Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кавказ өсөн һуғышта башҡорт яугирҙәре
1997 йылда “Китап” нәшриәтендә баш мөхәррир булып эшләүсе Сабир Шәриповтың һорауы буйынса, ғаиләһе менән Стәрлетамаҡта йәшәгән әҙип Семен Емельяновтың фатирында булдым. Сабир Шәрипов уның нәшриәттә баҫылып сыҡҡан бер тиҫтә “сигнал” китабын алып барып тапшырырға ҡушҡайны.
Яҙыусының фатирында сәстәренә сал ҡунған оло йәштәге ир ҡаршы алды. Семен Иванович менән тормош иптәше бик йылы ҡабул итте, сәй менән һыйланы. Аҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Яҙыусының тауышы тоноҡланыуынан, йөҙөнөң һурылып ҡалыуынан, күҙ төптәренең ҡарайыуынан ярайһы уҡ ҡаты сирләгәнен аңланым. Әммә ул бар көсө менән ауырыуын күрһәтмәҫкә тырышты. Быға тиклем Семен Ивановичтың яҙыусы икәнен белеп йөрөһәм дә, уның үҙе менән бер тапҡыр ҙа осрашҡаным юҡ ине. Ул ҙур тормош юлы үткән, Бөйөк Ватан һуғышында ла ҡатнашҡан.
— Үҙегеҙ ни хәлдә йәшәйһегеҙ, кәйефегеҙ нисек? — тип һораным.
Ул бер талай уйланып ултырҙы. Шунан түбәндәгеләрҙе әйтте:
— Беҙ, еңеүселәр, һуғыш ҡабат булмаҫ һәм элеккегә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ йәшәрбеҙ, тип уйлағайныҡ. Әммә оҙаҡҡа һуҙылған тыныслыҡты күрергә яҙманы, — тине ул. — Хәйер, донъя үҙе лә, берҙән, һәйбәт, икенсенән, насар яҡҡа үҙгәрҙе. Беҙгә бөгөн яңы донъя һуғышы тоҡаныу ҡурҡынысы янамай. Был — ыңғай күренеш. Ә бына локаль һуғыштар, социаль конфликттар, кешеләрҙең яңынан байҙарға һәм ярлыларға бүленеүе хафаға һала. Шунан һуң, СССР-ҙы емереп ташлау, социалистик ҡоролошто юҡ итеү — быларҙы йүнле хәл тип әйтеп буламы? Ул саҡта беҙ Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ни өсөн ҡан түктек һуң?
Яҙыусынан ҡайҙа һуғышыуы, кем булып хеҙмәт итеүе тураһында ла һораштым.
— Мин 389-сы уҡсы дивизияла хеҙмәт иттем. Дивизия Ташкентта ойошторолоп, һуғыш юлын 1942 йылдың 6 авгусында Кавказда, Грозный ҡалаһына яҡын Терек йылғаһы ярҙарында башлап ебәрҙе, өс йыл һуғыш юлын үтеп, Берлинды алыуҙа ҡатнашты һәм Еңеүҙе Прагала ҡаршы алды.
Уның һөйләүенән тағы ла шулар билдәле булды: һуғыш ваҡытында дивизия гәзитенең мөхәррире булған, бик күп яугирҙе шәхсән белгән. Һуғыштан һуң С.И. Емельянов Стәрлетамаҡ ҡалаһының 10-сы мәктәбендә директор булып эшләй. Ошо ваҡытта ул элекке йөҙәрләгән полкташы менән бәйләнеш булдыра, хатлашып тора. Хатлашыу, осрашыуҙар, мәктәп уҡыусыларының эҙәрмәнлеге уға “По зову Родины” тигән китабын яҙырға ярҙам итә.
— Китап яҙырлыҡ булғас, дивизия яугирҙәре һуғышта үҙҙәрен һынатмағандыр?
— Ҡайҙа ти ул! — Шул ваҡыт әңгәмәсем йәнләнеп китте. — Беҙҙең дивизияның яугирҙәре сәмләнеп, ҡыйыу һуғышты. Немец илбаҫарҙары менән иң тәүге алыштар Кавказда, хәҙерге Чечен Республикаһы ерендә, йәғни анығыраҡ әйткәндә, Бено-юрт, Мундар-юрт, Үрге Наур, Түбәнге Наур, Аду-юрт, Кен-юрт ауылдары тирәһендә барҙы. Ә дивизия штабы бейек тау башында ятҡан Омаров ауылында урынлашҡайны, — тине Семен Иванович.
— Чечендар һеҙҙе, Ҡыҙыл Армия ғәскәрен, нисек ҡаршыланы, һеҙгә ҡарата мөнәсәбәте нисек булды?
— Башта шуны әйтергә кәрәк: беҙҙең армия немец ғәскәрҙәре менән чечен ерендә өс айҙан ашыу һуғышты. Алыштар бик ҡаты барҙы. Һуғыштың тәүге көнөнән үк чечендар менән беҙҙең арала йылы мөнәсәбәт урынлашты. Аҙыҡ-түлек, емеш-еләк килтереп, дивизия яугирҙәрен һыйланылар, беҙгә немецтар тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр еткереп торҙолар. Улар — тау халҡы, ҡыр кәзәләре кеүек тауҙарға, ҡаяларға еңел генә менеп китәләр ҙә юғарынан немецтарҙы күҙәтеп яталар һәм күргәндәрен беҙгә хәбәр итәләр. Беҙҙең һалдаттарҙың күбеһенең мосолман булыуы, чечендарҙың мосолман диненә мөкиббән бирелгәнлеге дуҫлыҡты, туғанлыҡты көсәйтте.
— Ә ниңә һуң ул саҡта, немецтар Кавказға баҫып ингәндә, чечендар уларға ярҙам иткән, тигән һылтау менән уларҙы үҙ еренән ҡыуып, Ҡаҙағстан далаларына, Себер тарафтарына оҙаталар, йәғни депортациялайҙар? — тип һораным әңгәмәсемдән. Был һорауҙан Семен Ивановичтың күҙҙәренән осҡондар атылғандай тойолдо.
— Чечен еренә беҙҙең Ҡыҙыл Армия частары немецтарҙың ҡоро ер ғәскәренән алда барып инде, һәм беҙ, шул ерҙә оборона тотоп, дошманды артабан үткәрмәнек. Улар Чечня еренә аяҡ та баҫа алманы, тиһәк, хата булмаҫ. Дөрөҫ, гитлерсылар Чечняға инергә маташып ҡараны, әммә беҙҙекеләр уларҙы һәр ваҡыт шунда уҡ бәргеләп сығарҙы. Һуғыш әллә ни оҙаҡҡа барманы, Октябрь байрамына (7 ноябрь) Ҡыҙыл Армия немецтарҙы Чечня сигенән ҡыуып ебәрҙе, ә уға тиклем ул ерҙәрҙе тулыһынса контролдә тотто. Чечендар немецтарға бер нисек тә ярҙам итмәне, сөнки уларҙың еренә немецтар баҫып инә алманы, улар араһында ниндәйҙер бәйләнеш тә булманы. Чечендарҙың гитлерсыларға ярҙам итеү теләге лә юҡ ине, киреһенсә, улар беҙгә ярҙам итте. Бының үҙ сәбәптәре лә бар. Немец-фашист самолеттары, Чечняның баш ҡалаһы Грозныйҙы бомбаға тотоп, бихисап тыныс халыҡты һәләк итте. Чечендар фашистарға бик нәфрәтләнде. Кавказ өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнашыусы һәм ундағы ваҡиғаларҙың шаһиты булараҡ, шуны әйтергә теләйем: Чечен халҡын депортациялау — ул Кремлдең, хәрби командованиеның, НКВД-ның иң ҙур енәйәте булды. Чечендарҙы ҡан илатып тыуған еренән ҡыуып ебәрҙеләр ҙә, уларҙың әҙер өйҙәренә, бушап ҡалған ауылдарына, ҡала һәм ҡасабаларына кемдәр килеп тулды тип уйлайһығыҙ? Урыҫтар һәм хохолдар, мәңге кеше байлығын талап өйрәнгән казактар. Улар чечендарҙан, депортацияланған башҡа Кавказ халыҡтарынан нимәһе менән артыҡ? Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙ яҙмышы ҡыл өҫтөндә ҡалған саҡтарҙа Кавказ халыҡтары Ватанға кәрәк ине. Уларҙың улдары немец фашистарына ҡаршы батырҙарса һуғышты. Һуғыш бөтөп, Еңеү яуланғайны, кисә кәрәк булған халыҡтарҙы хәҙер кәрәкмәй тип уларға ҡаршы террор ҡуллана башланылар. Был бит — ҡот осҡос ғәҙелһеҙлек! Чечендар быны онотто тиһегеҙме? Юҡ, әлбиттә. Минең уйлауымса, әгәр ҙә теге ваҡыт чечендарҙы быуаттар буйы йәшәгән урынынан ҡыуып ебәрмәһәләр, бөгөн Чечня менән Рәсәй араһында һуғыш та булмаҫ ине. Чечендар үҙ тарихын онотмай. Ул тиклем оло ғазаптар хәтерҙән сыҡмай бит.
— 389-сы дивизия Кавказда тағы ҡайһы урындарҙа һуғышты? — тип һораным.
— 1942 йылдың 17 ноябре бөгөнгөләй хәтеремдә. Ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Беҙҙең дивизияны тимер юл буйлап Төньяҡ Осетияға — “Ардон” станцияһына яҡын урынға алып барып төшөрҙөләр. Беҙҙең хәрби часть Беслан, Коста, Ардон, Киров кеүек ауыл һәм ҡасабаларға урынлашты. Ардон Кавказда бик мөһим стратегик әһәмиәткә эйә. Уның тирәләй немецтар ныҡлы терәк пункттары булған оборона һыҙығын төҙөп өлгөргәйне. Унда гитлерсыларҙың көслө ҡоралланған Ардон — Дигор төркөмө урынлашҡайны. Беҙҙең дивизияға Ардонды алырға тигән бойороҡ бирелде. Уның өсөн бер айҙан ашыу барған һуғыш бик ҡаты һәм ауыр булды. Әммә беҙҙең яугирҙәр дошманды сигенергә мәжбүр итте. Кавказ аръяғы фронтына ҡараған дивизиябыҙҙың “Ардон — Дигор” операцияһы фашистарҙы еңеү менән тамамланды. Шулай итеп, Гитлерҙың Кавказды яулап алыу планы селпәрәмә килде. Шул алыштарҙан һуң Совет илен гитлерсыларҙан азат итеү башланды. Ардон эргәһендәге һуғыштарҙа еңеү яулап, Сталинград фронты ғәскәрҙәренә терәк булдыҡ, сөнки беҙ бик күп немец ғәскәрҙәрен үҙебеҙгә йәлеп итеп тоттоҡ. Дивизия яугирҙәре яу яландарында ҙур батырлыҡ күрһәтте. Уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында һуғыштан һуң бик күп фактик материалға таянып, “По зову Родины” тигән китап яҙҙым.
— Ә башҡорт ир-егеттәре һуғыштарҙа ниндәй батырлыҡ күрһәтте? — тип һорарға баҙнат иттем унан.
— Дивизияла иң батыр һуғышҡан яугирҙәр башҡорттар булды.
Әңгәмәсем күңелемде күреү өсөн генә был һүҙҙәрҙе әйтәлер, тип йылмайып ҡуйҙым. Шул ваҡыт Семен Иванович, өҫтәлдә ятҡан “По зову Родины” китабын асып, тәүге битенә автографын яҙҙы ла миңә тотторҙо.
— Был китап минән иҫтәлек булыр. Өйөңә ҡайтҡас, уны ентекләп уҡып сыҡ. Китаптың һәр өсөнсө битендә башҡорт яугирҙәренең ҡаһарманлығы тураһында яҙылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың исеме онотолоп бара, батырлыҡтары бер ерҙә лә йүнләп теркәлмәгән. Ҡайһыларының исем-шәрифе лә беҙгә килеп етмәгән. Шулай ҙа китапта уларҙың байтағын күрһәттек, исемдәре онотолмаһын, тип тырыштыҡ, — тине ул һүҙ аҙағында.
Мин, һуғыш ветеранына рәхмәт әйтеп, китапты ҡулыма алдым. Беҙ йылы хушлаштыҡ. Ул саҡта был аҡыллы, күпте күргән кеше менән беренсе һәм һуңғы тапҡыр осрашыуымды белмәгәнмен. Тиҙҙән уның ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булыуы тураһында ишеттем.
(Дауамы бар.)
Марс НУРИЕВ,
Рәсәй һәм Башҡортостан
Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519