Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ ижады ынйылары бөртөкләп йыйыла
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында фольклор буйынса йомғаҡлау конференцияһын үткәреү матур йолаға әйләнде. Был юлы ла сарала һәр төркөмдөң йөкмәткеле, анализға ҡоролған сығыштарына баһа бирелде. Студенттар фольклор практикаһының эшмәкәрлеген яҡшыртыу, еңеләйтеү буйынса төрлө үҙенсәлекле тәҡдимдәр индерҙе: берҙәм фольклор базаһын булдырыу, мәғлүмәттәрҙе видеотаҫмаға төшөрөп, Интернет селтәренә ҡуйыу һәм башҡалар.


Йәйге сессияны тамамлағас беҙҙе, I курс студенттарын, фольклор практикаһы көтә ине. Халыҡ хәтерендә быуаттар буйы һаҡланған ижад өлгө­ләрен йыйыу маҡсатында Башҡортос­тан төбәктәренә һәм күрше Ырымбур өлкәһенә юлландыҡ.
Милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе үҙенә һеңдергән таҡмаҡтар, уйындар, легендалар — башҡорт халҡының милли көҙгөһө. Халыҡ ижады ынйыларын бөртөкләп йыйып, уны киләсәк быуынға еткереү — төп бурысыбыҙ.
Башҡорт халҡының милли кейем­дәрендәге матурлыҡты, нәзәкәтлелекте әйтеп аңлатыр­лыҡ түгел. Сағыу биҙәк­тәр, орнаменттар башҡорт балаҫында айырыуса асыҡ сағыла. Фольклор экспедицияһында Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәгән ағинәй Рабиға Йәрмиева менән ошо хаҡта әңгәмәләшергә насип итте. Уға әсәһе, өләсәйҙәре бала сағында уҡ балаҫ һуғырға, кейеҙ баҫырға, бәйләргә, сигергә өйрәткән. Элек балаҫ баҫыу станогы һәр өйҙә тиерлек булған. Бөгөн Рабиға инәй был шөғөлгә тотош ғаиләһе менән тотонған, алтын ҡуллы йәмәғәте өр-яңы станок та эшләп биргән.
Сәйетбаба ағинәйҙәре мәктәп уҡыусыларына ла ошо ҡыҙыҡлы милли шөғөлдөң серҙәрен аса. Мәктәп һәм ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған түңәрәккә ҡыҙҙар әүҙем йөрөй. Борондан килгән кәсепте дауам иткән йәш­тәрҙең балаҫтарын төрлө байрамдарҙа, һабантуйҙарҙа, этнофо­румдарҙа ойош­торолған күргәҙмә­ләрҙә осратырға мөмкин. Улар ошо сағыу эш өлгөләре менән Башҡортос­танды ғына түгел, Рәсәй ҡалаларын да урап сыҡҡан, конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулаған.
Шәхсән үҙем фольклор практи­каһында Әбйәлил районы сәсәниәһе Гөлнур Мәмлиева менән осраштым. Һүҙ оҫтаһы ҡобайыр, әкиәт, риүәйәт­тәрҙән тыш, башҡорт халыҡ бейеүе хәрәкәттәре тураһында ла ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Гөлнур инәй “Ҡомартҡы” фольклор төркөмөн төҙөй. Туй йолаларын, “Тәпән”, “Аҡ торналар”, “Сыңрау торна” бейеүҙәрен сәхнәләштерәләр. Уларҙы хатта Мәскәү, Германия, Голландиянан килеп видеотаҫмаға яҙҙырғандар.
Фольклор экспедицияһы йыл һайын бай ижади мираҫыбыҙ өлгөләрен тупларға мөмкинлек бирә, быға тиклем бер ҡайҙа ла донъя күрмәгән мөнәжәт­тәр, көләмәстәр, лаҡаптар, ер-һыу атамалары, мәҫәл, мәҡәл һәм риүәйәттәр табыла. Тап ошо эш барышында ата-бабаларыбыҙҙан ҡалып, беҙҙең көндәргәсә килеп еткән тере мираҫты һаҡлау зарурлығына инанабыҙ.

Әлфинә КИЛДЕЙӘРОВА,
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультеты студенты.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516