Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иркен һулайым тиһәң...
Иркен һулайым тиһәң... “Бөгөн тәбиғәттәге һәм көнкүреш биналарындағы һауаның таҙа булмауы – кеше организмы өсөн иң ҙур экологик хәүеф, – ти Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре. – Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙың, балаларҙың һәм өлкәндәрҙең сәләмәтлеге ҡаҡшай. Һуңғы йылдарҙа донъялағы һәр туғыҙынсы үлем тап ошо мәсьәлә арҡаһында теркәлә. Атмосфераның бысраныуы бөтөн илдәргә, йәмғиәттең барлыҡ ҡатламдарына ҡағыла...”
Ә ниндәй зыянлы матдәләр тулған һуң һауабыҙға? Ҡайһы төбәктәр иң ҙур ҡурҡыныс аҫтында? Бәләнән ҡотолоу юлдары бармы? Ошо һорауҙарға яуап эҙләйбеҙ.



Быйыл Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы, һауа сафлығын тикшереү күрһәткестәренә нигеҙләнеп, планетаның махсус интерактив картаһын төҙөгән. Хәл айырыуса Азияның көньяҡ-көнсығы­шында һәм Тымыҡ океан төбәгенең көнбайыш өлөшөндә, йәғни Ҡытайҙа, Һиндостанда, Малайзияла, Вьетнамда киҫкен тора икән. Һауалағы зарарлы матдәләр миҡдарының йәнә Европаның ҡайһы бер илдәрендә, Рәсәйҙең шул яҡ яртыһында норманан артыҡ булыуы асыҡланған. Ғөмүмән, халыҡ-ара ойошма белгестәре иҫәпләп сығарыуынса, әле Ерҙәге кешеләрҙең 92 (!) проценты бысранған мөхиттә йәшәй.
Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, илебеҙҙә 11 ҡала – Биробиджан, Братск, Зима, Ҡыҙыл, Минусинск, Норильск, Петровск-Забайкальский, Селенгинск, Улан-Удэ, Черногорск, Чита – иң насар һауалы тип һанала. Уларҙың барыһы ла Азияға ҡарай, ә был материкка атмосфералағы зыянлы матдәләрҙең осоп таралыуы өсөн уңайлы булмаған климат шарттары хас. Төп хәүеф сығанағы – бензапирен, йәғни азот оксидтары, углеводтар, ҡором һәм альдегидтар менән бергә автомобиль торбаһынан төтөн булып сыҡҡан канцероген матдәләр.
Автотранспорт Рәсәй ҡалаларының байтағында күптән инде һауаның боҙолоуына төп сәбәп булып тора. Унан сыҡҡан зәһәр газ атмосфераға эләккән ағыулы матдәләрҙең 42 процентына тиң. Яр Саллыла һәм Рязандә был күрһәткес хатта 70-кә еткән. Белгестәр мәсьәләнең ҡатмарлашыуын машиналар күбәйеүгә генә түгел, ҡасандыр ҡала төҙөү пландарын ҡабул иткәндә яуаплы кешеләрҙең ашығыуына ла бәйләй. Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Түбәнге Новгород, Екатеринбург һымаҡ ҙур мегаполистарҙа яғыулыҡ төтөнөнә бәйле хәүефтең йылдан-йыл артыуы йәмәғәтселекте саң ҡағырға мәжбүр итә.
Автомобилдәрҙең халыҡ һаулығына ни хәтлем зыян килтереүен яҡынса иҫәпләп ҡараһаң да, сәс үрә торорлоҡ. Заманса еңел машина бер литр бензинды яндырыу өсөн 200 литр самаһы кислород тотона, ти. Һауаның бындай күләме, әйткәндәй, кешегә тәүлек буйына тын алырға етер ине. Йылына 15 мең саҡрым юл үткән хәлдә бер автомобиль 1,5 – 2 тонна яғыулыҡты төтөнгә әйләндерә, 20 – 30 тонна кислородты юҡҡа сығара!
Транспорттан тыш, атмосфераны көнкүрештә ҡулланылған ут (газ йәки утын), ҡалдыҡтарҙы үртәү, сәнәғәт етештереүе бысрата. Тәбиғәтте файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт вәкилдәре әйтеүенсә, завод-фабрика торбаларынан урғылған ағыу айырыуса Красноярск, Силәбе, Омск, Магнитогорск ҡалалары халҡына янай. Ни тиһәң дә, электән үк илебеҙ сәнәғәте Себерҙә һәм Уралда тамырланған. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттары зарарлы һауа арҡаһында ғына ла йыл да өс миллион тирәһе кешенең ғүмере өҙөлөүен билдәләй.
Бина эсендә тын алып һаулығын бөтөргәндәр ҙә күбәйгән хәҙер. Бының төп сәбәбе – төҙөлөштә сифатһыҙ материалдар ҡулланыу. Белгестәр халыҡҡа буяу һатып алғанда һыу менән шыйығайтыла торғанын йәки тәбиғи шарттарҙа етештерелгәнен һайларға, уныһын да йоҡараҡ итеп һөртөргә кәңәш итә. Иҙәнгә япма түшәгәндә линолеум йәки ламинат урынына ағас, керамик плитә файҙаланыу яҡшыраҡ.
“Ламинат, мебель таҡтаһы эшләгәндә ҡулланылған елемгә формальдегид тигән зыянлы газ ҡушалар. Ул бинала йылы булған саҡта һауаға бүленеп сыға, тын юлына, тән тиреһенә, нерв системаһына насар йоғонто яһай. Нәҡ формальдегид менән ағыуланыу һөҙөмтәһендә кешенең хәле бөтөүе, депрессияға бирелеүе, башы ауыртыу осраҡтары билдәле”, – ти экологтар.
Әлбиттә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йәһәтенән етди саралар күрә башларға бер ҡасан да һуң түгел. Урмандарҙы киңәйтеү, автомобиль ҡулланыуҙы сикләү, көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүҙе яҡшыраҡ итеп ойоштороу, биологик яғыулыҡҡа күсеү, сәнәғәт предприятиеларының зыянын кәметеү хыял ғына булып ҡалмаһын ине. Ул саҡта, ысынлап та, иркен һулаясаҡбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 629

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 423

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 500

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512