Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Улым, урманды һаҡла!”
“Улым,  урманды һаҡла!” Заманында Хөҙә Әхмәтйәнов тирә-яҡта тәжрибәле урмансы булараҡ дан ҡаҙана. Уны иҫке һәйеттәр, ҡолғоналар ғына түгел, күрше ауылдарҙа йәшәгәндәр ҙә белә, хөрмәт менән иҫкә ала. Ғүмерен урманды һаҡлауға арнаған шәхес йәш быуынға ла һәр саҡ тәбиғәттең сикһеҙ ҡиммәтен төшөндөрөп йәшәй. Сәғит улына иһә мәңгелек хазинабыҙ, уны ҡурсалау фарызлығы тураһында һалабаш һыҙырғанда ла, урман буйлап көнө буйы йөрөгәндә лә, хужалыҡ аттарына бесән әҙерләгәндә лә һөйләй килә. “Урманды һаҡларға кәрәк, улым!” – тип әйтергә ярата.


...Шулай ҙа Сәғит өлгөргәнлек аттестаты алыу менән Башҡортос­тандың ауыл хужалығы институты­ның механиктар әҙерләгән факультетына йүнәлә. Билдәле, был аҙы­мын ул кәңәш-төңәш итеп яһай. “Техник һөнәр һайлаһаң, теләгән ереңдә эш таба алырһың”, – тиҙәр уға. Күп кенә яҡташтары кеүек урмансы түгел, ә инженер-механик булып китә.
– “Ағиҙел” совхозының көслө сағында булдыҡлы етәксе Шамил Шәрәфетдинов менән бергә эшлә­нек, – тип хәтерләй район хужа­лыҡтары үҫешенә ҙур өлөш индер­гән Сәғит ағай йәшлек йылдарын.
Эйе, ауыл хужалығы тип янып йәшәй ул ғүмер буйы, ҡылған эштә­ренә үкенерлек түгел. Тик... шул уҡ ваҡытта үҫмер саҡта атаһы мәрхүм­дең әйткәндәре лә тынғы бирмәй: “Урманды һаҡларға кәрәк, улым!..” Шуға инде, үҙе атай булғас, был һүҙҙәрҙең айышына төшөнөп, атай васыятын йылдар аша булһа ла танығас, урман хужалығына эшкә килә. Әлбиттә, ауыл хужалығын биш бармағындай белгән кешегә үҙе йәшәгән Кинйәкәйҙә фермер булып китеү отошло булыр, башҡа өлкәлә лә төшөп ҡалмаҫ ине. Тик был юлы ул йөрәк ҡушҡан юлды һайлай. Бына етенсе йыл инде ул Урман хужа­лығы министрлығының Маҡар урмансылығы буйынса территориаль бүлегендә эшләй – Верхотор-Һәләүек биләмәһен ҡурсалай.
Әлбиттә, ағас үҫенте­ләре ултыр­тырға, дилән­кә билдәләргә бала саҡтан өйрәнелһә лә, һәр эштең үҙенсәлеге бар. Яңы эшкә күскәс, Сәғит Хөҙә улы Баш­ҡорт дәү­ләт аграр университетында белемен камиллаштырып ҡайта, даими курс­тарға йөрөп тора.
Оҙаҡ эшлә­мәүенә ҡара­маҫтан, Сәғит ағай үҙен бул­дыҡлы бел­гес итеп танытып та өлгөргән. Урманды ла яҡшы ҡарай, халыҡ менән дә уртаҡ тел тапҡан, шул уҡ ваҡытта атаһынан алған һыҙаты ла һәр саҡ алдан йөрөй – ғәҙеллеге ташып тора.
– Законһыҙ рәүештә урман ҡырҡыусыларға һәм янғынға ҡаршы көрәшеү, үҫентеләрҙе ағас булғансы үҫтереү, диләнкә ҡырҡыуҙы кон­тролдә тотоу төп бурысымды тәш­кил итә, – ти урмансы көндәлек хеҙмәте хаҡында. Дөрөҫөн әйткәндә, был бурыс йырып сыҡҡыһыҙ мәшәҡәт һымаҡ. Ысынлап та, бик күп эш ята урмансы иңендә: башта документтар тултыр, уны йөҙ ҡабат тикшер, һуңынан саҡрымдарға һуҙылған урман буйлап сығып кит. Һауа торошоноң да төрлө сағы тура килә. Әйткәндәй, быйылғы ҡоро йәйҙә генә лә бәғзе яуапһыҙ кешеләр арҡаһында урманды бер нисә тапҡыр ут ялмап ала. Бәхеткә күрә, “ҡыҙыл әтәс” ваҡытында баҫтырыла. Кешеләр менән мөнәсәбәткә кил­гәндә иһә, миҫал итеп диләнкә ҡырҡыусыларҙың йыш хатаһы – отчет тапшырырға онотоуҙы телгә алһаҡ та, эш күләме аңлашыла. Нисек кенә булмаһын, был мәшә­ҡәттәр Сәғит ағайға һиҙелмәй ҙә икән, сөнки ул һөнәренә үлеп ғашиҡ.
– Урманға барып инһәң, ҡағыҙ мәшәҡәте генә түгел, тормоштоң бөтә ауырлығы бер юлы юҡҡа сыҡҡандай, – тип йылмая ул. Тағы ни өҫтәйһең был һүҙҙәргә?!
...Кеше ғүмере буйы үҙен эҙләй. Был йәһәттән Сәғит ағайҙы бәхет­леләр рәтенә индерергә булалыр. Әсә һөтө менән тигәндәй ҡанына һеңгән шөғөлгә ул йылдар аша булһа ла әйләнеп ҡайта алған.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840