Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр эш артында – кеше яҙмыштары
Һәр эш артында – кеше яҙмыштары Суд приставтары федераль хеҙмәте булдырылыуға 151 йыл тулһа ла, уның баһаһы, суд приставтары иңенә ятҡан эш күләме артҡандан-арта, сөнки заман талабы шундай: банк кредиты алыусылар, алимент түләүселәр һаны күбәйә. Бурысын түләмәүселәрҙе быны атҡарырға мәжбүр итеү, илгә законһыҙ инеүселәрҙе сығарыу, суд ултырыштарындағы тәртипте һаҡлау һәм башҡа эш менән шөғөлләнгән хеҙмәттең эшмәкәрлеге йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгендә. Был хаҡта Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Луиза Тәлғәт ҡыҙы КОЛОШЕИНА менән һөйләштек.

– Һөнәри байрамығыҙ алдынан, ғәҙәттә, эшегеҙгә йомғаҡ яһайһығыҙ. Быйыл уңыштар ниндәйерәк?
– Тәү сиратта эшмәкәрлегебеҙҙә өҫтөнлөк биргән йүнәлештәрҙе телгә алайыҡ: алименттар, эш хаҡы буйынса бурыс, етемдәргә торлаҡ биреү һәм һалым түләү. Һуңғы туғыҙ ай эсендә суд приставтары алимент буйынса 19 мең башҡарыу эшен тамамлаған, уларҙың 13 мең осрағында шәхестең бурысы эш хаҡынан тотоп ҡалынасаҡ. Алимент түләмәгәндәрҙе сит илгә сығармау, автомобиль йөрөтөүҙә хоҡуғын сикләү һәм башҡа саралар һөҙөмтәлелеге иҫбатланды. Мәҫәлән, 2013 йылда республикала 30 меңдән ашыу кешенең алимент буйынса бурысы булһа, быйыл был һан 24 мең 337-гә төшкән. Балалар иҫәбенә 730 миллион һум бурыс ҡайтарылған. Енәйәт кодексының 157-се статьяһы буйынса алимент түләмәгән 746 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Хеҙмәт хаҡын ваҡытында ала алмағандарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса ла әүҙем эш алып барабыҙ. Ошо арауыҡ эсендә 12 мең хеҙмәткәрҙең эш хаҡын түләтеүгә өлгәштек. Бер миллиард 221 миллион һумлыҡ һалымды федераль бюджетҡа ҡайтартҡанбыҙ.
– Башҡортостан идаралығының эше, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, гел юғары баһаланды. Был күрһәткесте түбән төшөрмәү ҡыйынмы?
– Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре – тәжрибәле кешеләр. Беҙҙең эште, ысынлап та, юғары баһалайҙар. Быйыл июндә Өфөлә VII Суд приставтары-башҡарыусыларының халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Сарала донъяның 22 иленән 150 хеҙмәттәшебеҙ ҡатнашты. Бөтөнөһө өсөн көнүҙәк мәсьәләгә әйләнгән мөлкәткә ҡағылмаған талап үҙенсәлектәрен тикшерҙек. Был йәһәттән байтаҡ тәжрибә туплағанбыҙ: ҡарауһыҙ ҡалған балаларға, оло йәштәгеләргә һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам күрһәтеүҙе беҙҙең хеҙмәткәрҙәребеҙ вазифаларына йөкмәтелгән бурыс тип түгел, ә әхлаҡи ҡағиҙә тип ҡабул итә.
Быйыл идаралыҡ һөнәри байрамына ҡарата үҙ-үҙенә бүләк тә яһаны – тамамланған башҡарыу эштәре һаны бер миллиондан ашып китте. Былтыр был күләмгә декабрҙә өлгәшкәйнек. Ошо йәһәттән шуны әйтке килә: һәр бер башҡарыу эше артында кеше яҙмышы тора. Ул – йә эш хаҡын ала алмаған ата-әсә, йә алимент аҡсаһына өмөт иткән бала, йә торлаҡ юллап та, һаман мөйөшлө булмаған етем. Шуға ла беҙҙең идаралыҡ өсөн башҡарыу эштәренең һанын кәметеүгә өлгәшеү мөһим.
– Луиза Тәлғәт ҡыҙы, гәзит уҡыусыларға үҙегеҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине...
– Бала саҡтан хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләргә хыялландым. Егерме йылдан ашыу суд приставымын. Ошо арауыҡ эсендә мине һаман кешенең бер холҡо аптырата – ниңә беҙ яҡындарыбыҙға рәхимһеҙ икән? Эш буйынса көн дә тиерлек мөлкәткә ҡағылышлы дәғүәләр менән осрашырға тура килә. Шул ваҡытта кеше нисек үҙенең выжданын аша атлай алды икән тип уйланам.
Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында бурысын ҡайтара алмағандар йә бала менән күрешеүгә дәғүә иткән ата-әсәләр менән осрашыуҙарға шәхсән йөрөргә тырышам. Әлбиттә, закон ҡарарын тормошҡа ашырыусы идаралыҡ булараҡ, суд ҡарарын үҙ көсөнә индерергә бурыслыбыҙ. Тик ошо бурыс артында кеше яҙмыштары тора, шуға һаҡ булырға кәрәк.
Бынан тыш, фатир һатҡанда, бурысҡа аҡса биргәндә, ғөмүмән, мөлкәткә ҡағылышлы бөтөн килешеүҙәрҙе лә нотариус аша башҡарырға кәңәш итәм. Тик шул осраҡта ғына үҙ-үҙеңде яҡлауға һәм һаҡлауға өмөт итә алабыҙ. Беребеҙ ҙә алданыуға, бәхетһеҙ осраҡҡа тарыуҙан азат түгел – шуны онотмаһаҡ ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 049

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 414

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 946

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 852

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 594

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 205

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 429

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 950

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 400

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 309

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497