Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шарттар бар, хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел
Шарттар бар,  хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел Рәсәй почтаһы илдә йәшәгән 20 миллион гәзит-журнал алдырыусыны хеҙмәтләндерә һәм уларға бер миллиард дананан ашыу ваҡытлы баҫма ташый. Шуға күрә лә һәр ярты йыл һайын почта бүлексәләрендә матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың ҡыҙыу мәле башлана. Һуңғы йылдарҙа, гәзит-журнал алдырыу ҡырҡа һүлпәнәйгән ваҡытта, был – элемтә үҙәге хеҙмәткәрҙәре өсөн иң яуаплы осор.


Бөгөн баҫмаларға яҙылыу кимәленең кәмеүе күҙәтелә. Бының сәбәптәре лә төрлөсә. Берәүҙәр почтаны ваҡытында килтермәгән почтальондарҙы ғәйепләһә, икенселәре – гәзит-журналһыҙ ҙа мәғлүмәт сараларының күплегенә, өсөнсөләре финанс яғының таҡыр булыуына һылтана.
Белорет почтамты Әбйәлил, Бөрйән һәм Белорет райондарын хеҙмәтләндерә һәм 64 почта бүлексәһенең эшмәкәрлеген контролдә тота. Подписка осорон уңышлы тамамлау өсөн почта хеҙмәткәрҙәренә төрлө юлдар табырға, акциялар ойошторорға, ойошма-предприятие етәкселәре менән бәйләнешкә сығырға тура килә. Мәҫәлән, “Изгелек ағасы” акцияһы барышында Белореттың Үҙән балалар йортона, махсус бала йортона, балалар приютына, лицей-интернатҡа, Әбйәлил районындағы хосписҡа, Асҡар балалар йортона бөтәһе 142 дана төрлө гәзит-журнал яҙҙырылған. Ә инде ҡала урамында уҙғарылған Матбуғат көнөн төрлө уйындар, һәр яҙылыусыға бүләктәр оттороп үткәреү халыҡта ҡыҙыҡһыныу уятып ҡына ҡалманы, битараф булғандарҙың да иғтибарын йәлеп итте. Ошо көндә башҡарылған эш ҡайһы бер баҫмаларҙың тиражын үҫтереүгә лә ярҙам итте. Баҫмаларға ташламалы хаҡтар менән ун көнлөктәр, онлайн-яҙылыу ойоштороу ҙа ыңғай һөҙөмтәләр бирә.
Бынан сығып, дөрөҫ йүнәлештә эшләгәндә, халыҡты матбуғат баҫмаларына яҙҙырыуҙы тейешле кимәлдә алып барырға мөмкин, тип әйтергә булыр ине. Шулай ҙа 2016 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу күләме был­тырғы менән сағыштырғанда 14,8 про­центҡа кәмерәк икән.
Белорет почтамты начальнигы урынбаҫары Вәлимә Фәрит ҡыҙы Гарданова әйтеүенсә, подписканың үтәлеше почта тармағы эшмәкәрлегенән генә тормай. Бында төрлө факторҙар ҙур роль уйнай. Шуға күрә һәр баҫманың үҙ уҡыусыларын таба, һаҡлай һәм халыҡта ташҡа баҫылғанға ҡыҙыҡһыныу уята белеүе лә оло әһәмиәткә эйә. Яҙылыу буйынса планды үтәү өсөн ҙур тырышлыҡ һалына, тәү сиратта, почтальондар араһында хеҙмәт дисциплинаһын нығытыуға, дәртләндереү саралары булдырыуға ҙур иғтибар бүленә. Был йәһәттән йыл һайын почта хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамдарында иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә юғары исемдәр, премиялар, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырыла. Былтыр почта хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡының артыуы кадрҙар ҡытлығын кәметеүгә лә булышлыҡ иткән. Мәҫәлән, декабрь айынан I класлы почтальондың эш хаҡы 4 мең 800 һумға артып, 10 мең 290 һумға барып еткән. Шулай уҡ премия күләме лә күпкә күтәрелгән. Элек почтальондар халыҡҡа финанс һәм почта хеҙмәте күрһәтеп, 15 проценттан да юғары булмаған премияға өмөт итә алһа, быйыл 1 июлдән был күрһәткес 30-ға еткән. Был система асыҡ, һәр кем үҙенә тәғәйен премияны махсус программа аша күҙәтеп бара ала.
Подписка һөҙөмтәләренә күҙ һалһаң, ҡайһы районда ниндәй баҫманы яратып уҡыуҙары ла асыҡ күренә. Мәҫәлән, “Башҡортостан” гәзитен Белорет районында – 117, Әбйәлилдә – 143, Бөрйәндә – 199, “Йәшлек”те Белоретта – 252, Әбйәлилдә – 792, Бөрйәндә – 536, “Аманат” журналын Белоретта – 142, Әбйәлилдә – 176, Бөрйәндә 209 дана алдыралар. Һандарға ҡарағанда, өс район араһында иң ҙуры булған Белорет районының башҡаларҙан арттараҡ барыуы күҙгә салына. Шулай ҙа журнал хеҙмәткәрҙәренең килеп халыҡ менән осрашыуҙар үткәреүе арҡаһында “Ағиҙел” журналына белореттар күберәк яҙылған булып сыҡты. “Ватандаш” журналын да улар башҡаларға ҡарағанда күберәк – 29 дана – яҙҙырған. Әбйәлилдә уны – һигеҙ, Бөрйәндә ни бары ике кеше уҡый. Ә бына меңдән ашыу уҡытыусы эшләгән Белорет районында “Башҡортостан уҡытыусыһы”н 124 кенә кешенең алдырыуы уйға һала. Был журналды Әбйәлилдә – 344, Бөрйәндә 287 уҡытыусы алдыра.
Шулай итеп, Белорет почтамты быйыл­ғы йылдың икенсе ярты йыллығына планға ярашлы 58 мең 190 дана урынына 48 мең 593 дана ғына подписка эшләй алған. Был йәһәттән төрлө алымдар файҙа­ланылһа ла, күрһәткес пландан 9 мең 597 данаға әҙерәк. 2015 йылдың икенсе ярты йыллығында иһә тейешле кимәлдән 23 мең 173 экземплярға кәмерәк гәзит-журнал яҙҙырылған.
Килтерелгән һандарҙан сығып, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса хәлдәрҙең маҡтанырлыҡ булмауын, был йәһәттән етди ҡарарҙар ҡабул итеп, һөҙөмтәле юлдар табыу кәрәклеген билдәләргә мөмкин.
– Гәзит-журналдарҙың тираж кимәлен төшөрмәү өсөн киләһе ярты йыллыҡта ла төрлө саралар, алымдар файҙала­нырға, уларҙы үткәреү өсөн бағыусылар табырға тырышасаҡбыҙ. Эш хаҡы күтәрелеү менән почтальондар араһында конкурентлыҡ та барлыҡҡа килә башланы. Шуға күрә эшенә һүлпән, намыҫһыҙ ҡараған хеҙмәткәрҙәр менән етди эш алып барасаҡбыҙ, сөнки уларҙың эш шарттарын насар тип әйтеп булмай – йыл да махсус кейем бирелә, эш хаҡы тотороҡло. Теләктәре булғандар, егәрлеләр төрлө почта хеҙмәттәре күрһәтеү өсөн ҡаралған дәртләндереү сараларын файҙаланып, эш хаҡын тағы ла арттыра алыу мөмкинлегенә эйә, – ти Вәлимә Фәрит ҡыҙы.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840