Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өләсәйем хәтирәләре
Һеҙгә өләсәйем һөйләгән бер хәтирәне бәйән итмәксемен. Олатайымды күреү бәхетен кисермәнем, әммә уның матур, баһадир кәүҙәле, оҫта ҡурайсы булыуы хаҡында өләсәйем ҡабат-ҡабат һөйләй ине. Уны күрмәһәм дә, бик тә яраттым, төштәремдә күрҙем хатта, көслө ҡулдарында бәүелдем.

Иртәләп тороп: “Ҡайҙа олатайым? Мине күтәреп йөрөттө, ә аҙаҡ “Бар, өләсәйең эргәһенә ҡайт, мин йыраҡҡа киттем” тине лә күҙҙән юғалды”, — тигән саҡтарым күп булды. “Йә, өләсәй, теге урыҫ белештәре менән булған хәлде тағы һөйлә әле. Бигерәк ҡыҙыҡ та инде, йә инде, йә”, — тип тә маҙаһына тейеп бөтәм. Ул яулыҡ осо менән күҙҙәрен һөртөп ала ла: “Йә инде, йә һинән ҡотолоп булмаҫ”, тип нисәнсе тапҡыр инде һөйләгән хикәйәтен башлай:
— Олатайың тирә-яҡта иң белемле, ғилемле кеше ине. Япон һуғышынан урыҫ телен өйрәнеп ҡайтты, Хоҙай белһен, нисек өйрәнгәндер, иҫем китә. Күрше ауылда таныш-белеше күп, үҙен бик хөрмәт итәләр ине.
Бер ваҡыт биш-алты урыҫты эйәртеп килеп төштө. Тегеләрҙе тышта ат өҫтөндә ҡалдырып, йүгереп килеп инде лә:
— Көмөшкәйем, әрлә мине, әрлә, тик үҙең көлөп, йылмайып тор. Зинһар, тим, теләһә нимә тип әрлә, әммә мине белештәр алдында хур итә күрмә, — тип әйтте лә йәнә улар янына сыҡты. Мин, яулыҡ менән битемде ҡаплап, тегене һүгәм, ә үҙем ситән ҡапҡаны асам.
Урыҫтар миңә ҡарап баштарын сайҡап, әллә нимә һөйләй. Олатайың тиҙ генә бер һарыҡ салып ебәрҙе. Тегеләре ярҙам итә, мин ҡаҙан аҫтына ут яҡтым. Әҙер булғас, урамда йәшел үләндә ашъяулыҡ йәйеп табын ҡорҙолар, ит ашап, ҡымыҙ эстеләр. Шәйт ҡымыҙға “шайтан һыуы” (хәҙер араҡы тиҙәр инде) ҡуштылар шикелле.
Ҡыҙарышып китеп, көлөшә-көлөшә гәп һата­лар. Олатайыңдың ҡурайҙа уйнауын һорайҙар. Шунда уҡ һыҙҙырып ҡурайҙа уйнап ебәрҙе. Уға еткән оҫта ҡурайсы юҡ ине шул тирә-яҡта! Анау белештәргә аптырайым, йотлоғоп китеп тыңлайҙар, аңлайҙармы икән ни?! Бейешеп-көлөшөп ултырып ҡайтып китте былар. Урыҫтар миңә баш эйеп, әллә нимә әйтә, мин дә башымды ҡаҡҡан булам.
Былар китеп бөткәс, олатайыңдан: “Һин ниңә “мине әрлә, көлөп әрлә” тинең ул?” — тип һораным. Ул белештәренә: “Ҡатын асыулана, ниңә белештәреңдең килерен әйтмәнең, һарыҡты үҙем Сибәғәтулла ҡәйнештән һуйҙырып, бешереп ҡуйған булыр инем бит. Бына хәҙер ҡайһылай оят, көтөп ултыралар инде”, — тип хафалана минең бисә, тип руссаға әйләндергән икән.
— Үәт, һинең бисә ниндәй шәп, ә беҙҙекеләр булһамы, йөҙҙән алып оятлы итер ине, — ти икән тегеләре.
Шунан һуң шул белештәренең береһе лә буш ҡул менән килмәне. Бик һәйбәт, итәғәтле инеләр. “Ты золотая”, — ти торғайнылар. Хәҙер һеҙ мине руссаға өйрәтеп бөттөгөҙ инде. “Һин көмөш түгел, алтынһың, тигәндәр икән”, — тип йылмайған өләсәйемде мин бер ҡасан да онотмам.
Өләсәйем, оҙағыраҡ йәшә, мең рәхмәт һиңә! Һин булмаһаң, бәләкәй сағымда ауылда тәмле аштарыңды ашап, ялан аяҡ, йәшел келәм кеүек хәтфә үләндә аунап үҫмәһәм, башҡортса һөйләшә белмәҫ инем, тиңдәштәрем кеүек ауыл тормошона битараф булыр инем, боронғо башҡорт йырҙарын аңлай алмаҫ инем. Үҙемдең башҡорт булыуымдан ҡәнәғәтлек тә кисермәҫ инем. Өләсәйем, йәшә әле беҙҙе ҡыуандырып!
Мин бәхетле, “алтын” өләсәйем бар! Тиңдәш­тәрем, көнләшегеҙ минән, мин бәхетле! Ғәфү итегеҙ, бәлки, һеҙҙең дә өләсәйҙәрегеҙ, ола­тайҙарығыҙ барҙыр! Һеҙ ҙә бәхетлеме? Ә ниңә минең кеүек ҡысҡырмайһығыҙ? Шатлығығыҙҙы бәләкәй генә йөрәгегеҙгә нисек һыйҙыраһығыҙ?
“Алтынбикәм, көт мине, мин ҡайтырмын. Ниместе дөмөктөрмәй тороп, ҡайтыу юҡ!” — тип ҡосаҡлаған ул өләсәйемде һәм етеҙ генә атына менеп, ҡурайын биленә ҡыҫтырып, ҡатынын мәңгелеккә ҡалдырып киткән.
Бер урыҫ: “Бер шәп ҡурайсы башҡорт бар ине. Ҡурайын уйнап, дошмандың һиҙгерлеген юғалттыра, ә беҙ көтмәгәндә икенсе яҡтан килеп һөжүм итә инек”, — тип һөйләгән. Бәлки, олатайым булғандыр? Эйе-эйе, мотлаҡ ул булырға тейеш!
Эй, был ҡәһәрле һуғыш! Һөйөүгә һыуһап, тыуған ерен һағынып, атлығып ҡайтҡан ваҡытта олатайым ҡайҙалыр ятып ҡалған, хәбәрһеҙ юғалған. Быға мин ышанмайым! Кеше нисек инде юғалһын? Бәлки, бер бөртөк ҡыҙын, минең әсәйемде, бәхетле йәшәһен тип, Александр Матросов кеүек амбразураға ташланғандыр? Шулайҙыр. Минең олатайым мотлаҡ шундай булырға тейеш! Ә өләсәйем олатайымды көткән дә көткән, башҡа кешенең “алтыны” булырға теләмәгән.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511