Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фәүҡәт Ҡыҙрасов: “Сыныҡтыра беҙҙе һынауҙар”
Фәүҡәт Ҡыҙрасов: “Сыныҡтыра беҙҙе һынауҙар” Ошо көндәрҙә туғандары, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре күренекле шәхес, педагог-тәрбиәсе, етәксе, дәүләт эшмәкәре Фәүҡәт Хәмиҙулла улы Ҡыҙрасовты 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлай, уға һаулыҡ, именлек, күңел йылыһы теләй. Ошо тәбрикләүгә беҙ ҙә ихлас ҡушылабыҙ.

– Фәүҡәт Хәмиҙулла улы, юбиле­йы­ғыҙ менән ҡотлайбыҙ! Күренеп тора, бындай даталарға тәғәйе­нләнгән танта­на­ларға тыныс ҡарайһығыҙ. Был тота­наҡ­лылыҡ ғаиләлә тәрбиәлән­гәндер, моғайын?
– Мин, ғөмүмән, ирлек холҡо ысын мәғәнәһендә тотанаҡлылыҡта күренә тип иҫәпләйем. Ығы-зығының, күп һүҙлелектең булмауы, һәр хәрәкәтте үлсәп яһау, һүҙҙә һәм эштә тәрәнлек, төплөлөк – ысын ир-атҡа хас был күркәм сифаттар халҡыбыҙҙа һәр саҡ баһаланған. Беҙҙең һуғыштан һуңғы быуын атай-әсәй, ҡатмарлы тормош тарафынан шулай тәрбиәләнгән. Мин Бөйөк Еңеүҙән һуңғы тәүге тыныс йылда Ауырғазы районының бер генә урамлыҡ Һөләймән ауылында тыуғанмын. Атайым Хәмиҙулла Фәтҡулла улы менән әсәйем Гөлниса Шакир ҡыҙы, тотош ауыл – колхозсылар, ярты ауыл – туған-тыумаса. Бер ғаилә булып дуҫ йәшәнек һәм эшләнек.
– Һеҙҙең ауылдан юғары белемле табиптар, агрономдар, уҡытыусылар, инженерҙар сыҡҡан. Мәктәп уҡытыу­сылары төплө белем һәм тәрбиә биреүгә өлгәшкән. Үҙегеҙ ҙә ныҡыш­малы хеҙмәтегеҙ менән ҙур бейеклек­тәрҙе яулағанһығыҙ...
– Эйе, беҙҙең мәктәптә ысын энтузиас­тар эшләне. Бәләкәй кластарҙан уҡ мин уҡыуҙағы тырышлығым һәм теүәл фәндәргә һәләтем менән айырылып торҙом. Яратҡан дәрестәрем физика һәм математика булды. Ул йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инеү, һуңынан шунда уҡ физик электроника кафедраһында диссертация яҡлау – үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, бик ябай бурыс түгел. Мәктәп һәм университет йылдары беҙҙе ысын дуҫлыҡҡа, иптәшлеккә, ваҡытты бушҡа уҙғармаҫҡа өйрәтте. Тормошта нимәгәлер булһа өлгәшеү өсөн күп һәм ныҡышмалы эшләргә кәрәклеген дә төшөндөрҙөләр.
– Һеҙҙең Мәскәүҙә ҡалырға ла мөмкинлегегеҙ бар ине, ләкин Өфөгә әйләнеп ҡайттығыҙ...
– Ысынлап та, Башҡорт дәүләт уни­верситетының дөйөм физика кафед­раһында бер нисә йыл эшләгәс, байтаҡ йылдарға минең тыуған йортома әйләнәсәк Башҡорт дәүләт педагогия институтына күстем. Ун биш йыл буйы иң ҙур физика-математика факультетына етәкселек иттем. Беҙ уны юғары уҡыу йорто эсендәге барлыҡ ярыштарҙа ла алдынғы итеүгә өлгәштек. Студент башланғыстарының ағымында булырға тырыштым, һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙам иттем. Уҡыу бинаһындағы һәм ятаҡтағы тәртип, ҡайнап торған йәмәғәтселек тормошо, өлгәш һәм тәртип өсөн көрәш – улар барыһы ла беҙҙең факультетты яҡшы яҡтан күрһәтеп торҙо.
Һуңынан, дәүләт хеҙмәте буйынса Башҡортостандың ғәмәлдә барлыҡ ҡала һәм райондарында булғанда, уларҙың һәр береһендә тиерлек уҡыусыларымды осраттым. Уларҙың күбеһе – үҙҙәре ­­уңышлы етәксе, күп өлкәләрҙәге лайыҡлы белгестәр. Физика-математика факультетында уҡыу йылдарын тормош һәм һөнәри яҡтан мөһим мәктәп итеп телгә алһалар, миңә был бик ҡыуаныслы.
– Һөҙөмтәле эшләй алыуығыҙ, үҙе­геҙ ойошторған команданың көслө яҡтарына һәм башланғыстарына тая­ны­уығыҙ һеҙҙе Башҡортостан мәға­риф­ты үҫтереү институтына ректор итеп тәғәйенләгәндә хәл иткес булған­дыр?
– “Аунап ятҡан” институт ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күтәрелеп китһен өсөн ныҡ ҡына эшләргә тура килде. Уҡыу биналарының һәм ятаҡтарҙың тышҡы күренешенән алып яңы ойошторған кафедраларҙың эш йөкмәткеһен һәм рәүешен яҡшыртыуға тиклем барыһын да үҙгәрттек. Ул саҡта беҙҙең бик шәп, дуҫтарса һәм белдекле идара командаһы булды. Улар араһында – минең менән бергә пединституттан килгән уҡыу-уҡытыу эше буйынса проректор Р. Сәйетов, фән-нәшриәт эше буйынса проректор Р. Ғәбделхаҡов. Беҙ эштең теге йәки был өлкәһен нисек күтәреү тураһында ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшә, таныш булмаған яңы эштәргә дәртләнеп тотона инек. Мәҫәлән, белемде мәғлүмәтләштереү, һәләтле балалар менән эшләү үҙәктәре астыҡ. Педагогтарға ситтән тороп методик ярҙам күрһәтеү, башҡорт теле уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу башланды, шул иҫәптән – республиканан ситтә лә. Кафедраға көслө һәм абруйлы белгестәрҙе саҡырҙыҡ. Квалификацияны камиллаштырыу курстарында шөғөлләнеүселәр быны һәйбәт баһаланы, уларҙың һаны йылына 15 меңдән ашты. Курстарҙа шөғөлләнеүселәр тураһында хәстәрләп, уңайлы мебель алдыҡ, ятаҡта һәм ашханала тәртип булдырҙыҡ. Институтты мәктәпкә яҡынайтыу өсөн уның алты филиалын астыҡ. Фәнни һәм нәшриәт эше йәнләнде. Йылына тиҫтәләрсә ғилми-ғәмәли конференция һәм семинарҙар үтә ине.
Республиканың белем биреүҙе үҫтереү буйынса мөһим программалары төҙөлдө. Алдынғы мәктәптәрҙең эшмә­кәрлеге нигеҙендә тәжрибә майҙансыҡ­тары булдырылды. Оҙайлы тәнәфестән һуң Башҡортостан уҡытыусыларының съезы уҙғарылды.
Ул йылдарҙа Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты уҡытыу­сылар өсөн ысын терәккә әйләнде, илебеҙҙә мәғарифты үҫтереүҙең алдынғы үҙәктәренең береһе булып китте.
– Күрәһең, өҫтәмә һөнәри белем биреү тармағындағы үҙгәрештәр һоҡланырлыҡ булған, һәм республика етәкселеге лә уларҙы күрмәй ҡалмаған...
– Эйе, 2000 йылда мине дәүләт хеҙмәтенә саҡырҙылар. Тәүҙә республика Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, артабан Дәүләт секретары, 2006 йылдан Башҡортостан Президен­тының дәүләт кәңәшсеһе булып эшләнем. Республика етәксеһе командаһында хеҙмәт итеү – ҡатмарлы һәм юғары дәрәжәлә яуаплы эш. Унда ысын һөнәрмәндәр, тәжрибәле, үҙ өлкәһендә белдекле, эште аҙағынаса еткерә алған кешеләр йыйылған ине. Бында ла хеҙмәт бурысы буйынса үҙем ҡурсалаған йүнәлештәрҙә эште яйға һала алдым. Башҡортостан Президентының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен әҙерләү, Президент советы эшмәкәрлеген яңы кимәлгә күтәреү...
Киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәт­тәшлек, бигерәк тә ҙур программаларҙы һәм проекттарҙы идеологик һәм мәғлүмәти яҡтан тәьмин итеү теүәлләнде. Айырыуса Башҡортостандың Рус дәүләтенә ирекле ҡушылыуының 450 йыллығын, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын, илдең төрлө төбәктәрендә һәм унан ситтә лә Башҡортостан көндәрен, республика байрамдары булған Салауат һәм Аксаков көндәрен һәм башҡа лайыҡлы сараларҙы уҙғарыу хәтерҙә ҡалды. Беҙ айырыуса гражданлыҡ йәмғиәте институттарын – ижтимағи ойошмаларҙы һәм милли-мәҙәни берекмәләрҙе нығытыуға иғтибар бирҙек. Яңы баҫмаларҙы, мәҫәлән, имидж журналы тип аталған “Башҡортостан панорамаһы”н булдырыуға күп көс һалдыҡ.
– Әйткәндәй, был журналды күргәс, Минтимер Шәймиев Татарстанда ла шундай баҫма сығарырға күрһәтмә биргән, тиҙәр...
– Мин ул хаҡта ишеткәйнем, әммә хәбәрҙең ысын булыу-булмауын әйтә алмайым. Бер йыл үткәс, күршеләрҙә лә шундайыраҡ журнал ойошторолғанын ғына беләм.
– Билдәле булыуынса, эшегеҙҙә республиканың мәғлүмәт майҙанын үҫтереүгә күп көс һалғанһығыҙ. Мәҫә­лән, Башҡортостандың юлдаш телеви­дениеһын булдырыуға.
– Президент Хакимиәтенә күскәндә БЮТ булдырыу буйынса ойоштороу һәм техник мәсьәләләр хәл ителә башлағайны, республикаға аналоглы телевизион ҡорамал килтертеү тураһындағы киле­шеүҙәр әҙерләнгәйне. Мин уның әхлаҡи яҡтан иҫкереүен асыҡ күрҙем. Хөкүмәт комиссияһын телекоммуникацияны тулы­һынса яңы һанлы нигеҙҙә ҡороу кәрәк­легенә күндерә алдым. Был дөрөҫ аҙымды Рәсәйҙә беренселәр булып яһаныҡ. Бер нисә йыл үткәс кенә ошо мәсьәләне федераль кимәлдә тикшерә башланылар.
Ғөмүмән, күп мөһим эштәр башҡа­рылды. Улар беҙҙе үҙҙәренең киңлеге һәм яуаплылығы менән ылыҡтыра ине.
– Һеҙ – Башҡортостан Республика­һының I класлы мөхбир кәңәшсеһе, Башҡор­тостандың атҡа­ҙанған уҡы­тыу­­сыһы, йөҙҙән ашыу ғилми уҡытыу методик мәҡәлә һәм баҫма авторы. Наградаларығыҙ араһында “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы, Башҡорт­остан Республи­каһының Почет гра­мотаһы бар. Ә бөгөн ниндәй уй-ниәт һәм мәнфәғәттәр менән йәшәйһегеҙ?
– Әлбиттә, мин республиканың иҡти­садтағы, фәндәге, мәҙәни­әттәге, спорттағы ҡаҙаныштарын иғтибар менән күҙәтәм. Яңы төҙөлөштәргә, мәҙәни һәм социаль объекттарға, нефтселәрҙең, машина эшләүселәрҙең, игенселәрҙең уңышта­рына шатланам. Республика матбуғатын, федераль матбуғатта беҙҙең турала нимә яҙғандарын уҡыйым. Өфөнөң нисек үҙгәреүен, ысын мәғәнәһендә баш ҡалаға әйләнеүен күрәм. Саммиттарҙан һуң беҙҙең Башҡортостан бөтөнләй башҡа яғы менән асылды. Шулай ҙа минең өсөн иң мөһиме – яҡындарым. Балалар уңыш­тары менән шатландыра. Икеһе лә – фән кандидаттары. Юлай улым – юрист-иҡтисадсы, уңышлы эшҡыуар, ҡыҙым Нурия – табип-психотерапевт. Ғаиләләре лә һоҡланғыс. Төп вазифам һәм наградам иһә – өсләтә олатаймын! Мин бәхетле! Эш күп һәм үҙемде, кем әйтмешләй, тонуста тоторға тырышам. Сырхап китә ҡалһам да, “Салауат Юлаев” командаһы өсөн генә “сирләйем”.
– Тормошоғоҙҙа, һөнәри эшмәкәр­ле­гегеҙҙә ниндәй мөһим хәл-ваҡиға­лар хәтерҙә ҡалды?
– Университет йылдарынан алып һәләтле, тәрән зиһенле кешеләр менән осрашыуҙы айырыуса баһалайым. Тәжри­бәм күрһәтеүенсә, кешелеклелеге һәм һөнәри кимәле юғары булған һайын бындай шәхестәр аралашҡан саҡта ла шул хәтлем ябайыраҡ һәм зыялыраҡ. Минең өсөн Валентин Распутин, Мостай Кәрим, Нәжиб Асанбаевтар менән осрашыу айырыуса бәхетле мәлдәр булып иҫтә ҡалды.
Шуға күрә бөгөн беҙҙең илде һәр төрлө санкциялар менән һынағанда, кредит йәки ниндәйҙер бер сыр биреүҙе сикләү менән ҡурҡытҡанда, мин был зиһенле, аҡыллы яугир аҡһаҡалдарҙы иҫкә төшөрәм. Уларға ҡарағанда, тыңлағанда бындай һынауҙар­ҙың халҡыбыҙҙы сыныҡтырыуын ғына аңлайһың.
Беҙ ғәжәп бай республикала йәшәйбеҙ. Көслө һәм уңышлы булыр өсөн бөтә нәмәбеҙ ҙә бар. Ватан тарихын белергә, йәштәребеҙҙе халыҡтың бай традицияларына ылыҡтырырға, уртаҡ йортобоҙ мәнфәғәтендә ныҡышмалы хеҙмәт итергә кәрәк. Һәм барыһы ла буласаҡ
– Һеҙгә, Фәүҡәт Хәмиҙулла улы, ныҡ­лы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, күңел йылыһы һәм ғаилә бәхете теләй­беҙ.
– Ҙур рәхмәт! Мин дә “Башҡортостан” гәзитенә яңы ижади бейеклектәр һәм тоғро уҡыусылар теләп ҡалам.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509