Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эш тип яна улар
Эш тип яна уларИң яҡшылар “Баш ҡала ҡаҙанышы” премияһы менән бүләкләнде
Тик үҙен генә ҡайғыртып, үҙенең мәнфәғәтендә генә йәшәмәгән, йәмғиәтебеҙгә файҙалы булырға ынтылған, башҡалар бәхетенә изгелек ҡылған кешеләр һәр ҡалала, шул иҫәптән Өфөлә лә бар.
Ундайҙар яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләмәй, файҙалы эш башҡарыуҙы һәм башҡаларға ярҙам итеүҙе өҫтөнөрәк күрә. Беҙ был кешеләрҙең күптәрен хатта йөҙгә лә белмәйбеҙ, ғәҙәттә, интервью ла биреп бармайҙар, телевидениенан сығыш яһамайҙар, ләкин улар тураһында эштәре һөйләй.
Был көндө Ҡала мәҙәниәт һарайына килгән халыҡҡа Өфөнөң иң лайыҡлы кешеләрен күрергә мөмкинлек тыуҙы. Тик бөгөн генә, “Баш ҡала ҡаҙанышы” VI ҡала йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы ваҡытында, ошо исемде үҙҙәренең көндәлек изге эштәре менән яулаған өфөләр сәхнәгә саҡырылды. Ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ улар араһында! Төҙөүселәр, табиптар, уҡытыусылар, эшҡыуарҙар, рәссамдар, спортсылар, ғалимдар, студенттар һәм башҡалар. Алты йыл эсендә “Баш ҡала ҡаҙанышы” йәмәғәт премияһына әүҙем, ҡайғыртыусан, битараф булмаған, мәрхәмәтле 330 өфөлө лайыҡ булған. Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фондына нигеҙ һалыусы Искәндәр Сираев билдәләүенсә, күптәр йәмғиәткә файҙалы социаль проекттарҙы тормошҡа ашырған, Өфө сәскә атһын, үҫһен, матурайһын, төҙөкләнһен, йәшәргә, эшләргә, ижад итергә, уҡырға уңайлы булһын өсөн ҙур көс һалған.
Эш тип яна улар"Беҙгә бер нисә миллионды Радуловҡа биреү отошломо, әллә биш йылдан һуң чемпион исеме яулаясаҡ үҫмерҙәрҙе әҙерләүсе ал-ял белмәгән тренерғамы?" – тип залға мөрәжәғәт итте ул. Әлбиттә, халыҡ һуңғыһын хупланы. Был дөрөҫ тә: өфөләр үҙ ҡалаһы өсөн тырышҡанда ваҡыт менән иҫәпләшмәйәсәк.
Конкурста еңеүселәр түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнде: "Өфө – төҙөк ҡала", "Өфө – бай һәм иҡтисади үҫешкән ҡала", "Өфө – ҙур административ үҙәк", "Өфө – халҡы үҫешкән ҡала", "Өфө – юғары фән, мәҙәниәт һәм спорт ҡаҙаныштары ҡалаһы", "Ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн йәмәғәтселектең таныуы".
Премияға лайыҡ булыусылар араһында үҙҙәренең һөнәри эшмәкәрлеген үҫтереүгә өлөш индереүселәр генә түгел, мохтаждарға ярҙам итеүселәр ҙә күп. Мәҫәлән, төрлө хирургик патология сирле яңы тыуған сабыйҙарҙың һаулығы өсөн көрәшкән балалар табибы, неонатолог Фәйрүзә Менәүәр ҡыҙы Латипова, 17-се балалар дауаханаһының баш табибы Салауат Ҡыуатов, балалар китапханалары берекмәһе мөдире Әлфиә Йәмлехан ҡыҙы Юнысова һәм башҡалар. Шундай эскерһеҙ эштәре менән айырылып торған шәхестәрҙе ваҡытында күрә белеүҙәре ҡыуандыра.
Фаил Ҡылысбаев




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518