Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шиғри йәнле һеңлекәшем
Быйыл йәй беҙҙе Кушнаренкола класташым һәм яҡын туғаныбыҙ Ишбикә Фәйзрахманова көтә ине. Унда алыҫ араларҙы яҡын итеп минең менән осрашып күрешеү, кәңәштәремде ишетеү, үҙе яҙған йырҙарын йырлап ишеттереү өсөн Ишәйҙә йәшәгән Рүзәлиә Ниғмәтуллина ла килгәйне. Бына шунда тыңланым да инде уның йырҙарын һәм аптырауҙан телһеҙ ҡалдым. Берәү булһа, күптән ниндәйҙер юлы-сараһын табып йырҙарын радио, телевидениенан яңғыратыр ине.


Рүзәлиә Ниғмәтуллина Ҡанаҡай ауылында тыуып үҫкән. Ауылдашым әлеге көндә Ишәйҙә ғүмер итә. Уның шиғриәткә, йыр-моңға булған мөхәббәте йәмле Һәләүектән, ғорур Торатауҙан киләлер, тим, нәҫелдән дә барҙыр. Йырҙары, шиғырҙары ябай ғына кеүек тойолһа ла, ихлас, хискә бай, мәғәнәле, шаян һәм йор һүҙле. Ишле ғаиләлә тәрбиәләнгән Рүзәлиәнең атаһы Ғарифулла бабай ҙа йырларға ярата, шиғыр телендә һөйләшә торғайны, күңелсәк һәм шаян кеше ине.
Рүзәлиә миңә атайымдың әсәһе Нәсихә Йәнтүрә ҡыҙы яғынан нәҫелдәш, йәғни өс туған була. Ә өләсәйем матур йырлай торғайны, ғәрәпсәне, фарсыны белде. Олатайым Зөлфаҡар ауыл муллаһы булды. Уларҙың кистәрен кәштәләрҙә матурлап теҙеп ҡуйылған китаптарын ипләп кенә, ҙур һаҡсыллыҡ менән ауыҙ эсенән уҡып, һуңынан тәҫләп кире урынына һалып ҡуйыуҙарын яҡшы хәтерләйем. Сөнки мин дә, Ишбикә лә, Рүзәлиә лә – өләсәйем һөйләгәнде тыңлап үҫкән балалар. Әле килеп Нәсихә өләсәйемдең әкиәттәренең береһен дә китаптарҙан табырмын тимә, тимәк, улар университет бөтөргәндәргә ҡарағанда күпкә белемлерәк булып сыға түгелме? Өләсәйемдәргә кис ҡуна барыуҙы һағынып көтөп ала торғайныҡ.
Рүзәлиәнең тормош биографияһы башҡаларҙыҡынан әллә ни айырылмай. Ишле ғаиләлә эшләп үҫкән, бала саҡтан иңенә байтаҡ мәшәҡәт-ауырлыҡ төшкән уның. Тормош һынауҙарын йәлләмәгән. Ҡанаҡайҙа туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң йәшләй генә Рәйес Ниғмәтуллинға кейәүгә сыға. Ситтән тороп Ишәй урта мәктәбен тамамлай. Сит ауылға килен булып төшкән Ҡанаҡай ҡыҙы ун өс йыл һыйыр һауа, ун ете йыл Ишәй “Йәйғор” балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй, һуңғы өс-дүрт йылда Стәрлетамаҡта “Тандер”ойошмаһында ашханала, шунан һатыусы, артабан Ишәйҙә икмәк бешереүсе булып эшләй. Донъяһы ла ялт итеп тора ауылдашымдың, йорт-ере үҙе үҫтергән гөл-сәскәгә күмелгән. Баҡсасылыҡ менән ихлас шөғөлләнә.
Рүзәлиәнең ғәзиз әсәһе Рабиға инәй үҙе лә эшкә уңған, алсаҡ, ярҙамсыл, ихлас була торғайны. Әйткәндәй, Рүзәлиәнең тағы ла бер таланты бар. Ул да булһа – әсәһенән күскән аш-һыуға оҫталығы. Күпереп бешкән ҡомалаҡлы икмәген, бәлеш, бауырһаҡтарын элек тә район һабантуйҙарында ауыҙ итергә насип булды. Был юлы ла буш ҡул менән килмәгән: телеңде йоторлоҡ сәксәк, бауырһаҡ, балан, алма бәлештәре, үҙе һалған мамыҡтай йомшаҡ ҡаластарын тейәп килгән. Махсус белеме булған ресторан ашнаҡсылары ла улай әҙерләй алмай әле. Минеңсә, башҡорт халҡының милли ризыҡтарын еренә еткереп бешереү өсөн кәм тигәндә башҡорт булып тыуыуың кәрәктер. Халҡыбыҙ борон-борондан оҫта ашнаҡсыларҙы хөрмәт иткән, уларҙы туйҙар, оло йыйындар уҙғарыр алдынан ат менән барып саҡырып алып, бөтә шарттар тыуҙырып өҫтәл әҙерләткәндәр. Рүзәлиә Ғарифулла ҡыҙын, Рабиға инәйҙе шулай саҡырып бешертә торғайнылар бит.
Ул-ҡыҙҙары бәләкәйҙән эш рәте белеп үҫһен, бер-береһенә терәк булып йәшәһен, тип өйрәткән Ғарифулла ағай менән Рабиға апай. Балалары, аманатҡа тоғро ҡалып, бөгөн бер-береһе менән аралашып, ярҙамлашып йәшәй. Күптәргә тәтемәгән, һирәк осрай торған көнләшерлек матур күренеш был.
– Тәмле итеп бешерергә әсәйем өйрәтте, – тип һөйләй Рүзәлиә Ғарифулла ҡыҙы. – Бәләкәй генә мини-пекарнямды асып ебәргәндә, ҡулда көс барҙа ауылдаштарыма ла файҙа килтерер инем. Шөкөр, балалар тыуып тора, туйҙар, байрамдар үткәрелә. Халыҡты тәмле бәлештәр, сәксәк, бауырһаҡтарым менән ҡыуандырыр инем. Ул саҡта былай ҙа аҡсаһыҙ халыҡ ризыҡ артынан Стәрлегә сапмаҫ, яңы ғына мейестән сыҡҡанын килеп алыр ине.
Уның тормош иптәше Рәйес Насибулла улы ла егәрле эшсе, ул бөгөн “Өсөнсө Интернационал” хужалығында тракторсы булып эшләй, һөтсөлөк фермаһында моторист, келәт мөдире. Ауылдың мәҙәни тормошонан да ситтә ҡалмайҙар, балаларына өлгө, бер-береһенә терәк булып, кәңәшләшеп көн итәләр. Рүзәлиә иһә концерттарҙа үҙе ғүмер өргән моңло йырҙары менән сығыш яһай.
Был егәрле ғаиләлә ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләнгән, хәҙер үҙҙәре ата-әсә, һәр береһе тормошта үҙ урынын тапҡан. Ейән-ейәнсәрҙәр генә етәү. Уларға ҡарап һоҡланып туя алмай Рүзәлиә менән Рәйес, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша.
Ҡатын-ҡыҙҙың мәшәҡәттәре тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Рүзәлиә лә эш ваҡытында тыуған шиғыр-көйҙәрен яҙып алыуҙы төнгә ҡалдыра. Уға тиклем улар күңелдән шымартылыу үтә, рифма-ритмдары, поэтик үҙенсәлектәре яҡшыртыла. Махсус белеме булмаһа ла, күңел ҡушыуы, йөрәк талабы буйынса ижад итә Рүзәлиә Ғарифулла ҡыҙы.
– Моң миңә ҡапыл килеп, булмышымды биләп ала. Йөрәкте дәртләндереп ҡолаҡта сыңлап тик тора. Шунан үҙем дә һиҙмәҫтән йырлай башлайым. Күңелгә шиғыр килһә, яҙып алып ҡалырға тырышам, әлбиттә. Үҙем ноталар белмәһәм дә, көйҙәрем онотолмай, – ти ул.
Ишембай районы – республикабыҙҙа билдәле, бай төбәк. Айырыуса ул талантлы шағирҙары, йырсылары, ғалимдары, дәүләт эшмәкәрҙәре менән көслө. Районда йыш ҡына республика кимәлендәге төрлө мәҙәни саралар үткәрелә. Ишәй таланты Рүзәлиә Ниғмәтуллина мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмаһын, саҡырылып, сығыш яһап, оҫталығын арттырып торһон, йыр-моңо менән халыҡ күңелен имләһен, дәртләндерһен ине.
Тормошто һөйгән, моңло йырҙар ижад итеп уны халыҡҡа еткерергә тырышҡан яҡташым, ауылдашым, моңдашыма бер нимәгә ҡарамайынса, булмышына тоғро ҡалып, яңы ижади үрҙәргә үрләргә яҙһын.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511