Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Егет икәнһең, маҡсатың булһын
Егет икәнһең, маҡсатың булһын Бөгөнгө йәш быуын нимә менән мәшғүл, ул нисек көн итә? Ошо һорауҙарҙан сығып, гәзит уҡыусыларҙы үҙенең аҡылы, отҡорлоғо, сослоғо менән айырылып торған йәштәшем, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының III курс студенты Айҙар БАЙТИМЕРОВ менән таныштырмаҡсымын.
– Айҙар, сығышың менән ҡайһы тарафтанһың? Ни өсөн музыка юлын һайланың?
– Мин Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылында тыуғанмын. 1998 йылда ғаиләбеҙ менән Сибай ҡалаһына күсендек. Бәләкәйҙән йыр-моңға тартылдым, балалар музыка мәктәбенең концертын ҡарағандан һуң, шул йүнәлеште һайларға ҡарар иттем. Ҡурайҙан Илдар Хәсәнов уҡытты. Төп белемде 8-се мәктәптә алдым. 2009 йылда Өфө сәнғәт училищеһына керҙем, унда сәнғәт серҙәренә Таһир Хәмитов төшөндөрҙө. Училищела уҡығанда төрлө спорт ярыштарында ҡатнаштым, I-II урындарҙы яулай торғайным. Әлеге ваҡытта әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, сәнғәт академияһында уҡыуымды дауам итәм.
– Институтта нимә менән шөғөллә­нәһең? Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатна­шып йөрөгәнеңде күреп торабыҙ...
– Эйе. Беренсе курстан уҡ беҙ институттың Венер Йылҡыбаев етәкселегендәге ҡурай­сылар ансамбле менән республикабыҙҙың ҙур мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнашабыҙ: “Байыҡ” телевизион конкурсының гала-концертында, “Тамыр” телеканалының юбилейында, “Өфө-Арена” спорт-концерт комплексында “Газпром” ойошторған Бөтә Рәсәй спорт ярыштарын асыу һәм ябыу тантаналарында ҡунаҡтар алдында ҡурайҙа уйнаныҡ. Иң иҫтә ҡалған сараларҙың береһе – быйыл Өфөлә халыҡ-ара кимәлдә үткән KURAIFEST байрамы беҙҙең ансамбль башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры менән асылды. Институттың профессиональ йүнәлеш биреү сараларында ла ҡатнашып, төрлө райондарға гастролгә сығабыҙ. Яңыраҡ Башҡортостан исеменән Ҡазан ҡалаһына барып ҡайтырға насип булды. Төрки йәштәр фестивалендә ҡурайҙа халҡыбыҙҙың гимны “Урал”ды уйнап, үҙебеҙҙе лайыҡлы күрһәтә алдыҡ.
– Әйткәндәй, һинең фекереңсә, бөгөн­гө башҡорт егете ниндәй булырға тейеш?
– Иң мөһиме – ялҡау булмаһын. Үткәндәребеҙҙең генә усағында йылынып ятмай, тап бөгөн берҙәм булырға тейешбеҙ. Ниндәйҙер кимәлгә күтәрелһәк, бүтәндәрҙе лә тартып мендерергә тырышырға кәрәк. Был осраҡта күрше халыҡтар – беҙгә үрнәк. Юғиһә етәксе булып алғас, күптәребеҙ ултырған креслоһы өсөн хеҙмәт итә башлай. Һәр башҡорт егете халҡының тарихын белергә тейеш, шунда ғына ул үҙенең баһаһын, хаҡын дөрөҫ самалай ала. Битараф, ғәмһеҙ булмаҫҡа кәрәк.
– Ә башҡорт ҡыҙына ниндәй сифаттар хас?
– Ҡыҙҙар Аллаһ Тәғәләнең 10 ҡанунын үтәһә, еткәндер тип уйлайым. Әлбиттә, уларға ла тарихты белеү мотлаҡ. Сәнғәт кешеһе булараҡ шуны әйтә алам: башҡорт халыҡ йырҙарында ла беҙҙең тарих ярылып ята.
– Тормошта маҡсаттар ҡуяһыңмы?
– Әлбиттә, маҡсатһыҙ булмай. Һәр йәш кешегә хас булғанса уңышлы уҡып сығырға, ғаилә ҡорорға, торлаҡ алырға һ.б. Бығаса һәйбәт уҡыуым һөҙөмтәһендә алған юғары дәүләт стипендияһын йыйып, машина һатып алдым.
– Машина уҡыуыңа ҡамасаула­маймы? Сығымдары күп, бензинға хаҡ артҡандан-арта бит...
– Ялдарҙа ауылға ҡайтып йөрөү өсөн бик уңайлы, сығымһыҙыраҡ булһын өсөн, юлдаштар ултыртып алам. Йомош буйынса кәрәкле урынға ваҡытында ғына барып етәһең, эшкә йә институтҡа булһынмы, йәмәғәт транспортында йөрөп ваҡыт әрәм булмай.
– Бөгөнгө йәмғиәтте нисек баһалай­һың?
– Күбебеҙ кемдәндер нимәлер көтөп ята. Мәҫәлән, дәүләт “эш юҡ” ти икән, ниңә үҙеңдекен асмаҫҡа?! Йәштәрҙең эшмә­кәрлеген әүҙемләштереү өсөн төрлө программалар бар бит: “Йәш ғаилә”, фермерлыҡты үҫтереү буйынса гранттар һәм башҡаһы... Шулай ҙа көтөп ятырға кәрәкмәй, тырышыу, эҙләнеү зарур.
– Һин әле уҡып та, эшләп тә өлгөрә­һең...
– Эйе, мин уҡыуҙан һуң мәктәптә төнгө тәрбиәсе булып эшләйем. Балаларҙы тәртипле, яуаплы булырға өйрәтәм, әрме ҡанундары буйынса тәрби­ә­ләйем. Улар менән дуҫлашып алдым, яҡын күрәм. Түңәрәк тә асып ебәрҙем. Балаларҙы ҡурайҙа, думбырала, фортепианола уйнарға өйрәтәм, концерт әҙерләйбеҙ. Уға “Осҡон” тигән исем бирҙек. Быйыл мәктәптә 1 Майға арналған концертта ансамблебеҙ менән сығыш яһаныҡ. Эшем мәктәп етәкселегенә бик оҡшаны, беҙҙең хаҡта “Уфа” журналында ла яҙып сыҡтылар. Шулай уҡ рәссам Зәбир Теүәлов һәм уның ҡатыны Зөлхизә апай менән республика буйлап күргәҙмәләр ойоштороп йөрөйбөҙ. Күргәҙмәне асҡанда мин ҡурайҙа уйнайым.
– Башҡорт йәштәренә, гәзит уҡыусы­ларына ниндәй теләктәрең булыр?
– Бөтөн республикаға ҡысҡырырлыҡ дәрәжәм булмаһа ла, әйтеп үтәйем. Иң тәүҙә ялҡаулыҡтан ҡотолорға, һәр яҡтан да өлгөр булырға. Азат ағай Айытҡоловтың бер һүҙе бар: “Бөгөн эшләй алған эште “өслө” билдәһенә булһа ла атҡарып ҡуйырға кәрәк!” Һәм ниндәйҙер эште башлағанһың икән, аҙағынаса еткереп ҡуйырға. Бирешмәҫкә!
– Әңгәмәң өсөн рәхмәт, Айҙар! Тормош юлыңда тик уңыш юлдаш булһын!

Әйткәндәй, Айҙар менән осрашыу үҙемә лә фәһемле булды. Тәү күреүҙән үк ябай, эскерһеҙ, ихлас, аҡыллы егет икәнен аңланым, уның менән әңгәмә ҡороуы ла еңел булды. Ошондай тырыш, маҡсатлы башҡорт егеттәре ҡыуандыра, иң мөһиме, улар күбәйә бара.

Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840