Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дөрөҫ һүҙгә үпкә юҡ
Үпкәләү, хәтер ҡалыу, үсегеү – теге йәки был кимәлдә бөтөн кешеләргә лә хас тойғо. Үпкәләү йөгө күңелде яман уйҙар менән күмә, кәйефте төшөрөп, тормошҡа ҡыуанырға, уның шатлыҡтарын тойорға ҡамасаулай, эстән генә, ағасты ашаған ҡорт кеүек, кешене кимерә, күңел тыныслығынан яҙҙыра.

Үпкәләп барыуҙың тамырҙары ниҙә?

Беренсе сәбәп: күп кенә үпкәсел кеше­ләргә һауаланыу, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуйыу, тирә-йүндәге кешеләрҙең фекерҙә­рен тыңлай белмәү хас. Бындай кеше “ми­неке генә дөрөҫ”, “барыһы ла мин те­ләгәнсә булырға тейеш” тигән принциптар­ҙан сығып эш итергә ярата. Берәй нәмә уныңса булмаһа, кемдер уның фекере ме­нән килешмәһә, үпкәләргә лә күп һорамай.
Икенсе сәбәп – кешенең үҙ-үҙенә баһа­һы түбән кимәлдә. Үҙен йәлләтергә ярата, ул уйлағанса йә теләгәнсә килеп сыҡмаған осраҡтарҙа: “Шулай инде, минең менән бе­рәүһе лә иҫәпләшмәй, минең фекер бе­рәүгә лә ҡыҙыҡ түгел”, – тип бар донъяға ла, кешелеккә лә үпкә тоторға аптырамай.
Үпкәләү – үҙ-үҙеңә йүнәлтелгән агрес­сияның бер төрө. Үпкәсел кеше уйҙарында хәтере ҡалған ваҡиғаға ҡабат-ҡабат әйлә­неп ҡайта, ни өсөн уға насар, нахаҡ мөнә­сә­бәттә булдылар икән, тип уйлана, асыу­ла­на, үҙен йәлләй, ә уны үпкәләткән кеше, бәлки, был турала бөтөнләй онотҡандыр ҙа…
Үпкәләү бөтөн кешеләргә лә хас тойғо тип баштан уҡ әйтеп үткәйнек. Әммә ҡайһы бер кешеләр юҡтан ғына оло сәбәп табып, халыҡ теле менән әйткәндә, “ҡыйшайырға әҙер тора”. Икенселәрҙе үпкәләтеү еңел түгел, улар конфликтлы хәл-ваҡиғанан да дөрөҫ һығымта яһап, үҙҙәренең баһаһын төшөрмәй, лайыҡлы сыға беләләр. Ҡайһы бер психологтар фекеренсә, үпкәләү – ул күңел ялҡаулығының билдәһе, сөнки килеп тыуған хәл-ваҡиғаны үпкәләү юлы менән түгел, ә икенсе ыңғай юҫыҡта яйларға тырышыу кешенән аҡыл, сабырлыҡ, үҙ-үҙең­де ҡулда тота белеүҙе, проблеманы хәл итеүҙең башҡа юлдарын барлауҙы талап итә. Ә үпкәсел кешенең ғәҙәте билдәле: үпкәләне лә ситкә китте. Тик бының менән генә сетерекле хәлде, аңлашылмаусы­лыҡты хәл итеп булмай.

Артыҡ үпкәселлек
нимәгә килтерә?

Үпкәләү ике яҡлы була. Беренсенән, ул кешенең тирә-йүндәге кешеләр менән мөнәсәбәтендә сағылыш таба: үпкәсел кеше менән аралашырға берәү ҙә атлығып бармай, уның менән бер-береңде аңлауға, хөрмәт итеүгә нигеҙләнгән тигеҙ мөнәсәбәт­тәр ҡороу ҡатмарлы. Икенсенән, ул кеше­нең күңелен ағыулай, һаулығын ҡаҡшата. Ҡайһы бер кешеләр үҙҙәренең үпкәһен йылдар буйы онотмай, саҡ ҡына хәтере ҡал­һа ла оҙаҡ ваҡыт ғәфү итә алмай. Бындай хәл-торош уның сәләмәт­легенә лә йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Үпкә­ләрен, асыуҙарын эстәрендә йыйған кеше­ләр йөрәк менән бәйле сирҙәргә йышыраҡ дусар була, иммунитеттары насарая, депрессияға тиҙерәк бирешеп бара.

Үпкә хистәренән
нисек арынырға?

Башта үҙегеҙҙең хис-тойғоғоҙҙо ипкә килтерергә кәрәк. Ни өсөн тап шул һүҙҙәргә, хәл-ваҡиғаға һеҙҙә ошондай реакция тыу­ҙы? Хәтерегеҙҙе ҡалдырған һүҙҙәр нимәһе менән күңелегеҙгә үтеп инеп, һеҙҙе эләк­тереп алды? Килеп тыуған конфликтты ана­лизлап, шундай һығымта яһарға кәрәк: һеҙҙе үпкәләткән кеше хаҡлымы, юҡмы? Әгәр ҙә уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар икән, бында үпкә тотоу ҙа урынһыҙ, сөнки “дөрөҫ һүҙгә үпкә юҡ”. Был тормош тәжрибәһенән үҙегеҙгә һабаҡ алығыҙ ҙа кире хәл-ваҡи­ғаны оноторға тырышығыҙ. Әгәр ҙә хәте­регеҙҙе ҡалдырған кеше хаҡлы булмаһа, уның менән һөйләшеп аңла­шырға була. Тик был һөйләшеү икәү-ара ғына, шаһит­тарһыҙ, тыныс юҫыҡта үтергә тейеш, һал­ҡын ҡанлылыҡ, тыңлай белеү, күңелегеҙгә нимә оҡшаманы, шуны икенсе кешегә еткерә алыу был осраҡта ҙур роль уйнай. Мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса башлан­ған эш яңы үпкә хистәре тыуҙырған талаш-тартышҡа әйләнеп китмәһен.
Кешегә уй-хистәреңде асып биреү, әл­биттә, еңел эш түгел. Әгәр ҙә бындай һөйләшеүгә әҙер түгелһегеҙ икән, үпкә тотоп йөрөгән кешегеҙгә хат яҙырға ла була. Хатта барлыҡ ярһыуығыҙҙы, үпкәгеҙҙе асып бирә алаһығыҙ, күңелегеҙ шунда уҡ үҙенә ниндәйҙер һиллек табыр. Аҙаҡтан был хатты адресатына ебәреү ҙә мөһим түгел. Йыртып ташларға ла, хаттан да, үпкә хистәренән дә ҡотолорға мөмкин.
Ә шулай ҙа иң мөһиме – шуны аңлау: һәр кеше үҙенең шәхси фекеренә хаҡы бар, уның менән килешәһегеҙме-юҡмы – быныһы инде шәхсән һеҙҙең эш. Үпкәләү-үпкәләмәү ҙә тик үҙебеҙҙән генә тора. Зигмунд Фрейд һүҙҙәре менән әйткәндә: “Кешене үпкәләтеү мөмкин түгел, кеше үпкәләй генә ала”.
Ғәлиә СӘЛИХОВА,
психолог.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512