Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бал бабай” тиҙәр уны
“Бал бабай”  тиҙәр уны Ике оло йылға – Кама менән Ағиҙел осрашҡан ерҙә урынлашҡан Краснокама районы биләмәләре тиҫтәләгән төр
шифалы үлән-сәскәле болондарға, йүкә ағаслы урмандарға бай. Шуға ла был яҡты юҡҡа ғына “баллы төбәк” тип нарыҡламағандар. Әйткәндәй, ҡортсолоҡ менән әүҙем шөғөлләнгәндәр һаны бында йылдан-йыл арта.



Бихисап умартасыларға ҡарата халҡыбыҙҙың “Атанан күргән – уҡ юнған” тигән тапҡыр һүҙҙәрен ҡулла­нырға була. Бал ҡорто тотоу, ғаиләһен һәм яҡындарын татлы, шифалы ризыҡ менән тәьмин итеү кәсебе быуындан быуынға күскән. Яңы Ҡабан ауылында йәшәгән Сабирйән Насиров — нәҡ шундай ҡортсолар вәкиле. Халҡы­быҙҙың борондан килгән һөнәренә заманында уны атаһы Шәрифйән бабай өйрәткән. Әйткәндәй, ул быны күп атайҙарға хас оҫталыҡ менән, ысын остаздарса эшләгән: ҡул ара­һына инә башла­ғандан бирле улын умарталыҡта төрлө эшкә йәлеп иткән, үҫмер үҙе башҡара алғандарына бөтөнләй ҡағылмаған. Бер үк ваҡытта малай ҡортсолоҡ серҙәрен аңына һала барған.
Рамдар әҙерләүҙән башлап бал ҡорттарын тәрбиәләүгә тиклем мәшә­ҡәттәрҙе күреп-белеп кенә түгел, үҙе башҡарып буй еткергән Сабирйән Шәрифйән улына атаһынан күскән шөғөлдө үҙаллы башҡарыу бер ҙә ауыр булмай. Ике умарта ҡарауҙан башланған шөғөл хәҙер инде дүрт тиҫтә йылдан ашыу күңеленә яҡын, матди файҙа килтергән һөнәргә әүерелгән. Эшен дәртләнеп һәм ҙур теләк менән башҡара ул.
— Әгәр ныҡлап яратмаһаң, бал ҡорттарын тотмауың хәйерле, — ти Сабирйән ағай, – сөнки улар – ғәжәйеп йән эйәләре. Бер тамсы бал йыйыр өсөн генә лә һәр береһе йөҙәр тапҡыр ҡайҙалыр оса бит. Был нескәбилдәр кеүек тырыш та, башлы ла башҡа бөжәк Ер йөҙөндә юҡтыр ҙа инде...
Нәҡ ошо һүҙҙәре һәм яратҡан шөғөлөнә яҡты күңеле менән ҡара­ғаны өсөн дә ауылдаштары уны оло хөрмәт менән “Бал бабай” тип кенә йөрөтә. Ә ағайыбыҙ был маҡтаулы ҡушаматы менән ғорурланыуын күрһәтмәй генә туғандарын, күрше-күләнен, дуҫ-ишен татлы ризыҡ менән йомарт һыйлай.
— Беҙҙең яҡтар ҡорт үрсетеү өсөн бик ҡулайлы. Балдың файҙаһын белмәгән бер кем дә юҡ. Минеңсә, һәр ғаилә үҙе өсөн бер-ике баш булһа ла умарта тотһон ине, — ти әүҙем ир-уҙаман. — Әллә ни ауыр эш түгел бит, ныҡлы теләге булған һәр кем уға өйрәнә ала. Ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар аша килеп еткән файҙалы һәм төшөмлө кәсебе юғалмаһын.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511