Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етәксене хеҙмәт биҙәй
Етәксене хеҙмәт биҙәй Ауылына ҡайтҡан һайын ул тиҫтерҙәре менән ҡыш көндәре Терпе тауында сана шыуыуҙарын, диңгеҙҙәй йәйрәп ятҡан Сәлмәкәйҙә һәм Оло Күлдә рәхәтләнеп һыу инеүҙәрен иҫкә алырға ярата. Хозур тәбиғәтле Нуриман ерендә донъяға килеүенә ҡыуана Азамат Ризуан улы. Был юлы ла Яңы Күлгә ҡайтҡас, ғәмһеҙ бала сағы үткән урындарға бармай ҡалманы ул.
— Һағындыра шул тыуған яҡтар! Еләк-емешкә, бәшмәккә бай урмандар, сылтырап аҡҡан шишмәләр, аунап уйнаған хәтфә туғайҙар, күп йылдар үтһә лә, күңелгә яҡын һәм ҡәҙерле. Моғайын, һәр кем бала сағын һағынып хәтерләй торғандыр, — ти Азамат Носратуллин, хәтирәләргә бирелеп.


Азамат уҙаман Рима менән Ризуан Носратуллиндарҙың ишле ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Өс малай һәм биш ҡыҙ бала саҡтан эш һөйөүсән, итәғәтле, тәртипле булып үҫә, ата-әсәһе лә уларҙы олоно ололарға, кесене кесе итә белергә өйрәтә. Инде үҙҙәре атай-әсәй булһа ла, бөгөн дә ҡәҙерлеләренең кәңәштәре тормош көткәндә ярап ҡала.
Атаһы “Баһау” колхозында оҙаҡ йылдар агроном йөгөн тарта, хужалыҡты алдын­ғылар рәтенә сығарыуға күп көс һала. Уның хеҙмәтен республика, район етәкселеге лә йыш ҡына юғары баһалай. Үкенескә ҡаршы, Ризуан ағай 47 йәшендә генә фани донъяны ташлап китә. “Атайым бик көслө кеше ине. Уны һәр ерҙә ихтирам иттеләр, намыҫлы хеҙмәт күрһәтте. Ул яңы эш башлаусы йәштәрҙең оло таянысы ла булды”, — тип иҫләй атаһын бөгөн. Әлбиттә, оло ҡайғы уңған һәм дуҫ ғаиләне тағы ла нығыраҡ берләштерә, Рима апайға иһә яңғыҙына донъя йөгөн тартырға тура килә. Әммә бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөп үҫкән балалар ауыр мәлдә әсәләренә ныҡлы терәк һәм ярҙамсы була. Шәхси ихатала мал-тыуар тәрбиәләп, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, колхоз эшенән дә баш тартмай тырышлыҡ һала Носратуллиндарҙың балалары. Әсәләре атайһыҙ ҡалған ғәзиздәрен кеше араһында кәм-хур итмәй үҫтереп, тейешле тәрбиә һәм белем бирергә тырыша. Шөкөр, бөгөн уларҙың барыһы ла матур ғаилә ҡороп, юғары белем алып, һәр береһе вазифалы урын биләй.
Етәксене хеҙмәт биҙәй— Әсәйемдең сабырлығына, түҙемле­генә әле булһа хайран ҡалам. Һигеҙ ба­ла­һын етем итмәй, атайыбыҙ менән икәү­ләп ҡорған донъяһын туҙҙырмай, матур һәм күптәргә өлгө булырлыҡ йәшәү рәүеше алып барғаны өсөн һаман булһа рәхмәтлебеҙ, — ти Азамат Ризуан улы. — Әле лә уның аҡыл-кәңәштәренә мох­тажбыҙ, өгөт-нәсихәттәрен тыңлап, ҡәҙерлебеҙҙең оҙаҡ ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Яңы Күл мәктәбендә Азамат яҡшы бил­дәләргә генә өлгәшә, төрлө спорт ярыштарында әүҙемлек күрһәтә, түңәрәк­тәргә ихлас йөрөй. Егет айырыуса мәктәп йылдарында саңғыны, еңел атлетиканы үҙ итә, шуға ла йыш ҡына уға мәктәп на­мыҫын яҡлап республика һәм район күләмендә ойошторолған ярыш-бәйге­ләрҙә ҡатнашырға тура килә. Йәйге каникул осоронда иһә ул тиҫтерҙәре менән колхозда төрлө эштә була, һуған үҫтерә, урманға тал ҡайыры һыҙырырға ла йөрөй. “Эшләп үҫтек, ауыр хеҙмәттән ҡурҡманыҡ, аҡса табырға өйрәндек. Хәләл көс түгеп тапҡан аҡсаға мәктәп кәрәк-ярағы, кейем-һалым, хатта велосипед, мотоцикл һатып алып ҡыуандыҡ”, — тип иҫкә ала ул көндәрҙе Азамат Ризуан улы.
Мәктәптә һигеҙ йыллыҡ белем алғас, ул икеләнеүһеҙ яҙмышын ер менән бәйләргә уйлап, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумына документтарын тапшыра. Бала саҡтан ерҙе үҙ иткән егеткә уҡыу осоронда ауырға тура килмәй, Азамат Ризуан улы ҙур тырышлыҡ менән белемен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй, үҙен һәр яҡлап таныта. Спорт менән ныҡлап мауыға, һәр ерҙә әүҙемлек күрһәтә. Уҡыу йортон тамамлағас та, уны Тыуған ил алдында изге бурысын үтәргә саҡыралар. Унда ла һынатмай, гел алдынғылар рәтендә була, спорт менән булған дуҫлығы армия хеҙмәтен еңел үткәрергә мөмкинлек бирә.
Армиянан ҡайҡас, ул күп кенә иптәштә­ре кеүек ҡалаға ашыҡмай, ә туған “Баһау” колхозына агроном булып эшкә урынлаша. Әлбиттә, махсус белемле белгес тәүге көндәрҙән үк эшкә башкөллө сума, төрлө әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынып, ауыл хужалығы өлкәһендә яңы белем туплай. Төбәктең алдынғы хужалыҡтарына барып тәжрибә уртаҡлашырға ла, белгестәр менән осрашырға ла ваҡытын йәлләмәй. Халыҡ та уңған, эшен биш бармағындай һәйбәт белгән, алдынғы ҡарашлы белгесте ихтирам итә. Хаҡлы ялдағы элекке етәкселәр ҙә Носратуллиндан киләсәктә бына тигән хужа үҫеп сығасаҡ тип күҙаллай. Хужалыҡ ул йылдарҙа күп кенә күрһәткестәр буйынса районда алдынғылар рәтенә сыға, шуға ла йыш ҡына бында төрлө кәңәшмә-семинарҙар ойошторола. Ул осорҙа Азамат Носратуллин яҡшы ойоштороусы булараҡ та таныла. Колхоз йәштәрен бергә туплап, концерт номерҙары әҙерләп, төрлө ауылдарға сығырға ла өлгөрә Азамат Ризуан улы. Эшенә яуаплы ҡараған белгестең тырышлығын баһалап, хужалыҡ етәкселеге уны бер аҙҙан баш агроном итеп үрләтә. Үҙенә ышанып тапшырылған оло бурысты намыҫ менән башҡарырға тырыша, хужалыҡ эшмәкәрлеген артабан үҫтереү өҫтөндә лә янып эшләй. “Азамат Ризуан улы менән эшләүе еңел ине, сөнки ул һәр кем менән уртаҡ тел таба белде”, — тип иҫләй бөгөн хеҙмәттәштәре.
Азамат Ризуан улы, колхозда эшләү менән бер рәттән, юғары белем алыу маҡсатында Башҡортостан ауыл хужа­лығы институтына ситтән тороп уҡырға инә. Ҡулына юғары белем тураһында диплом алғас та, уны район етәкселеге “Нуриман МТС-ы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ауыл хужалығы буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләй. Азамат Ризуан улы төрлө йылдарҙа “Иҙел” колхозы рәйесе, аҙаҡ “Иҙел” агрофирмаһы генераль директоры вазифаларын башҡара. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, һәр ерҙә ҙур абруй ҡаҙана, халыҡтың ышанысын яулауға өлгәшә. Бөгөн булһа ауыл ҡарттары уны маҡтап телгә ала.
— Ниндәй генә ауыр осорҙар бул­ма­һын, ауыл эшсәндәре һәр ваҡыт уңған­лыҡ, тырышлыҡ күрһәтеп, баҫыу-ялан­дарҙан ҡайтып инмәне. Уларҙың намыҫ­лы хеҙмәте һөҙөмтәһендә колхоз алдын­ғылар рәтендә булды, — ти Башҡорт­остандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Азамат Ризуан улы.
2009 йылдан башлап Азамат Носратуллин Нуриман районы хакимиәте баш­лығы йөгөн тарта. Ул үҙен ҡуйған маҡса­тына ынтылыусан, тәжрибәле, талапсан, инициативалы ойоштороусы һәм етәксе итеп күрһәтте. Хужа булараҡ, Азамат Риз-уан улы кешеләргә йүнәлеш биреү, башланғыстарына йәлеп итеү, ыңғай һөҙөмтә алыу өсөн коллектив хеҙмәткә ылыҡтырыу һәләтенә эйә. 2013—2015 йылдарҙа ”Иң яҡшы муниципаль берәмек” республика конкурсында беренсе урынға һәм призлы номина­цияларға лайыҡ булыуы тырыш хеҙмәттең һөҙөмтәһе булды.
Азамат Носратуллин муниципаль район Советы ҡабул иткән ҡарарҙарҙы һәм программаларҙы тормошҡа ашырыуға, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү, районға инвестиция һәм яңы инвесторҙар йәлеп итеү, төньяҡ-көнсығыш район­дарҙы үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһы сараларын ғәмәлгә ашырыу, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлау, муниципалитет биләмәһендә сәйәси һәм социаль тотороҡлолоҡто һаҡлау, бюджет учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, урындағы үҙидара органдарының статусын күтәреү мәсьәләләрен хәл итеүгә күп көс һала.
Азамат Ризуан улы етәкселек иткән осорҙа район социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән һәр саҡ алдынғылар рәтендә. Мәҫәлән, 2012 йылдан 2016 йылға тиклем етештерелгән продукция, башҡарылған эштәр һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр күләме 1085,4 миллион һумдан 2032,6 миллион һумға тиклем, йәғни 87 процентҡа артҡан. Быйыл һигеҙ ай йомғаҡтары буйынса продукция күләме 1688,4 миллион һумға еткән. Былтырғы менән сағыштырғанда, үҫеш — 14,8 процент. Финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә районға йәлеп ителгән инвестиция күләме лә һуңғы өс-дүрт йылда 1,95 тапҡырға (637,8 миллиард һумдан 1240,9 миллиардҡа тиклем) күбәйгән. Төҙөлөштөң әүҙемләшеүе һөҙөмтәһендә ошо уҡ осорҙа бер кешегә иҫәпләгәндә, торлаҡ менән тәьмин итеү күрһәткесе 23,5-тән 26,26 квадрат метрға (12 процентҡа) артҡан. Районда бер ҡасан да төҙөлөш туҡталғаны юҡ, киреһенсә, ул ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә. Әле бында, әле тегендә яңы йорттар ҡалҡа, социаль объекттар сафҡа инә. Шулай уҡ шәхси төҙөлөш тә киң ҡолас ала, йәштәр атай-әсәй ярҙамы, үҙ көсө менән дә төҙөй, кредиттан да файҙалана.
Сәсеүлек майҙандары ла, ауыл хужалығында продукция етештереү һәм һатыу күләме лә йылдан-йыл үҫә бара.
Төбәктә сәнәғәт, шулай уҡ ауыл хужалығы тармағында зыянға эшләгән предприятиелар юҡ, муниципаль район ҡаҙнаһына һалым һәм башҡа керемдәр йыл һайын уртаса алғанда ун процентҡа арта.
Бюджет өлкәһендә эксперименталь тәртиптә ауыл биләмәһендәге мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларын, хакимиәт­тәрҙе хеҙмәтләндереү йәһәтенән үҙәк­ләштерелгән берҙәм бухгалтерия ойош­торолған. Әле уның ыңғай эш тәжрибәһе тотош республикала таратыла.
Азамат Ризуан улы ғаиләһенән дә уңған. Ҡатыны Мәҙинә Хәмит ҡыҙы менән ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр. Әйткәндәй, ҡатыны район дауахана­һында шәфҡәт туташы булып эшләй. Өлкән ҡыҙҙары Зәүрә Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын тамамлағандан һуң һөнәре буйынса эшләп йөрөй, кесе ҡыҙҙары Зәлифә Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, бөгөн Өфө дәүләт авиация техник университетында икенсе юғары белем ала.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518