Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Институтты ташлатҡан мөхәббәт
...Уҡыуға шәп, тырыш Маратты эшләп йөрөгән еренән әсәһе менән ҡустыһы “беҙҙең дә ғаиләнән бер белемле сыҡһын әле” тип мәжбүр-ләп Өфөгә ебәрә. Әммә ауыл хужалығы институтында беренсе имтиханды тапшырғас, абитуриент артабанғы һынауҙарға бармай, документтарын да алып тормай, Стәрлегә һыпырта. Тик уны дуҫтары түгел, һөйгән ҡыҙы көтә был ҡалала.


– Эх, сибәркәйҙе һағыныуға түҙә алманым, – тип йылмая Марат ағай, хәләл ефете яғына ымлап.
Эйе, йөрәк менән аҡыл бәрелеше – йыш күренеш. Әммә ҡайһыһының еңеүе отошло икән­леген аҙағына тиклем күҙаллау ҙа, фаразлау ҙа мөмкин түгел. Ул йылдар үткәс, тормоштоң мәғәнәһенә төшөнгәс кенә асыҡланалыр. Әлбиттә, имтихан тапшырып бөткәс, сессияны яп­ҡас, диплом алғас та... мөмкин һөйгән йәрең янына барыу, тик яҙмыштарҙың көтөлмәгән боролош алыуы ла бар. Был һөйөү тарихына килгәндә иһә, ҡылыҡ­тың һис шикһеҙ йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарылыуы һоҡлан­дыра. Әйткәндәй, Ғәлимә Мәсә­лим ҡыҙы менән Марат Әбдрәхим улы Ғөбәйҙуллиндарҙың өйлә­неш­кәненә 55 йыл тулды.
...Урындағы заводтарҙың береһендә хеҙмәт урыны тапҡан Ауырғазы һылыуын Ишембай егете эшселәр ятағында осрата. Аш бешереп торған мөләйем ҡыҙ уны тәүге минуттан уҡ арбай. Оҫта ла, матур ҙа, тип уйлап ҡуя йәш егет. Ошо урында Рәми ағай Ғарипов иҫкә төшә: “Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...”. Тик үлеп ғашиҡ итерлек ҡыҙға башҡа егеттәр ҙә битараф түгел шул. Ғәлимәнең йөрәген яулау еңелдән булмай.
Күпмелер осрашып йөрөгән­дән һуң йәштәр өйләнешергә ҡарар итә. Тик ир менән ҡатын ярты йылдан һуң ғына үҙ фатирҙарында бергә йәшәй башлай.
...Шулай ҙа белем алыу мәсьә­ләһенә барыбер әйләнеп ҡайта Марат: урындағы техникум­дарҙың береһенә уҡырға инә, партия эше буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшә.
– Йәш сағында бик ҡыҙыу кеше булды, тас-тос һуғышырға ла оҙаҡ һорап тормай ине, әммә бер ҡасан да өйҙә ғауға сығар­маны һәм миңә ҡул күтәрмәне, – тип хәтерләй тормош юлын Ғәлимә апай. Ысынлап та, бер-береңә ихтирам күрһәтеп, аңлау-кисереүҙән, сабырлыҡтан, кәрәк саҡта юл бирә белеүҙән күп нәмә тора шул. Ғаилә бәхетенең сере лә шунан ғибәрәттер.
Тас-тос һуғыша тигәс тә, Марат ағайҙы насар кеше тип белмәй яҡындары, киреһенсә, үҙен һәм ғаиләһен яҡлай алырлыҡ ир-егет тип күҙ алдына килтерә, хеҙмәт урынында ла абруйлы ул. Юҡһа, “Востокнефтезаводмонтаж” предприятиеһы етәкселеге: “Марат Әбдрәхимович, тағы ярты йыл эшлә инде, өс ай ғына түҙ”, – тип 80(!) йәшенә тиклем заводта тотор инеме? Асылда, Марат ағай заводтың тәжрибә цехында йәштәрҙе эшсе һөнәрҙәренең серенә төшөндөрә.
Шул уҡ ваҡытта ғаилә усағы дөрләп янһын өсөн “муйын”дан да күп нәмә тора, әлбиттә. Был йәһәттән Ғәлимә апайҙың тормош иптәшенә ҡарата итәғәтлелеге, ихтирамы ҡарт көндәрендә лә (йәшлектәрендә лә шулай булғанына иманым камил) һәр ҡылығында сағыла. “Марат­ҡайым” ғына тип тора. Уйлай китһәк, элек ул да бит өйҙә хужабикә генә булып ултырмаған, ире менән бергә ҡара таңдан эшкә киткән, станок янында торған, нисәмә йыл кран башынан төшмәгән, ҡайтҡас йәнә ғаилә мәшәҡәттәренә сумған. Әммә бер ҡасан да кәмһенмәгән дә, артығын да талап итмәгән, ҡатын-ҡыҙ исеменә лайыҡлы береккән. Шулай ҙа, миңә ҡалһа, гүзәл зат булараҡ ғаилә ҡотон һаҡлап ҡалыуҙа баһалап бөткөһөҙ эш ҡылған ул – һөйөклө иренә шап-шаҡтай ике малай табып биргән! Урал ошо уҡ ҡалала тамыр йәйһә, Ришат бөгөн Америкала йәшәй, кинорежиссер.
...Был күркәм ғаилә менән аралашҡанда бәхеттәренең йәнә бер серенә төшөнөп ҡуйғандай булдым. Ғәлимә апай менән Марат ағай ябай ғына итеп, әммә үҙ-үҙҙәре менән ризалыҡта йәшәп ята. Тормошто нисек бар, шулай ҡабул итеп, бөгөнгөгә шөкөр ҡылып, бер-береһен яратып йәшәй бирәләр.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518