Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайһы иттән ауыҙ итергә?!
Ҡайһы иттән  ауыҙ итергә?! Британия ғалимдары фекеренсә, ризыҡтың тәмен үҙгәрткән иң шәп тәмләткес — ит. Ризыҡты тоҙ, борос һәм башҡа өҫтәмәләр һалып бешергәнсе, бер аҙ ғына ит өҫтәһәң, ҡайһы ғына аҙыҡты алма, үҙенә күрә бер тәм инә икән. Тик бер ғилләһе бар — ит мотлаҡ сифатлы булырға тейеш. Ауыл ерендәгеләргә был йәһәттән баш ватаһы түгел, әлбиттә. Ә бына ҡала халҡына нимә эшләргә? Барыһының да ата-әсәһе, туған-тыумасаһы ауылда йәшәмәй бит. Был осраҡта баҙар һәм магазин кәштәләре тәҡдим иткән ит тураһында һүҙ сурытып тороу урынһыҙ. Ә талаптар, билдәле, ҡәтғи: тәмле лә булһын ул ит, осһоҙ ҙа һәм, иң мөһиме, сифатлы ла. Ҡыҫҡаһы, ҡайҙан табырға һуң ундай итте?

Ҡороттарҙы тейәп, киттек әйҙә баҙарға!

“Рено-логан” автомобилендә килеп туҡтаған фырт ҡына ханымды башта ҡаланан ҡайтҡан ҡунаҡ икән тип уйланым. Көҙән ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Алтынбаев:
– Зимфера Ришат ҡыҙы – ауыл клубын­да художество етәксеһе, – тигәс, мәҙәниәт хеҙмәткәренең эш хаҡын барлай башланым. Уйҙарымды бүлеп, урындағы етәксе:
– Бына, үҙ ихаталарында мал тотоп, ауыл халҡына тракторҙарында хеҙмәт күрһә­теп, ошо машинаны алдылар, – тип өҫтәп ҡуйҙы. Барыһы ла урынына ултырырға тейеш тә бит, юҡ, башта, киреһенсә, бөтә уйҙар буталды: шәхси ихатаң ярҙамында сит ил автомобилен һатып алып буламы икән ни?!
...Була шул, йорт хужалары, уларҙың көнитмеше менән танышҡас, шиктәрем һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡты. Баҡтиһәң, Зимфера менән Рәил Йәрмөхәмәтовтар ҡош-ҡорт һәм һыйыр малы ярҙамында бынамын итеп донъя көтә: тауҙай йорт һалып сыҡҡандар, техника-йыһаздарын яңыртып торалар. Ошондай күркәм мөхиттә өс бала үҫеп килә: Радмир Ишембай ҡалаһының кадет мәктәбендә белем алһа, Алһыу ошо ҡаланың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се гимназия-интернатында уҡый, ә кескәй Нурсилә ата-әсәһе янында.
Башта шуныһын билдәләп китергә кәрәктер: Көҙән ауылында тракторҙар күп тип әйтеп булмай. Булғандарын да хужалары үҙ эшен башҡарырға ғына тота. Ә бына Рәил Дәриғәт улы “тимер аты” менән бөтә ауыл халҡының тиерлек баҡсаһын һөрә, бесәнен саба һәм шул бесәнде ташып та бирә. “Көнәркәшлек ағай” яфала­мағас, билдәле, хеҙмәт күрһәтеү гөрләп бара. Бынан тыш ауылда юл таҙартыу ҙа – уның иңендә. Тәүге йылдарҙа уңған хужа был эштәрҙе иҫке тракторында башҡарһа, күптән түгел кредитҡа батмай ғына өр-яңы “МТЗ-82”-не алып ебәргән, баҡсаны йомшартыр өсөн ошо көндәрҙә генә 100 мең һумлыҡ культиватор ҙа ҡайтартҡан. Тик аҡса табыуҙа Рәил Йәрмөхәмәтов хеҙмәт күрһәтеү менән генә сикләнмәй, тракторы ярҙамында үҙенә лә күп итеп мал аҙығы етештерә. Был ризыҡты һимертергә алған башмаҡтар ауыҙ итә, шулай уҡ йылына ҡарап ике-өс һауын һыйыры ла ашай. Сөгөлдөрҙө ауылда буш ятҡан баҡсаларға өҫтәп сәсәләр.
– Яҙ етһә, дүрт-биш быҙау алабыҙ ҙа йыл-йыл ярым тотабыҙ. Бесәнде үҙебеҙ эшләһәк, игенде һатып алырға тура килә. Итте йәрминкәләрҙә һатабыҙ, күберәк таныштар бүлешеп ала, – ти хужалар, ауыл кешеһенең аҡса эшләү юлын барлап.
Йәрминкәгә, әлбиттә, бер һыйыр ите генә сыҡмай, халыҡ айырыуса бройлер-өйрәк итенә ябырыла икән.
– Бройлер себештәрен Стәрлетамаҡтан алып ҡайтабыҙ, бойҙайҙы алдан, көҙ үк, осһоҙ сағында хәстәрләп ҡуябыҙ. Әммә ҡош-ҡорт тигәс тә, иген менән генә туҡланмай бит, клуб тирәһен утап, ҡый үләндәрен ташып ашатам, – ти Зимфера ханым бер юлы бер нисә ҡуян ҡойроғо тотоуы хаҡында.
Был итте магазинда шәхсән үҙем килограмын 300 һумға тиклем осратһам, әлеге хужабикә уны йәрминкәлә 250 һумдан һата икән. Өҫтәүенә шәхси ихатала үҫкән, химия ҡушылмаған ит бит әле! Тимәк, етештереүсе-һатыусыға ла, һатып алыусы-ҡулланыусыға ла отошло. Сепрәк сәйнәүҙе хәтерләткән “Буш боттары” тураһында һүҙ ҡуҙғатҡы ла килмәй.
Һыйыр малының итенән генә файҙа алыу яҙыҡ булыр ине. Ағын һис юҡта үҙең булһа ла ҡуллана алаһың. Әммә Йәрмөхәмәтовтар был йәһәттән дә “уңыш елен” үҙ яғына ҡайырған. Ишембай ҡалаһында үткән йәрминкәгә һөт ризығы ла сыға икән, күрше-тирә лә һораштыра.
Әйткәндәй, Зимфера Ришат ҡыҙының ҡоротон бик маҡтайҙар – төрлө емеш-еләк ҡушып тәмләндергәне өсөн генә түгел, был ризыҡты әҙерләүҙә хужабикәнең үҙенең рецепт өлгөһө бар.
– Ғәҙәттә, ҡоротто ҡайнатҡанда ҡалаҡ менән бутап торабыҙ, мин был эште еңелләштерәм тип миксер ҡулланып ҡарағайным, хеҙмәтем генә ҡулайлашып ҡалманы, ҡорот төйөрһөҙләнде – ошондай ризыҡты биҙрәләп һатып ҡайтам, – ти хужабикә үҙенсәлекле тауары тураһында.
...Һөт, ҡаймаҡ, ҡорот, ит, бал – ауыл хужалығы йәрминкәләрендә гөрләп үтә торған ризыҡ. Тик Йәрмөхәмәтовтар тәҡдим иткән продукция исемлеге бының менән генә сикләнмәй булып сыҡты.
– Шәмбе кис ауыл йәштәренә клубта ритайым ойоштороу – хеҙмәт бурысым. Тик егеттәр-ҡыҙҙар бейегәндә мин тик ултырырға тейешме ни – алдан ептәр һатып алам да дискотека мәлендә уларҙан йыуғыстар яһайым, – йәнә “ике ҡуян ҡойроғо”.
Афариндан башҡа һүҙ табып та булмай. Ваҡыт эш араһында ла бар икән, уны күрә белергә генә кәрәк.
Өҫтәмә шөғөл һәм килем буйынса хужа ла бирешерлек түгел: Рәил Дәриғәт улы 40-лап умарта тота. Ауыл тирәләй йүкә урмандарының күплеге быға яҡшы шарттар тыуҙыра. Урманға ҡорттарын бер нисә умартасы бергә йыйылып йөрөтә – берәү ике көн ҡарай, тағы берәү – ике көн. Ҡулалмаш булып, берҙәм йәшәүгә һәм эшләүгә етәме ни!
...Йәрмөхәмәтовтарҙың ғаиләһендә шәмбе иртәһе ошолай башлана: малдарына бесән-фураж ашатып ингән Рәилгә Зимфераһы тауыҡ һурпаһына үҙе киҫкән һалманы ултыртҡан арала былай ти:
– Атыңды ек, бройлерҙарҙы, ҡороттарҙы тейәп, киттек әйҙә баҙарға!
Ошондай иртәләрҙең йышыраҡ булыуын теләргә генә ҡала.

Туған-тыумаса, ҡоҙа-ҡоҙаса – беҙҙең һатып алыусылар

...Һуғым өмәһе – берсә мәшәҡәтле, берсә кинәнес күренеш бит ул. Яҡындарың менән бер йыйылып алыу үҙе ни тора! Башҡарған хеҙмәт емешеңде барлар көн өҫтәүенә. Мырҙаш ауылында йәшәүсе Фәйрүзә апай менән Рәфит ағай Насировтарҙа ла ҡыҙыу мәл – ҡаҙ өмәһенә күрше-тирә, туғандар йыйылған.
Хәйер, Насировтарҙың бындай мәшә­ҡәт­ле көндәре йылына бер түгел, тиҫтәнән ашыу тапҡыр ҡабатлана икән – улар күпләп башмаҡ һимертә, шул рәүешле табыш ала. Әйткәндәй, ҡаҙҙарын һирәкләп кенә һаталар, башлыса үҙҙәренә тотоналар һәм туғандарына күстәнәс итеп тараталар. Ә бына һыйыр малы итен иһә туған-таныштары һатып ала, ит тейәп баҙарға йөрөйһө лә түгел.
– Туғыҙ баш һыйырыбыҙ бар, башмаҡтарҙы һуйып һатабыҙ, бынан тыш быҙауҙар һәм үҫкән башмаҡтар алабыҙ, быйыл һимертеү малы 25 башҡа етте, бөгөн генә берәүһен һаттыҡ, – ти уңған хужалар.
Баҡтиһәң, Насировтар баҙарҙа итте тороп һатҡандары юҡ, башта билдәлә­гәнсә, үҙ клиенттары араһында тараталар, ҡалғанын осһоҙораҡ хаҡҡа булһа ла күмәртәләп ит йыйыусыларға тапшыралар.
– Әлбиттә, баҙарҙа тороп, бәлки, ҡиммәтерәккә лә һатырға мөмкиндер, мәҫәлән, һөйәкһеҙ ит 380 һумдан башлана, беҙ иһә бөгөн, мәҫәлән, 280 һумдан тараттыҡ. Уның ҡарауы, һатҡан урының, ҡалған итең өсөн һәм башҡа төр проблемаларҙы уйлап ҡайғыраһы түгел. Нисек кенә булмаһын, мал тотоу отошло, – ти үҙенең шөғөлө хаҡында Рәфит Өлфәт улы.
Үҙ клиенты тигәндән, һөт менән ҡай-маҡты ла бер үк кешеләр ала икән, хатта ситкә йөрөтөргә лә кәрәкмәй, Салауат ҡалаһынан тәмле аҡ һорап үҙҙәре килә. Теләк кенә булһын, яйы үҙе һине таба!
Әлбиттә, 25 баш малды аҡсаға әйлән­дерһәң, төплө генә сумма хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Тик был тиклем үгеҙҙе ашатырға ла кәрәк бит әле – быныһы инде көнүҙәк мәсьәлә. Мәҫәлән, үҙе ярты һарайҙы тултырып торған “симменталь” тоҡомло үгеҙ генә лә күпме бесән ашай һәм он ялай. Тик эштән дә, мал аҙығы табыуҙан да ҡурҡа торғандарҙан түгел На­сировтар. Барыһын да күптән бер сис­те­маға һалып алғандар: мәҫәлән, өс башмаҡтың береһе фураж алырға, бесән әҙерләгәндә тракторҙарына һала торған яғыулыҡ, запас частарға тотонолһа, икеһе артабан йәнә ике-өс быҙау алырға ҡала, шулай түңәрәк киңәйгәндән-киңәйә. Мәҫә­лән, ошо көндәрҙә генә улар 160 мең һум­лыҡ иген һатып алған. Уйлай китһәк, был – ҡайһы бер ғаиләнең бер йыллыҡ бюджеты.
Табыштың ҡайһы бер өлөшө ғаиләнең кәрәк-ярағы өсөн тотонолған ҡаҙнаға ла ағыла. Нисек кенә булмаһын, Мәскәүҙә һәм Өфөлә уҡып йөрөгән балаларҙы ҡарарға, йорт-ҡураны киңәйтергә лә кәрәк бит. Уңған хужаларҙың баш ҡалабыҙҙа торлаҡ хәстәрләп ҡуйыуы йәнә иғтибарға лайыҡ.
Шәхси ихата. Унда дегәнәк үҫтерергә лә мөмкин, ташландыҡ хәлгә ҡалдырыу бер ни тормай. Ә бына һәр аҙымыңдан файҙа алып йәшәү, миңә ҡалһа, теләк-тырышлыҡ ҡына талап итмәй, ошо ергә һөйөү ҙә булырға тейештер. Йәнтөйәгеңде яратҡанда, көнитмешеңде үҙ иткәндә, унан файҙа ла, рухи кинәнес тә алаһың. Бер гектар ерең булһынмы, ун сутыймы – быныһы инде мөһим түгел...







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518