәрәжәлә ижади дуҫлыҡ мөнәсәбәтендә булғанлығын ҡыҙыҡһынып тыңлауҙары ла ҡыуаныс, ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Жәлил Кейекбаевтың мемориаль-биографик музейында яҡташыбыҙҙың тормошон, ижади эшмә­кәрлеген сағылдырған байтаҡ материал йыйылған. Шуның менән бергә башҡорт филологияһы буйынса ҡомартҡылар ҙа тупланды, сөнки тел, әҙәбиәт ғилеме буйынса һуңғы ҡаҙаныштарҙы кәүҙәләндергән һәр яңы баҫма СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының ғилми хеҙмәткәрҙәре, айырым ғалимдар, шағирҙар тарафынан беҙҙең музейға тапшырыла килде.
Мәшһүр яҡташыбыҙҙың тормошо һәм ижады, эшмәкәрлеге өлгөһөндә уҡыусыларҙа, музейға килгән һәр кемдә тыуған илгә, тыуған төйәккә, туған телебеҙгә, халҡыбыҙға һөйөү тәрбиәләү музейҙың төп маҡсаты һәм бурысы булып тора.
1981 йылда Ғафури районы партия комитетының беренсе секретары М. Баҡыевтың ихлас ярҙамы менән мәктәп музейы, Жәлил Кейекбаевтың 70 йыллыҡ юбилейын билдәләүгә әҙерлек айҡанлы, ҙурыраҡ бүлмәгә күсерелде. Ә 1991 йылда, ниһайәт, ғалимдың тыуған ауылы Ҡаранйылғала “Йондоҙ” колхозы идараһы ярҙамы менән (идара рәйесе К.Мәүлетҡолов) йорт-музей төҙөлдө.
Был бинала 25 йыл ғүмер кисерҙек. Шулай ҙа ул йорт-музей бөгөнгө заманға яраҡлылығын юғалта бара. Майҙаны бәләкәй, йыйылған экспонаттарҙы зауыҡлы итеп, килеүселәр күңелендә мәҙәни-рухи, эстетик сифаттар тәрбиәләргә тырышыуыбыҙға ҡарамаҫтан, был сифаттарҙы тәрбиәләүгә шарттар ҡәнәғәтләнерлек түгел, тип иҫәпләйем. Килер быуындарыбыҙҙы иле, теле, халыҡ яҙмышы өсөн йәнен, тәнен, ғүмерен аямай хеҙмәт иткән шәхестәребеҙгә объектив баһа бирә белергә өйрәтеү маҡсатынан да яңы бинаны төҙөү проблемаһы бик өлгөргән. Атаҡлы ағайҙың асылына, есеменә ярашлы итеп дәүләт тарафынан йорт-музейға иғтибар йүнәлтелһә ине. Быға тиклем күп эштәр тик энтузиазмға, йәмәғәтселеккә генә таянып башҡарыла килде. Ә ундай шәхестәребеҙ хәҙер бармаҡ менән һанарлыҡ та юҡ...
Музей асылған көндән башлап, йәғни 1974 йылдан бирле, уны меңәрләгән кеше ҡарап өлгөрҙө. Ул районда ғына түгел, республика кимәлендә лә танылыу тапты. Ҙур ярҙам күрһәткән фән докторҙары, профессорҙар, академиктарға, ғалимдың фәнни ҡараштарын ихлас үҙ иткән тоғро ҡәләмдәштәренә, дуҫтарына, шәкерттәренә шәхсән үҙ фекерен, рәхмәтен белдереп һәр ҡунаҡ тиерлек яҙыу ҡалдыра.
Заманында бигерәк тә мәғариф министрҙары Ф.Мостафина менән С. Йыһаншиндың ихлас ярҙамы эшебеҙгә көс-ҡеүәт өҫтәне. Ул осорҙа туған телде, әҙәбиәтте уҡытыу буйынса төрлө саралар йыш үткәрелде. Был йәһәттән 1974 – 1991 йылдарҙа төбәк, республика кимәлендә уҙғарылған ғилми-ғәмәли конференцияларҙа музейыбыҙҙың эшмәкәр­леге хаҡында ентекле сығыштар яһалды. Һәр йыл мәктәптәрҙә уҡыуҙар тамамланғас, уҡыусыларҙың район слеты үткәрелә ине. Унда ҡатнашҡан йөҙәр­ләгән ҡыҙ һәм егеттең, шулай уҡ хужалыҡ, ойошма, учреждение етәкселәренең, район кимәлендә уҙғарылған семинарҙарында ҡатнашыусыларҙың музейға килеүе һәйбәт йолаға әүерелде.
2002 йылдың мартында Өфөлә үткән район һәм ҡала музейҙары етәкселәренең кәңәшмәһендә беҙҙең дә эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды. Был йәһәттән Ж.Кейекбаевтың ғилми, әҙәби мираҫын һаҡлау буйынса “2001 йылда иң яҡшы әҙәби музей” номинацияһында еңеүсе тип табылдыҡ һәм диплом менән билдәләндек.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513