Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кәлтәү тупрағы уңдырышлы
Кәлтәү тупрағы уңдырышлы “Ялҡау — сәбәбен, булдыҡлы мөмкинлеген таба” тигән халыҡ һүҙҙәре нәҡ эшҡыуар Эльмир Хәбибов тураһындалыр ул. Юғары белемле белгес бынан бер нисә йыл элек район ауыл хужалығы идаралығындағы вазифаһын ҡалдыра ла үҙ эшен асып ебәрә.

Башҡа йүнәлештәрҙә үҙен бер ни тиклем һынағандан һуң йәшелсә үҫтереү тармағын һайлай һәм йылытма (теплица) төҙөү өсөн ҡуртымға ер ала. Беренсе йыл уңыш ул көт­кәнсә булмай: Тәтешле тупрағын ҡыяр ниңәлер бик үҙһенмәй. Уйлаған һәр ниәтен аҙағына еткерергә өй­рәнгән егет эшен Кәлтәү ауылына күсерергә ҡарар итә һәм баштан-аяҡ хәстәрҙәргә сума. Хәҙер ул 17 су­тый ерҙә миҙгеленә 20 тоннанан ашыу юғары сифатлы ҡыяр үҫтерә. Был тәмле һәм һутлы йәшелсә менән, тыуған төйәгенән тыш, күрше Балтас районы һәм Пермь крайының Көйәҙе ҡасабаһы сауҙа нөктәләрен тәьмин итә. Сит-ят тарафтарҙан килтерелгән һәм тәме яғынан бер ҙә маҡтарлыҡ булмағандарға ҡара­ғанда Эльмир үҫтергән ҡыярҙы бар ерҙә теләп алалар.
– Алдағы йылдарҙа йәшелсә ул­тыртыуҙы иртәрәк башларға ниәт­ләйем, – ти Эльмир Радмир улы. – Халыҡтың, бигерәк тә теплицалары булмағандарҙың, үҙ йәшел­сәһе етешкәнсе, уларҙы яңы ғына йы­йылған ҡыяр менән тәьмин итергә тейешбеҙ.
Теплицала йәшелсә үҫтереүселәр Гөлфиә Ҡәнәфина менән Алевтина Вәлинурова тырышып хеҙмәт һала: улар үҫентеләрҙе өҙлөкһөҙ ҡарап тәрбиәләй, өлгөргән ҡыярҙарҙы йыйып, һатыуға әҙерләй.
Эльмир үҙе лә көноҙоно ошонда. Эшҡыуарҙың шулай уҡ помидор үҫ­те­реүгә ныҡлап тотоноу планы ла бар.
Уңған йүнселдең эш йүнәлештәре бөгөн йәшелсәселек менән генә сикләнмәй. Ул малсылыҡҡа ла ҡолас киреп тотонған: урындағы иҫке ферманы рәткә килтереп, ике тиҫтә баштан артығыраҡ һыйырҙан торған көтөү туплаған, тоҡом үгеҙе лә алған. Киләсәктә мал һанын арттырырға ниәтләй.
Эльмир Хәбибовтың тағы 150 гектар һөрөнтө ере бар. Был майҙанда ул тәү сиратта мал аҙығы, шулай уҡ иген куль­туралары үҫтерергә йыйына.
Бер нисә йыл элек яңы эш башлаған фермер, конкурста ҡатна­шып, махсус дәүләт программаһы буйынса бер миллион 400 мең һумлыҡ грант алған.
– Эшләргә теләге булған кешегә Хөкүмәт ярҙам итә, – ти Эльмир Хәбибов. – Ауыр­лыҡ­тарҙан ҡурҡмаҫ­ҡа кәрәк һәм, әлбиттә, бер башлағас, тырыш­лыҡ һалыр кәрәк. Шунда ғына бар пландарың тормошҡа ашасаҡ.
Йәш эшҡыуарҙың матур уй-ниәттәре бихисап. Ныҡыш­малылыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыш та етәрлек үҙендә. Шуға ла уның уңыштарға өлгәшәсә­генә шик юҡ.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509