Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡояш кеүек инәй
Ҡояш кеүек инәй Саф Нөгөш һыуын эсеп, тәбиғәттең матурлығын, көсөн алған инсафлы ҡыҙҙың Хоҙай уны оҙон ғүмерле итеүе башына ла килмәгәндер. Ул йәшәгән йорттан нур бөркөлөп торған кеүек. Оло йөрәкле, күңел йылыһын һәр береһенә тигеҙ бүлеп таратҡан, ҡунаҡсыл һәм дә кешеләргә ихтирамлы, ҡояш кеүек асыҡ йөҙлө, киң күңелле сибәр инәй Миңһылыу Иҫәнбаева тураһында һүҙем.


Миңһылыу Иҫәнбаева — Мәләүез ра­йоны Әбет ауылы ҡыҙы. Ул тәбиғәттең ағастар төрлө төҫкә мансылған көҙ айында күп балалы ғаиләлә Рәжәп Иҫәнов менән Гөлбикәнең өсөнсө шатлығы булып донъяға ауаз һала. Тәүге ике малайҙан һуң ҡыҙ баланы айырыуса көтөп алалар. Миңһылыуға әсәһе янында иркәләнеп үҫергә тура килмәй. Унан башҡа тағы бер-бер артлы алты ир бала – ҡустылары тыуа.
Уҡырға бик зирәк булһа ла, ҡыҙға белем алыу бәхете теймәй, биш класс ҡына тамамлай. Ун ике йәше­нән колхоз эшенә еге­лә, үҙенән өс-дүрт йәшкә өлкәндәр менән ярышып сөгөлдөр утарға, утын-бесән эшләргә, емеш-еләккә йөрөй.
— 1933 йылда, ас­лыҡ ваҡытында, үлән ашы ашап иҫереп ятҡан саҡтар булды, – тип хәтерләй Миң­һылыу инәй. – Халыҡ астан шешенеп ҡы­рылды. Ярай әле, бәхеткә күрә, ауыл­дашыбыҙ Ахун ағай бик йомарт кеше булды, беҙҙе аслыҡтан ҡотҡарҙы. Халыҡ күпләп үлә башлағас, ул колхоз игенен кешеләргә таратып биргән. Арала бер насары була бит ул: кемдер өҫтөнән ялыу яҙған. Ахун ағай судҡа тарттырылған. Был хәлгә тиклем ул ауыл халҡына күп кенә ялман тоторға ҡушҡан. Халыҡ ул ҡушҡанса эшләгән. Суд барышында олатайым теге ялмандарҙы өҫтәлгә сығарып һалып: “Вина не моя, нападение со стороны крыс”, – тип яуап биргән. Уны аҡлағандар.
Миңһылыуҙың әсәһе Гөлбикә бик уҫал булған, гел генә ҡарауыллап торған. Шуға ла, ни ҡушһа ла, башын аҫҡа эйеп, эшләп тик йөрөгән. Кистәрен күҙлекәй таҫтамал­дар, сәскәле сигеүҙәр сиккән. Ул әйберҙәре һаман да һаҡлана әле. Әсәһенә ҡустыла­рын ҡарашырға ла өлгөргән.
Һуғыш башланып китә. Ике ағаһы – Рәхмәтулла менән Рәсүл яу яланында ятып ҡала. Атаһы тәүге һуғышта уҡ беләге яраланып, эшкә яраҡһыҙ тип, кире ҡайтарыла. Миңһылыуға тағы ла бөтөн ауырлыҡ өйөлә. 1941 – 1942 йылдарҙа хат ташыусы булып эшләй. Кистәрен әсәһе менән фронтҡа ебәрер өсөн ойоҡ-бейәләй бәйләй.
Кешеләр был донъяға бәхетле булыр өсөн парлы булып тыуа, тиҙәр. Миң­һылыуға ла үҙ ише табыла. 19 йәшлек ҡыҙҙы күрше Түбәнге Таш ауылы егете Ғәйнулла Иҫәнбаевҡа димләйҙәр. 1942 йылдың май айында өйләнешәләр. Үҙаллы йәшәү өсөн йорт төҙөйҙәр. Ғәйнулла бик шәп ҡул оҫтаһы була. Ағас күнәк, батман, тырыз кеүек һауыт-һаба эшләп, аҙыҡҡа, кейемгә алмаштырып, аҡсаға һатып, тырышып донъя көтөп алып китәләр. Ә кистәрен ире гармун уйнаһа, өй эсе моңға тулған. Миңһылыуы ҡушылып йырлап ебәрһә, тағы ла йәмләнеп киткән.
Йәш ғаиләне шатландырып, бер-бер артлы Зилә, Тәлғәт, Люциә, Рәмзиә, Фәрғәт, Фәүзиә, Гөлсиә донъяға килә. Әммә алда уларҙы яҙмыш һынауы көтә. Фәүзиә исемле ҡыҙы, бер йәше тулғас, ауырып китә. Әсә кеше күпме өҙгөләнһә лә, ҡыҙы мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Тағы бер ҡыҙын Фәүзиә тип атайҙар. Тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, тормош иптәше 67 йә­шендә донъя ҡуя. Кинйә ҡыҙы Гөлсиәһенең ире Владимир һыуға батып вафат булғас, ҡыҙына ике балаһын да ҡараша. Һуңынан был ҡыҙы ла фажиғәле рәүештә баҡыйлыҡҡа күсә.
— Гөлсиәм дә үлгәс, йөрәгем өҙөл­гәндәй булды. Етем ҡалған балаларҙы Фәүзиә ҡыҙым кейәүем Фәррәх менән ҡарамаҡҡа алды, үҙем ҡартайып киттем бит инде. Балаларҙы аяҡҡа баҫтырҙылар, туйлап кейәүгә бирҙеләр, – тип шатлана инәй.
Миңһылыу инәйҙең ҡыҙҙары тәүге мөхәббәттәрен әрме сафына оҙатып көтөп алғандар, ике килене лә, инәйҙең улдарын әрмегә оҙатып, ҡайтҡас, туйҙар үткәреп өйләнешкәндәр. Балалары бергә дуҫ, татыу ғүмер итә. Инәй Күгәрсен районының Йомағужа ҡасабаһында оло ҡыҙы Зилә менән ғүмер итә. Доғалар уҡый, намаҙын да ҡалдырмай, бик күпте белә. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре наҙына төрөнөп йәшәй.
Ғүмер юлы иң яҡын кешеләрен — ирен, ике ҡыҙын, ике кейәүен — юғалтыу ҡайғыһы менән үрелеп барһа ла, биреш­мәгән, йөҙөнән сафлыҡ бөркөлә. Күңел нурҙарын һәр балаһына, балаларының балаларына, яҡындарына тигеҙ бүләк итеп йәшәй. Шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840