Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡыллы ла... Йыртҡыс та!
Аҡыллы ла... Йыртҡыс та! Бала саҡта айыуҙарҙың цирк аренаһында конькиҙа йөрөгәнен кем генә яратмағандыр! Халыҡта айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр тигән әйтем дә бар. Был, әлбиттә, баш бирмәҫ, ҡырыҫ холоҡло, үҙ һүҙле кешегә ҡарата әйтелгән. Шуға ла тиктормаҫ, уҡыуға бик иҫе китмәгән малайҙарға уҡытыусылар уны йыш тылҡый торғайны. Ысынлап та, нисек өйрәтәләр икән был йәнлекте, тип аптырай инек. Ләкин уларҙы, зоопарктарҙағы ситлектә меҫкен хәлендә күреп, йәлләнек тә, сөнки күңелгә әкиәттәр аша көслө, йәнһүрәттәр аша аҡыллы (мәҫәлән, Мауглиҙың уҡытыусыһы) булып килеп инделәр. Их, кеше, үҙеңде бар тереклекте буйһондороусы итеп күрһәтер өсөн ни генә ҡыланмайһың?!


Һоро айыуҙар заманында тотош Европала, Англияла һәм Ирландия­ла йәшәгән. Көньяҡтан Афри­каның төньяҡ-көнбайыш (Атлас тауҙары) өлөшөндә лә булған. Көнсығышҡа табан Себер һәм Ҡытайға, хатта Японияға барып еткәндәр. Белгес­тәрҙең иҫәпләүенсә, бынан 40 мең йыл элек был төр айыу Азиянан Беринг ҡултығы аша Төньяҡ Америкаға барып сыҡҡан һәм Алясканан Төньяҡ Мексикаға тиклем таралған.
Хәҙер иһә күп ерҙә ул юғалған йәки юғалыу алдында тора. Был, әлбиттә, кешенең “тырышлығы”на бәйле. Көнбайыш Европала Альп, Апеннин, Пиреней, Кантабри утрауҙарында ғына һаҡланған. Скандинавия, Финляндияла осрай. Азияла Фәләстанда, төньяҡ Ираҡ менән Иранда, төньяҡ Ҡытай һәм Корея ярымутрауҙарында бер аҙ йәшәй. Японияның Хоккайдо утрауында бар. Төньяҡ Америкала һоро айыу “гризли” исеме менән билдә­ле. Рәсәйҙең көньяҡ өлөшөнән тыш, бөтә урманлы төбәктәрҙә лә көн итә.
Һоро айыуҙың төрҙәре бик күп – ҡасандыр хатта 80-гә еткән. Хәҙер иһә бөтәһен бер төргә ҡаратып, тик географик һәм башҡа шундай атамалар менән генә йөрөтәләр. Мәҫәлән, ябай Европа айыуы, Калифорния гризлийы (Калифорния флагында һынландырылған, был төр 1922 йылда үлеп бөткән), Гималай төрө, Тибет һоро айыуы (бик ҙурҙар, уны ғалимдар “ҡар кешеһе” – йетиҙың прототибы тип иҫәпләй) һәм башҡалар.
Иң ҙур һоро айыу Аляска менән Камчаткала йәшәй. Уның ауырлығы 300 килограмға етә, хатта 600–800 килограмм тартҡандары билдәле. Ә Кодьяк утрауында Берлин зоопаркы өсөн махсус тотолған айыу 1134 килограмм ауырлығында булған. Ябай Европа айыуының оҙонлоғо – 1,2-2 метр, бейеклеге бер метрға етә. Гризли иһә ҙурыраҡ – артҡы аяҡтарына баҫһа, 2,8-3 метр була. Рәсәйҙә йәшәгән һоро айыуҙың уртаса ауырлығы 300–400 килограмм.
“Животный мир Башкирии” (1977) тип аталған китапта, яҡынса һанына ҡарап, айыуҙарҙы бөтөп барған йәнлеккә тиңләгәндәр. Ләкин 1995 йылда баҫылған ошондай уҡ исемдәге китап оптимистик мәғлүмәт биреп, уларҙың һаны 700–900 башҡа етеүе тураһында хәбәр итә.
Башҡортостанда айыуҙар рес­публиканың төньяҡ-көнсығышында һәм Урал тауҙарының көньяҡ сигенә тиклем йәшәй. Улар ашауға талымһыҙ йыртҡыстар рәтенә инә: еләк, сәтләүек, һутлы йәшел үлән­дәрҙе лә үҙ итә, балыҡ ярата, ваҡ йәнлектәрҙе (сысҡан, йомран), үләкһәләрҙе лә ситкә ҡуймай. Урман­дарҙа эре тояҡлы йәнлек­тәргә, ауылдарға яҡын урындарҙа йорт хайуандарына һөжүм итә. Йәйен бөжәктәр, һөйрәлеүселәр, ҡырмыҫҡалар менән дә туҡлана. Шуныһы билдәле: Алыҫ Көнсығышта һоро айыуҙар Гималай айыуҙарына һәм юлбарыҫтарға ла һөжүм итә икән.
Айыуҙар июнь–июль айҙарында “ҡауыша” башлай. Ете ай самаһы быуаҙ йөрөй. Ҡышҡы йоҡоға талған саҡта өңдәрендә балалайҙар. Йоҡолары ноябрь – апрель айҙарына тура килә. Өңдәрен ҡоро, ҡалҡыу урындарҙа ҡоралар. Аҫтарына нәҙегерәк ҡоро-һары ботаҡ, япраҡ түшәйҙәр. Уларҙың бер – дүрт балаһы тыуа. Улар һуҡыр, тешһеҙ, “бейәләй” ҙурлығында ғына була. Ә өңдәренән сығыуға биш-алты килограмға етәләр. Инә айыу йыл һайын балаламай. Етлегеү осоро – өс-дүрт йәш. Шулай ҙа ул 10 йәшкәсә үҫергә мөмкин. Тәбиғи шарттарҙа 20–30 йыл йәшәүе билдәле. Ғалимдар, ҡулға эйәләштерелгән, зоопарктарҙағы айыуҙарҙың 47–50 йәшкә етеүе бар, тип иҫәпләй.
Йыртҡыстарҙың ҡурҡыныс ваҡыты – табышы эргәһендә булған һәм балаларын эйәртеп йөрөгән саҡтары. Шулай уҡ яраланыуҙары ла фажиғәгә килтереүе ихтимал. Кешегә ташланған осраҡтары йыш ҡына Белорет, Йылайыр, Бөрйән райондарында күҙәтелә.
Айыу, ғәҙәттә, бер үҙе йәшәй. Ә инә айыу эргәһенә төрлө осорҙа тыуған, ләкин айырылып, “ғаилә ҡормаған” балалары туплана. Инәһенең дә, атаһының да айырым һунар биләмәһе була. Мәҫәлән, уның майҙаны 73 квадрат километрҙан ашыуға барып еткәне билдәле. Әлбиттә, был йәнлектәрҙең һанына ла ҡарай. Ата айыуҙың биләмәһе ҙурыраҡ була. Сиктәрҙе ағастарҙы тырнап билдәләйҙәр. Шулай уҡ үҙҙәренә генә хас еҫ аңҡытҡан шыйыҡса бүләләр.
Башҡортостанда айыу атыуға лицензия бирелә. Тик бик сикләнгән күләмдә генә. Урман хужаһын аулау башҡортта борондан килгән, һәм был һунарсы хөрмәтле кеше һаналған. Элек тә, хәҙер ҙә айыуҙы тиреһе, ите, бигерәк тә дауаланыуға майы, үте өсөн ҡыралар. Йәйен уны тәбиғәттә атһалар, ҡышын өңөнә һунар итәләр.
Ғөрөф-ғәҙәткә килгәндә, төрлө халыҡ уны төрлөсә ҡабул иткән. Был мифологияла ла асыҡ сағыла. Берәүҙәр яуыз кешенең албаҫтыға – айыуға әйләнеүен һүрәтләһә, икенселәр иһә, тайыштабандың аҡылына, көслө булыуына һоҡланып, балаларына айыуға бәйле исем ҡушҡан. Мәҫәлән, урыҫтың Медведевтары, башҡорттоң Айыухановтары быны иҫбатлап тора. Әйткәндәй, күп ваҡыт “айыу”ҙан сыҡҡан исемдәр, фамилиялар тәүҙә ҡушамат булған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840