Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәк йылыһын һалып...
[/right]Йөрәк йылыһын һалып...Хәҙер магазинда ниндәй генә төр тәмлекәс юҡ – йәнең теләгәнен һайлап, һатып ал. Күҙҙең яуын алырҙай торттар, әллә нисә төр кәнфит-печеньенан, хәлүәнән кәштәләр һығылып тора. Беҙ бәләкәй саҡта бөгөнгө кеүек муллыҡ булманы, айырыуса ауыл ерендә. Шулай ҙа бала саҡ тәмлекәстәре әле булһа онотолмай.
Һуңғы йылдарҙа республикала ваҡ предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар татлы ризыҡ етештереү өлкәһен ихлас үҙләштерә башланы. Әлшәй районының “Раевка тәмлекәстәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәк халҡын ғына түгел, күрше райондарҙы ла, хатта Силәбе, Ырымбур өлкәләрен дә тәм-том менән тәьмин итә. Бөгөн йәмғиәт районда уңышлы һәм тотороҡло эшләүселәрҙән һанала.
Һамар ҡалаһында тыуып үҫкән, һуңынан Әлшәй ерендә үҙ бәхетен тапҡан Сергей Рогонов етәкселегендәге йәмғиәттең кондитер цехында әле күп кеше эшләмәй – ни бары биш ҡатын-ҡыҙ. Әммә киләсәктә эш урындары тағы ла артасаҡ, сөнки уңған һәм тилбер кондитерҙар етештергән тәмле ризыҡтарға көндән-көн ихтыяж арта. Етәкселек бөгөн үк цехҡа махсус белемлеләрҙе эшкә саҡыра.
Йөрәк йылыһын һалып...– Баҙар шарттары, дәғүәселек тәмле һәм арзан аҙыҡ-түлек етештереүҙе талап итә, сөнки һатып алыусыларҙы юғалтыу өсөн күп кәрәкмәй, – ти кондитер цехы мастеры Фәнүзә Ғәлимова. – Әленән-әле яңы төр тәмлекәстәр уйлап сығарырға тырышабыҙ, халыҡтың ихтыяжын өйрәнәбеҙ. Һатып алыусы беҙ етештергән тәм-томдан ҡәнәғәт ҡалһын өсөн ҙур көс һәм йөрәк йылыһы һалабыҙ.
Кондитерҙар әле 20-гә яҡын төр ризыҡ етештерә, икмәк-булкаға ла ихтыяж етерлек. Күмәртәләп тә, ваҡлап та һаталар. Хаҡтары ныҡ тешләшмәй: печеньеның килограмы, мәҫәлән, 50 һум тора, пирожныйҙы 120 һумға алып була. Халыҡтан килгән заказды ваҡытында үтәргә тырышалар. Һораусылар айырыуса байрам, туй тантаналары осоронда арта икән. “Бер генә заказды ла үтәмәй ҡалдырғаныбыҙ юҡ”, – ти ҡыҙҙар.
Йәмғиәт етәкселеге цехта алдағы көндәрҙә лә эш ырамлы һәм табышлы барһын өсөн яңы ҡорамалдар һатып алған, был ҡыҙҙарҙың хеҙмәтен күпкә еңеләйткән. Уларҙың тырышлығын, оҫталығын күптәр маҡтап бөтә алмай. Биҙәүсе-кондитерҙар Зарина Шәйәхмәтова, Римма Аҡсулпанова, Надежда Поречная, ҡамыр баҫыусылар Әлмирә Солтанғужина һәм Флүзә Солтановаларҙың йөрәк йылыһы ҡушып бешергән тәм-томдарын халыҡ яратып ала.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: “Раевка тәмлекәстәре” йәмғиәте үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, бағыусылыҡ эше менән дә ихлас шөғөлләнә. Ауыл сиркәүенә, мәҫәлән, ҡыңғырау һатып алыуҙы ойошторғандар. Район күләмендә төрлө спорт ярыштары үткәреүҙә лә әүҙемлек күрһәтә улар.
[right]Самат ҒӘЛИН
Әлшәй районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518