Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аутентик бишбармаҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ
Аутентик бишбармаҡ һәм ҡунаҡсыллыҡ Этнотуризмды, агротуризмды үҫтерәйек тип нисәмә йыл ауыҙ һыуын ҡоротоп һөйләйбеҙ. Әлбиттә, был йүнәлештә республикала айырым эшҡыуарҙар күпмелер кимәлдә эш тә алып бара. Әммә тотош яйға һалынған ғына система, механизм һаман юҡ.
Интернетта башҡорт ҡулланыу­сылары араһында аҙнаға яҡын бишбармаҡ тураһында бәхәс бара. Уға социаль селтәрҙә баҫылған ошондай хәбәр сәбәпсе булды: “Яңыраҡ һеңлем кейәүгә сыҡты. Әбйәлил яҡтарына туйға барҙыҡ. Аптырап ҡайтылды, ашты табаҡ менән өҫтәлгә ултырталар, кәсәгә һалып, ағас ҡалаҡ менән ашайһың... Әбйәлилдәр бөтәһе лә шулай эшләйме?”
Күрәһең, көнүҙәк тема булып сыҡты был, комментарийҙар яуҙы ғына. Шулай булмай, кешегә ризыҡ көн дә кәрәк: иртән дә, төш тә, кис тә. Ҡайһы берәүҙәргә ашам­лыҡтың өҫтәлгә ошо рәүешле бире­леүе ят тойолһа ла, яҙмалар башлыса бишбармаҡты маҡтауға ҡайтып ҡалды. Мәҫәлән, “Байрамда, ялда шулай ашайбыҙ. М-м-м, тәмле!”, “Әбйәлилдең бишбармағы никахта ла, туйҙа ла шәп булды”, “Миңә шулай нығыраҡ оҡшай, һәр кем үҙенә етәрлек һалып ала”, “Ирем менән шул яҡтарҙа ҡунаҡта булдыҡ, бишбармаҡтары бик оҡшаны!” Төрлө төбәктәрҙә уны нисек әҙерләүгә, табынға ҡайһылай итеп биреүгә лә иғтибар көслө ине: “Баймаҡтар итте бешереп, картуф менән айырым ҡуя. Һалмаһы ҙур, шаҡмаҡлы”, “Әбйәлилдәр итте ашҡа һала, туҡмасы нәҙек оҙонса”, “Ырымбурҙа ит-картуфты айырым ултырталар, ашҡа картуф һалмайҙар, итте ваҡ ҡына итеп турайҙар”, “Йылайырҙа бишбармаҡ һурпалыраҡ була. Итте турап, картуф менән аралаштырып ултырталар. Ҡа­рынды айырым һауытта бешерәләр, һурпаһын ашҡа ҡушмайҙар, ә табында картуф менән ит араһына һалалар”, “Хәйбуллала ҡамырҙы дүрткел итеп ҡырҡып, тоҙлоҡло һурпала бешерәләр. Картуф өҫтөнә итте өлөшләп турап, күп итеп өйөп һалалар...”
Комментарийҙар араһында тәрән уйға һалғандары ла бар ине. Әбйәлилдән: “Бер йылы ауыл буйлап Мәскәү кеше­ләре, бишбармаҡ бешереп ашатығыҙ, аҡсаһын да түләйбеҙ, тип йөрөнөләр. Тәким уларҙың үтенесен үтәүсе табылманы шикелле...” – тип яҙҙы бер ҡатын. Йылайырҙан иһә: “Бер итальян һуғым ваҡытына тап килеп, беҙҙең менән аҙна буйы ҡунаҡ булып йөрөнө. Көн һайын булһа ла, бик яратып ашаны биш­бармаҡты”, – тигәне өҫтәлде. Уҙған аҙнала беҙҙең гәзиттең йома һанында баҫылған мәҡәләлә лә испандар менән әңгәмәлә ҡунаҡтар: “Беҙҙә емеш-еләктән ҡайнатма эшләү юҡ, үҙебеҙ бәлеш бешермәйбеҙ, гел әҙерҙе һатып алабыҙ. Ә башҡорттарҙа, киреһенсә, бөтөнөһөн үҙҙәре тәмле итеп әҙерләй”, – тип һоҡланыуҙарын белдерә.
Күренеүенсә, беҙҙең милли аш-һыу республиканың төрлө төбәктәре халҡын да, Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларҙан килеү­селәрҙе лә, сит ил кешеләрен дә битараф ҡалдырмай. Статистика һандарынан кү­ренеүенсә, туристар аҡса­ларының 30 про­центтан күберәген ошолай урындағы нәзәкәтле ризыҡ менән туҡланыуға тотона. Быға хатта иҫтәлекле урындарға сәйәхәткә ҡарағанда ла күберәк сығым китә икән. Ә ниңә шунан файҙаланмаҫҡа! Ҡытайҙа сәй әҙерләп эсеү тамашаһы ғына ла күпме туристы ылыҡтыра. Европала шарап тәмләп ҡарау процесы һуң... Абхазияға барыусыларҙы шундағы умарталыҡтарға экскурсия көтә. Унда маҡтай-маҡтай бал тәмләтәләр, һатып алырға өндәйҙәр. Башҡортос­тандан барыусылар бындай “баллы телмәр”ҙе һүҙһеҙ генә тыңлап тора ла шундай ҙа тәмлекәсте алмай боролоп китә. Үҙе­беҙҙең башҡорт балына бер ни етмәгәнен улар яҡшы белә шул...
Ә беҙҙең күп милләтле илебеҙ – был юҫыҡта үҙе бер табыш. Һәр халыҡтың үҙенә генә хас аш-һыуы бар. Ҡайһылыр төбәк тоҙланған ҡыяр, кәбеҫтәһе, ебе­телгән алмаһы менән дан тотһа, ҡай­ҙалыр телеңде йоторлоҡ кеүәҫ әҙер­ләйҙәр. Башҡорттоң да башҡаларға ят булған ризыҡтары бихисап. Ниңә шул уҡ бишбармаҡты, бауырһаҡты, ҡоротто, ҡымыҙҙы, буҙаны туристарға тәҡдим итеп кенә ҡалмаҫҡа, ә ҡыҙыҡһы­ныу­сыларҙың үҙҙәренән бешертеп, әҙерләтеп ҡара­маҫҡа? Бындай оҫталыҡ дәрес­тәренән һуң улар шул ризыҡтарын тәмләр ҙә, теләгәндәр төрлө-төрлө рецептарын яҙып та алыр ине.
Әле көндәлек табыныбыҙҙы биҙәгән ябай ризыҡ бишбармаҡтың ғына ла республиканың төрлө тарафында йәшә­гән халҡында төрлө фекер тыуҙырыуына ҡарағанда, был теманың әһәмиәте ҙур булыуына шик юҡ. Юҡҡа ғынамы ни, йүн белгән сит ил кешеләре “аутентик”, йәғни төп нөсхә, тип үлеп бара. Ә шул уҡ аутентик башҡорт ризығын, бейеүен, йырын, уйынын тик ошо милли ерлектә генә барлыҡ шартына еткереп әҙерләп, башҡарып, күрһәтеп, кешеләр күңеленә еткереп була. Шуныһы мөһим: был хоҡуҡты беҙҙән берәү ҙә тартып ала алмай. Ошо өҫтөнлөктө күптән иркен ҡулланырға ваҡыттыр.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518