Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иван Васильевич аңдарҙы үҙгәртә
Иван Васильевич аңдарҙы үҙгәртә Үткән аҙнала Орел ҡалаһында Рәсәй тарихында тәрән эҙ ҡалдырған батша Иван IV хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылды. Был хәлде берәүҙәр хуплап ҡабул итһә, икенселәр яһил булараҡ даны сыҡҡан хакимдың исемен мәңгеләштереү ниәтенә теше-тырнағы менән ҡаршы ине.
Ватаныбыҙ йылъяҙмаһы аша күптәргә “Грозный” тигән ҡушаматы менән билдәле Иван IV тураһында фекерҙәр һәр саҡ ҡапма-ҡаршылыҡлы, бәхәсле. Уның Рәсәй дәүләтселегенең нигеҙ ташын һалған батша икәнлегендә шикләнеүселәр юҡ тиерлек, әммә тиранлығы өсөн өнәп етмәүселәр байтаҡ. Биш быуат элек йәшәгән һәм илгә идара иткән шәхестең холҡо ысынында ниндәй булғанын бөгөн берәү ҙә дөрөҫ кенә әйтеп бирә алмай, шунлыҡтан халыҡтың төрлө легендаларға, фараздарға ышаныуы көслө. Күптәр “Иван Васильевич һөнәрен алмаштыра” тигән комедия буйынса ғына сырамыталыр әле Грозныйҙың образын.
Ҡайһы ҡараш өҫтөнлөк алмаһын, Иван IV батшаны фәҡәт яуыздар рәтенә ҡуйырға тырышыу ғәҙел түгел. Дәүләт башлығының ҡанһыҙлығын бер нисек тә аҡлап булмайҙыр, шулай ҙа ул осорҙағы мөһим ыңғай үҙгәрештәрҙе иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай.
Беренсенән, Иван IV дүрт ярым быуат элек Рәсәйгә Башҡортостанды ҡушып, үҙ илендә федерализм ҡоролошон башлаған, ысынлап бөйөк держава төҙөүгә өлгәшкән. Ата-бабабыҙҙың Аҡ батша биргән хоҡуҡ грамоталарынан файҙаланып быуаттар дауамында ошо уртаҡ дәүләттә иркен көн иткәне, ерен, телен, динен, мәҙәниәтен һаҡлай алғаны хаҡ.
Икенсенән, Иван Грозный етәкселек иткән дәүерҙә Рәсәйҙә власть үҙәкләштерелгән, яңы хакимиәт органдары барлыҡҡа килгән, урындағы үҙидараға нигеҙ һалынған, Урыҫ православие сиркәүен нығытыу маҡсатында үҙгәртеп ҡороуҙар булған, һөнәри ғәскәр (уҡсылар) тупланған. Тап ошо мәлдә урыҫтарҙың тәүге баҫма китабы “Апостол” сыҡҡан.
Әйткәндәй, Грозный тормошҡа ашырған реформалар ваҡыт һынауын уңышлы үтә алған. Мәҫәлән, Сыуалыш осоронан сығыу Иван IV заманында төҙөлгән Земство соборын йыйыу менән бәйле. Был батшаның тырышлығы арҡаһында үҙләштерелә башлаған Себерҙең әле һаман илебеҙҙең иҡтисади терәге булып тороуын да онотмайыҡ.
– Орел ҡалаһында Иван Грозныйға һәйкәл ҡуйыу – батша һәм яугир булған олуғ шәхескә хөрмәт билдәһе, тарихыбыҙҙың барлыҡ дәүерҙәре араһындағы күсәгилешлелекте таныу ул. Рәсәйгә Иван IV хакимлыҡ иткән саҡтағы фажиғәле һәм данлы ваҡиғаларҙан тыш уртаҡ тарихыбыҙҙы күҙ алдына баҫтырып булмай. Улар беҙгә һабаҡ бирә, яңылыш аҙымдарҙан аралай, – ти Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең башҡарма директоры Владислав Кононов. – Грозныйҙың Рәсәй дәүләтенең көньяҡ сиктәрен һаҡлауҙы ойоштороуҙағы әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Нәҡ ошо батша заманында Орел ҡәлғәһе барлыҡҡа килгән һәм башҡа нығытмалар менән бергә Ҡырым илбаҫарҙарының урыҫ ерҙәренә үтеп инеүен сикләгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840