Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Батыр үҫтергең килһә...”
“Батыр үҫтергең килһә...” Был төн рухи үҫешемә ҙур йоғонто яһаны. Еләҫ йәйге ел ыңғайына һалмаҡ та, нимәнелер иҫләтергә теләгәндәй дәһшәтле лә яугирҙәргә хас көй аңымды тарих төпкөлөнә алып барып тоташтырҙы. Үҙем иһә сая, нәзәкәтле, һомғол буйлы, рухлы ете ҡыҙға ҡараным да торҙом. Уйым ҡаҙаҡ далаларын буйланы. Риүәйәттең бер варианты буйынса, ҡаҙаҡтар, башҡорт батырҙарының яу ҡырында булыуын файҙаланып, йәйләүҙән ете ҡыҙҙы урлап китә. Улар кире ҡасып ҡайтмаһын өсөн, табандарын ярып, ваҡлап туралған ат ҡылын һибәләр. Ләкин һатлыҡ йәнлелек, милләтеңә хыянат нимә була икәнен яҡшы белгән, азатлыҡ яратҡан ҡыҙҙар бер төн ҡасып ҡайтырға сыға.


Төндәрен йондоҙҙарға ҡарап, көндөҙөн арттарынан ҡыуа төшкән ҡаҙаҡтарҙан йәшенеп, табандары һыҙлауға түҙеп, ете ҡыҙ тыуған ергә яҡынлаша. Бер ваҡыт уларҙы ҡаҙаҡтар ҡыуып еткәс, тотҡонлоҡтан үлемде өҫтөн күргән ирекле халыҡтың батыр ҡыҙҙары ҡулға-ҡул тотоношоп күлгә һикерә. Ә уларҙың йәндәре иһә Етегән йондоҙ булып күккә олғашҡан...
Күккә ҡарайым, унда ете яҡты йондоҙ емелдәй, ерҙәге ете ҡыҙға бағам, улар — башҡорт милләте­нең азатлыҡ символы, рухиәт, ватансылыҡ, намыҫ, үҙ халҡыңа һөйөү тигән изге төшөнсәләрҙең кәүҙәләнеше. Тик быны бөтәһе лә аңлаһа икән!
Советтар Союзы булдырылып, барлыҡ милләттәр ҙә дуҫ тип иғлан ителгәс, хоҡуҡтары бер тиң булған ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа этник килеп сығыштары онотолоуға дусар ителеп, сит милләттәр менән ғаилә ҡороуҙы заман талабы тип ҡабул иткән. Кемдер милли асылын һаҡлап ҡалырға тырышҡан, әммә бөйөк идеологияға ҡаршы торор көс булдымы икән ул саҡта? Шул замандарҙан ҡалғандыр: башҡорт ҡыҙҙарының күпләп сит милләт кешеһенә кейәүгә сығыуы бөгөн дә күҙәтелә. Хатта бер ваҡыт глобаль селтәрҙә бының турала бәхәс сыҡҡас, ҡайһы берәүҙәр ҡан яңыртыу тураһында ла әйтә биреп ҡуйғайны. Ләкин милли рухыбыҙ ҡаҡшар сиккә еткән мәлдә беҙгә тағы ла кемдәрҙер менән ҡанды бутау кәрәкме икән?! Улайһа бит тиҙҙән саф башҡорттарҙың бөтөнләй ҡалма­уы ихтимал. Әле үк бик күп шәжә­рәләрҙә башҡа милләт вәкилдәре күҙгә салынып ҡала. Был осраҡта ҡан яңыртыу тигән төшөнсәнең беҙҙең аңға үтеп инмәүен теләр инем мин, сөнки ҡыҙҙарыбыҙҙы сит милләткә кейәүгә биреп, егеттәребеҙгә сит милләттән кәләш алырға рөхсәт итәбеҙ икән, беҙ милли асылды юғалтабыҙ.
Шуныһы бар: бөгөн башҡорт егеттәре башҡа милләт ҡатын-ҡыҙы алдында көсһөҙ. Күҙәтелеүенсә, бүтән милләттән кәләш алһалар, балалары мотлаҡ әсәһе телендә һөйләшә, уларҙың исемдәре ҡушыла, бала уларҙың ғөрөф-ғәҙәте буйынса тәрбиәлә­нә. Ә атаһы башҡорт булып та маңҡортлашҡан балаларҙан милләтебеҙгә ни фәтүә?
Бөгөн иң төпкөл ауылдарҙа ла аңлы рәүештә балаларҙы урыҫ итеп үҫтергәндәр бар. Туған тейешле кешеләрҙең ғаиләһендә ҡыҙҙары тыуҙы. Ағайым уға, ҙурайып, ҡалаға киткәс, оялып йөрөмәһен, тип урыҫса исем ҡушты. Иҫ киткес бит — ике башҡорттан урыҫ тыуҙырҙылар! Ә шул балаға матур башҡортса исем атап: “Ҡыҙым, телеңдән, милләтеңдән бер ҡасан да оялып йөрөмә, һин үҙ ереңдә йәшәйһең, беҙ — бөйөк милләттең балалары”, — тип сабыйҙы сәңгелдәктә ятҡанда уҡ дөрөҫ тәрбиә бирергә була ине. Үкенескә ҡаршы, бик күптәр хәҙер шулай эшләй, кескәйҙән урыҫса һөйләштереп үҫтерә. Беҙгә ҡан яңыртыу тураһында түгел, ә үҙебеҙҙең башҡорттарҙан рухһыҙ, милли асылдан ситләшкән быуын үҫеп сыҡмауын хәстәрләү кәрәк.
Ә бит ҡаҙаҡ далаларында әле лә “Батыр үҫтергең килһә, башҡорт ҡыҙына өйлән” тигән әйтем йөрөй. Ул бөтә төрки донъяға таралған. Бынан бер нисә йыл элек утыҙҙан ашыу төрки халыҡ вәкилдәре белем эстәгән Төркөстан университетында уҡырға насип булды. Шунда күренде лә инде башҡорт ҡыҙҙарының сит милләттәр алдындағы баһаһы. Берҙән, ғорурланырлыҡ әйтемдең был заманда ла баһаһы юғалмаған, икенсенән, үҙе үк бер мәртәбә бит беҙҙең халыҡҡа!
Ә шулай ҙа башҡа халыҡ егет­тәре үҙеңдең милләтеңдеке­нән өҫтөн тигән һүҙ түгел бит был. Һәр милләттең дә насар һәм яҡшы кешеләре була. Ни өсөндөр кейәүгә сығыр ваҡыт­тары етһә, ҡыҙҙарыбыҙ бүтән­дәрҙе һайлай ҙа ҡуя. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бөгөн ир-егеттәре­беҙҙең баһаһын шул тиклем төшөрөп ебәрә. Был юҫыҡ­та һәр кем үҙенең генә мән­фәғәтен уйлап, дөйөм милләттең ихтыяжын һанламай. Ошонан килмәйме ни милләтебеҙҙең ҡо­то, ырыҫы, ҡеүәтенең йылдан-йыл ҡороуы? Эйе, бөгөн ир-егет­тәребеҙ ҙә йомшағыраҡ шул. Әммә бында ла ил буйынса ир-егетте тик ҡатын-ҡыҙ ғына тәр­биәләүе кире йоғонто яһай. Сабый тыуғас, эргә­һендә тик әсәй кеше, сөнки атай эшләй йә бө­төнләй юҡ, бала балалар баҡса­һына бара – унда тәр­биәселәр тик ҡатын-ҡыҙ, мәк­тәптә лә күбе­һе гүзәл зат, университетта уҡы­тыусылар ҙа күп­селектә улар... Ә ир-егет ҡайҙа үтергә тейеш атайҙар мәктәбен? Юҡ, бында тик ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, иле­беҙҙәге, йәмғиәтебеҙ­ҙәге бәләләр ҙә ғәйепле. Ләкин, һүҙемдең башына килгәндә, был сәбәп сит милләткә кейәүгә сығып китергә кәрәк тигәнде аңлатмай бит.
Шул уҡ ваҡытта егеттәребеҙ­ҙең дә сит милләт ҡыҙҙарын маҡтауы аптырата. Әгәр бер халыҡ вәкилдәре бер-береһенән ваз кискән икән, баштараҡ әйткән­сә, баланы сәңгелдәктә ятҡа­нында уҡ милли рухта тәрбиә­ләргә тырышырға кәрәк. Халҡыңа ихтирам, хөрмәт тойғоһо, мө­хәббәт хисе тәрбиәләү.
Ә бит ниндәй булған ата-бабаларыбыҙ! Тарихҡа күҙ һал­һаҡ, шул уҡ ҡаҙаҡтар үгәй ҡалған башҡорт ҡыҙы Ғилмиязаны күп мал биреп, ҡыҙҙың ағаларынан алып ҡайтып киткән. Йәшерәк сағында уға күҙе төшөп йөрөгән Алдар батыр ҡыҙҙы эҙләп ҡаҙаҡ далаларына килә һәм һуңғараҡ кире урлай. Ә инде ул һуғышҡа киткәс, ҡаҙаҡтар Ғилмиязаны йәнә алып ҡаса һәм, башҡорт­тарға үс итеп, далалағы ас бүре­ләргә ҡалдырып китә. Тет­рән­дер­гес тарих!.. Бөгөн дә ҡаҙаҡ­тар араһында йәшәй был риүәйәт.
Тағы ла Ҡуңыр буғаға эйәреп Уралына ҡайтҡан башҡорт ҡыҙы, шулай уҡ ҡаҙаҡ далаларынан йондоҙҙарға ҡарап тыуған еренә ҡайтып еткән Сура батырҙың Ҡәнифәһен иҫкә алһаҡ! Ниндәй генә риүәйәтте иҫләмәйек, улар­ҙың барыһында ла башҡорт ҡыҙ­ҙарының милләтенә тоғролоғо, халҡын өҙөлөп яратыуы, Урал­тауға кире ҡайтыуы, ҡол булып йәшәмәҫ өсөн үҙ-үҙенә ҡул һалыуы билдәле...
Һәм ете ҡыҙ ҙа... Был һәйкәл — бөгөн беҙҙең милләтте рухи яҡтан таҙарындырыу өсөн һалын­ған, башҡорт милләтенең данлыҡ­лы тарихын, тетрәндергес яҙмышын, башҡорт ҡыҙҙарының яугир, батыр, намыҫлы, илһөйәр рухтарын терелтеүсе, һәр кемде милли йәһәттән камиллаштырыу­сы тағы ла бер яҡты ҡибла!
...Береһенән-береһе һөйкөм­лө­рәк ете ҡыҙға һөйөп ҡарағас, уйҙарымда үткәндәремде барла­ғас, фонтандың шаңлы шауын бер һағышҡа күмеп уйнаған башҡорт халыҡ көйҙәре аңымды ярып инде лә: “Бүтән милләткә кейәүгә сыға күрмә, башҡорт ҡыҙы!” – тине.



Автор: Таңсулпан РӘСҮЛ.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Илшат
    Илшат от 24.09.2016, 15:12
    Шәп мәҡәлә ! Их-х-х, тиражығыҙ бәләкәй, күп кеше был фәһемле мәҡәләне уҡый алмай.Йәл... Булмаһа, "Серләшәйек","Башҡортса статустар" кеүек ("Бәйләнештә" сайты) сәхифәләргә һалһағыҙсы.Рәхмәт,Таңсулпан !

  2. Ләйсән
    Ләйсән от 06.10.2016, 23:33
    Рәхмәт, Тансулпан. Һеҙҙең үҙ төйәген һөйөүсе булыуығыҙға шатмын. Уңыштар һеҙгә. Халҡыбыҙҙы тергеҙер көс бар һеҙҙә, Аллаға шөкөр






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 597

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 312

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498