Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дуҫлыҡ күпере нығый
Бер нисә йыл элек Мәләүез районы һәм ҡалаһы менән Ҡырым Республикаһының Белогорск ҡалаһы араһында дуҫлыҡ күпере һалынғайны.


Күптән түгел Мәләүездә тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Белогорск ҡалаһы хакимиәте башлығы Станислав Крыжановский һәм уның урынбаҫары Михаил Розум эш сәфәре менән булды. Рәсми делегацияны район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡаршы алып, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше менән таныштырҙы, күмәк көс менән тормош сифатын яҡшыртыу буйынса өлгәшелгән мөһим үҙгәрештәрҙе билдәләне. Райондың ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса республикала алдынғы урын биләүен, сәнәғәт һәм эшкәртеү предприятиеларының, “500 ферма” республика программаһының тотороҡло эшләүен, мәғариф системаһын үҫтереүгә, балалар ялын ойоштороуға ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне.
Артабан ҡунаҡтар ҡаланың уңышлы эшләгән предприятиеларына юл тотто. Улар күркә ите етештереү һәм эшкәртеү буйынса заманса предприятие – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡош­солоҡ комплексы – эше менән танышты.
Сифатлы продукцияһы илдең төрлө төбәгендә ҙур ихтыяж менән файҙаланған “Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалар заводы” эшмәкәрлеге лә Ҡырымдан килгәндәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар пред­прия­тие менән танышты, байтаҡ цехта, лабораторияларында булды. Артабан ҡунаҡтарҙы ҡаланың яңыса белем биреү учреждениеларының береһе – 6-сы лицейҙың 2-се корпусында ҡаршы алдылар. Һуңынан улар К. Разумовский исемендәге Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идаралыҡ университеты филиалы – Башҡортостан технологиялар һәм ида­ралыҡ институтында студенттар практик күнекмә үткән лабораторияларҙы ҡараны. Филиал – технологиялар һәм производство идаралығы өлкәһендә белгестәр әҙер­ләгән, халыҡ-ара эшмәкәрлекте уңышлы алып барған уҡыу йорттарының береһе.
Ҡырым ҡунаҡтарының эш сәфәре “түңәрәк өҫтәл” ултырышы менән тамамланды. Сарала Мәләүез һәм Белогорск ҡалалары араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу мәсьәләләре тикшерелде. Станислав Крыжановский менән Михаил Розум Мәләүез ҡалаһы һәм халҡы тураһында яҡшы тәьҫораттар ғына алыуын билдәләне.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518