Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыярының тәме — тел осонда
Ҡыярының тәме —  тел осонда Үҙ эшен юлһыҙ һәм газһыҙ ерҙә теплица ҡороуҙан башлаған Альберт Шәрәфетдинов төбәктә иң яҡшы йәшелсә үҫтереүсе булып танылды. Ҡараттамаҡ ауылында йәшәгән йүнсел районда иғлан ителгән конкурстың “Йәшелсәселек буйынса иң яҡшы шәхси ярҙамсы хужалыҡ” номинацияһында еңеүсе булды. Уның миҙгел дауамында үҫтергән ҡыяр уңышы, һәр сутыйға уртаса бүлеп иҫәпләгәндә, ике тоннанан артып китә.


Бөгөн, әлбиттә, былай тип әйтеүе генә анһат. Юғары ҡаҙанышҡа килтергән тиҫтә ярым йылдан ашыу ваҡыт арауығында ҡыйынлыҡтарҙың күбеһе онотолған да инде.
Юрист дипломлы Альберт бер ни тиклем төрлө ойошмаларҙа һайлаған һөнәре буйынса эшләй. Етерлек хеҙмәт хаҡы алырына ышанысы бик тиҙ юҡҡа сыға. Оҙайлы кредит ярҙамында булһа ла йорт һалыу теләге лә алыҫтағы хыялға әйләнә.
2000 йылда тормошон ҡырҡа үҙгәрткән ҡарарға килә: йылы офисты ҡалдыра ла “Панакс” крәҫтиән хужалығына юллана. Оло теплицала ҡыш дауамында ҡыяр һәм помидор етештерә. Бар бурыстарҙы еренә еткереп башҡарыу өҫтөнә йәшелсә үҫтереү серҙәрен, маһирҙарҙың тәжрибәһен ныҡлап хәтер һандығына туплай. Етерлек хеҙмәт күнекмәһе, бер ни тиклем оҫталыҡ туплауын һиҙгәс, эштән бушатыуҙарын һорап ғариза яҙа. Дуҫ-иштәренең “газһыҙ, юлһыҙ ауылда нимә көткәнен аңлайһыңмы һин?” тигән киҫәтеүҙәре лә туҡтатмай маҡсатына ынтылған егетте.
Ул, бар тырышлығын һалып, уйында булған бизнес-планын тормошҡа ашырыр­ға тотона. Туғандарынан бурысҡа йыйған 100 мең һум аҡсаға таҡта һәм полиэтилен япма һатып алып, ҡуртымға бирелгән дүрт сутый ерҙә теплица ҡора, унда бер нисә мейес урынлаштыра. Туймазы урман хужалығы бүлгән диләнкәнән етерлек күләмдә утын ҡайтартҡас, эштәр әкренләп яйға һалына: тәүге яҙҙа уҡ фермер аҙнаһына һатыуға 300 килограмлап ҡыяр оҙата башлай. Был Ҡараттамаҡҡа илткән юлдарҙың рәтһеҙ, ауылға газ үткәреү мәсьәләһен оло кабинеттарҙа хәл итеүҙе көткән осор була...
— Шәхси ярҙамсы хужалыҡтың өҫтөн­лөгө – үҙ өйөңдә тороп, ғаиләң менән бергә һәм үҙең өсөн эшләүҙә, — тип күптән нығынған уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша Альберт. — Быны ҡайһы берәүҙәр ынтыл­ған һәм тәү ҡарашҡа йәмле генә булып тойолған йылы офиста хеҙмәт бурыстарын үтәү менән бер нисек тә сағыштырып булмай.
Ә теге саҡта ауылға тиҙҙән “зәңгәр яғыулыҡ” киләсәген алдан белгән йүнсел үҙенең инде ун сутыйға еткән теплицаһына газ индереү өсөн техник шарттар эшлә­теүгә өлгәшә. 2004 йылда утын яғылған мейестәрҙең кәрәге бөтә.
— Тора-бара теплица майҙандарын 16 сутыйға тиклем арттырҙым, — тип дауам итә ауыл уңғаны. – Алдыбыҙға ҡуйған “бер сутыйҙан – ике тонна ҡыяр” тигән бурысты үтәргә тырышабыҙ. Бар эштәрҙе ҡатыным Әлфиә һәм улым Руслан менән башҡарабыҙ. Был мәшәҡәттәрҙә төпсөк Динарҙың да яҡын киләсәктә ныҡлы ярҙамсы буласағына шик юҡ.
Шәхси ярҙамсы хужалыҡта үҫкән ҡыяр күптән үҙ һатып алыусыһын тапҡан. Әүҙем фермерҙың йәшелсәһен күп йылдар инде йыйған көнөндә үк тулыһынса тиерлек Салауат эшҡыуарҙары күмәртәләп алып китә, ҡалғаны яҡындағы Октябрьский ҡалаһы баҙарына эләгә. Тәжрибәһе нигеҙендә ҡыярҙың күптәр яратҡан йомшаҡ һәм тәмле, шул уҡ ваҡытта сағыштырмаса тиҙ үҫкән “эстафета” һәм “атлет” сорттарына төп иғтибарын бүлгән йүнсел 8 Март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә йорт шарттарында алынған тәүге уңышын кибеттәргә оҙата.
Альберт Шәрәфетдинов тотороҡло уңыш алыу серҙәрен бер кемдән дә йәшермәй. “Улар былай ҙа билдәле инде, — ти ул, — температура тәртибен һәм ҡыяр үҫтереү технологияһын теүәл үтәү менән бергә тупраҡҡа мотлаҡ сифатлы органик ашлама индерергә кәрәк”.
Ун алты сутый ергә ун алты “КамАЗ”, үҙе әйтеүенсә, яҡшы сифатлы тиреҫ килтерә икән. Минераль ашламаларҙы бөтөнләй ҡулланмай, күптәр мауыҡҡан торфлы көршәктәрҙән, башҡа төрлө яйланмаларҙан да баш тартҡан. Киләсәктә полиэтиленға һәм таҡтаға киткән сығым­дарҙы кәметеү йөҙөнән теплицаһын тимер каркаслы итергә, япманың ныҡ­лырағын һәм сыҙамлырағын хәстәрләргә ниәтләй.
— Йорт ҡыярының тәме – минең бренд, — ти, ихлас йылмайып, ауыл фермеры. – Һатып алыусылар маҡтап бөтә алмай йәшелсәмде...
Күңел һалып башҡарылған эш емеше шулай булырға тейештер ҙә ул. Бигерәк тә райондың иң яҡшы шәхси ярҙамсы хужалы­ғында.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512