Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәшмәк – тәмле һый, белеп ашаһаң ғына
Бәшмәк –  тәмле һый, белеп ашаһаң ғына Бәшмәк йыйырға яратам. Беренсенән, күңел булғансы рәхәтләнеп урманда йөрөйһөң. Икенсенән, кәрзиндәр тулһа, ҡышҡа тәмле һый әҙерләргә лә була.

Урман эсенә инеү менән бында бәшмәк бармы-юҡмы икәнен әйтә алам. Көҙөн дуҫтар шылтырата башлай: әйҙә урманға барайыҡ. Бының – үҙ сәбәптәре, күптәре уның төрҙәрен айырмай. Ысын бәшмәксенең теүәл үтәгән ҡанундары ла бар: юл буйынан йыймаҫҡа, шик тыуҙырғанын алмаҫҡа!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һатыуға сығарылған бәшмәктең сифатын тикшереү мөмкин түгел. Баҙарҙа сауҙа иткәндәрҙән һораһаң, улар һис шикһеҙ экологик яҡтан таҙа төбәктәрҙе атаясаҡ. Ә бәшмәктең ысынында ҡала ситендәге урмандан йыйылыуы ла ихтимал. Бынан бер нисә йыл элек “Үҙәк баҙар”ҙа лаборатория эшләй ине. Һатыуға бары тик лаборатор тикшереүе үткән бәшмәктәр сыҡты. Әле хәл башҡаса. Тәү сиратта баш ҡалаға райондан һатыу итергә килеүселәр хәҙер баҙар эргәһендә тора ла алмай, ә башҡа бәләкәй сауҙа нөктәләрендә тикшереү үтеүе икеле. Шуға ҡулдан алған бәшмәктең сифатлымы, юҡмы икәнен ашап ҡарама­йынса әйтеп тә булмай. Аҡ бәшмәк, ҡайын бәшмәге, гөрөздәне һәйбәт танығанда ҡурҡмайынса алырға була ул. Ә бына башҡаһын урманға сығып үҙеңә йыйыу хәйерлерәк.
Рәсәйҙә бәшмәк миҙгеле башланыу менән ағыуланыусылар тураһында хәбәр тарала. Йыл һайын республикала бәшмәктән 150 – 200 кеше зыян күрә. Әгәр был ризыҡтан һуң тән ҡыҙыуланһа, уҡшытһа, хәл бөтә башлаһа, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк, сөнки ағыуҙы тиҙ арала организмдан сығарыу мотлаҡ. Дауаланғандан һуң сәләмәтлекте тергеҙеү ауыр бирелә, бауыр һәм башҡа эске органдар токсиндар менән зарарлана.
Ямғырлы ай халыҡҡа күп зыян килтерһә лә, бәшмәкселәр өсөн ҡулай булды. Йылдың-йылы бәшмәк осорон көтөп алған бер танышым, ҡырҡты уҙған ир-уҙаманы, яңыраҡ 60 мең һумлыҡ “урман ите” һатыуы тураһында һөйләне. Ул көнөнә уртаса өс меңдән дә кәм аҡса эшләмәйем тип аптыратты. Әлбиттә, аяҡ аҫтында ғына ятҡан “аҡсаны” кеҫәгә һалыу күпме ваҡыт, бил бөгөү һәм түҙемлек талап иткәнен бәшмәксе үҙе генә белә.
Бәшмәк – күптәрҙең яратҡан аҙығы. Кем өсөндөр ул – табыш сығанағы, икенселәр – һатып алыусы. Нисек кенә булмаһын, йыйғанда ла, алғанда ла алданып ҡуймағыҙ. Шик тыуҙырған бәшмәктән шунда уҡ баш тартырға кәрәк.
Беҙҙең яҡтарҙа киң таралған, барыбыҙ ҙа таныған баллы бәшмәкте (опята) бик тәмле ҡабымлыҡ тип беләбеҙ. Ә ысынында... урман өсөн бик ҡурҡыныс икән ул. Ныҡ үрсеп, ағастарҙың тамырын ҡорота.

БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ?
= Бәшмәк ҡан тамырҙарына холестерин ултырыуға ҡамасаулай.
=●Cтенокардияны һәм йөрәк ауырыуҙарын еңеләйтеү өсөн аҡ бәшмәк ашарға кәңәш ителә.
●=Әтәс бәшмәгендә (лисичка) зарарлы бактерияларҙы юҡҡа сығарыу үҙенсәлегенә эйә булған тәбиғи поливитамин бар.
●=Шампиньон иммунитетты нығыта, шәкәр диабеты сиренән дауа.
=Нарат (рыжик) бәшмәге туберкулезға “аяҡ сала”.
=●Майлы бәшмәктә һәм әтәс бәшмәгендә күреү һәләтен яҡшыртыусы матдәләр бар.
=Вешенка юғары ҡан баҫымын төшөрә, нервы һәм иммун системаһына ыңғай йоғонто яһай, организмды ҡартайыуҙан һаҡлай.

БӘШМӘКТӘН ИКРА
Ике килограмм бешкән бәшмәк, өс баш һуған, өс кишер, ике стакан үҫемлек майы, өс лавр япрағы, 10 бөртөклө ҡара борос, бер аш ҡалағы тоҙ, бер аш ҡалағы туғыҙ процентлы һеркә.
Икра өсөн бәшмәктең һәр төрө лә бара. Бәшмәктәрҙе таҙартып йыуғас, үҙегеҙ теләгәнсә турап, тоҙло һыуҙа 10-15 минут ҡайнатып алырға. Дуршлагка һалып сайып, һарҡҡас, ит үткәргес аша үткәрергә. Һуғанды ваҡ ҡына итеп турарға, кишерҙе таҙалап йыуып, ҡырғыс аша ҡырырға. Һуғанды, кишерҙе ҡыҙҙырғас, бәшмәктәрҙе өҫтәп, тәменсә тоҙ һәм ҡалған майҙы, лавр япрағы һалып, яҡшылап болғатып, сәғәт ярым-ике сәғәт быҡтырырға. Иң һуңынан аш һеркәһе өҫтәргә. Әҙер икраны стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас менән ябырға.

АҠ БӘШМӘКТЕ ТОҘЛАУ
Бер килограмм аҡ бәшмәк, бер укроп башағы, өс-дүрт тырнаҡ һарымһаҡ, ике аш ҡалағы тоҙ, 10 бөртөклө ҡара борос, 10 ҡа­рағат япрағы.
Тоҙло һыу ҡайнатып, йыуылған таҙа бәшмәктәрҙе шуға һалып ҡайнатып алырға.
Стерилләнгән банка төбөнә әҙерәк тоҙ, ике бөртөк борос, укроп башағы, ҡарағат япрағы һалғас, өҫтөнә бәшмәк теҙергә, бәшмәк өҫтөнә тағы ҡарағат япрағы, борос, тоҙ һибеп, йәнә бәшмәк өҫтәйбеҙ. Шулай банка тулғансы ҡатлап, тығыҙлап тултыра­быҙ. Һуңынан теге бәшмәк ҡайнатҡан һыуҙы өҫтөнә ҡоябыҙ.

Л. ҒАФАРОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507