Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илдең ҡотон һаҡлай ағинәйҙәр
Илдең ҡотон һаҡлай ағинәйҙәр Борон-борондан ағинәйҙәрҙең аҡһаҡалдар менән бер рәттән йәмғиәт тормошондағы әһәмиәте ҙур булған. Йәш быуынға милли асылыбыҙға ярашлы матур тәрбиә биреү, уларға ватансылыҡ тойғоларын һеңдереү, халҡыбыҙға ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙән, йолаларыбыҙҙан тайпылырға юл ҡуймау, милләттәштәребеҙҙе айыҡ, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, телебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлау... Былар – ағинәйҙәрҙең үҙ иңдәренә алған ил-йорт, милләт хәстәрҙәренең бары бер өлөшө генә. Асылда уларҙың булмышы үҙе үк күптәргә өлгө булырлыҡ!


Күгәрсен районының “Мораҙым тар­лауығы”нда уҙған республика “Ағинәйҙәр ҡоро” йыйынында был бигерәк тә асыҡ сағылды. Гүзәл заттың милли кейем­дә­ренән, биҙәүестәренән тарлауыҡ сәскәле яланды хәтерләтте. Ихлас аралашыуҙар, күтәренке рух хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Республиканың 15 төбәгенән – Ишембай, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Федоровка, Бөрйән, Стәрлебаш, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Йылайыр, Учалы райондарынан, Салауат, Мәләүез, Күмертау, Сибай ҡалаларынан килгән 300-ләп кешене һәм уларҙы ҡаршы алған Күгәрсен ағинәйҙәрен бары бер уй – милләт ғәме, милләт хәстәре берләштерҙе.
Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙың ҡулынан кил­мәгән эш бармы икән?! Аллы-гөллө ептәрҙән балаҫ та һуғалар, сигеү ҙә сигәләр, сағыу тауар киҫәктәренән ҡорама ла ҡоралар, милли кейемдәр, биҙәүестәр ҙә тегәләр, шәлдәр ҙә бәйләйҙәр, телде йоторлоҡ итеп аш-һыу ҙа бешерәләр... Ялан буйлап һуҙылған күргәҙмәләрҙе байҡағандар быға үҙҙәре лә шаһит булды. Район-ҡала вәкилдәренең барыһы ла ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ, йыр-моң, дәртле бейеү менән ҡаршы алды, үҙҙәренең өгөт-нәсихәттәрен, теләктәрен, рәхмәттәрен еткерҙе.
Район имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт аят уҡығандан һуң, йыйын күҙгә-күҙ ҡарап фекер алышыу, эш тәжрибәһе менән уртаҡ­лашыу майҙанына әйләнде. Ағинәйҙәр бергәләп республика, милләт, халыҡ алдында торған бурыстарҙы барланы, йәмғиәтте борсоған һорауҙарға яуап эҙләне, киләсәккә пландар билдә­ләне.
Илдең ҡотон һаҡлай ағинәйҙәрИл Президенты Владимир Путиндың “Йәмәғәтселек институттарын тергеҙергә, йәмғиәтте тәрбиәләүҙә уларға таянырға кәрәк” тигән һүҙҙәренә яуап итеп барлыҡҡа килгән Ағинәйҙәр ойошмаһы төрлө төбәктәрҙә бер үк ваҡытта асылманы, ҡайҙалыр әүҙемерәктәр алданыраҡ тупланһа, ҡайҙалыр ул яңы барлыҡҡа килә әле. Шуға ла эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу бик тә урынлы булды.
Ағинәйҙәр эшмәкәрлегенә байҡау яһағанда, кемдер “өйрәнергә лә өйрәнергә икән әле беҙгә” тип ҡуйҙы.
Төрлө юҫыҡта эш алып барған ойошмаларҙан өйрәнергә ысынлап та урын күп. Хәйбуллалар шәл һуғыу (бәйләү түгел. – Авт.), септә, ситән үреү, саман кирбес яһау кеүек онотолған кәсептәрҙе тергеҙә. Баймаҡтар тәрбиә эшен мәктәп менән бергә алып бара, йәш парҙарҙы, тулы булмаған ғаиләләрҙе күҙ уңынан ысҡындырмай, димселек менән дә шөғөлләнә. Сибайҙар сәсәнлек традицияларын тергеҙә, “Талир тәңкә” төркөмөн ойоштороп, милли кейемдәр тегә, биҙәүестәр эшләй. Ағинәйҙәрҙең республика кимәлендәге беренсе сараһын уҙғарған әбйәлилдәр иһә ғаиләлә атай, ир абруйын күтәреү өҫтөндә эшләй. Стәрлебаштар тула баҫыу йолаһына яңы һулыш өрә, милләт һәм балалар һаулығына иғтибар йүнәлткән учалылар “ауылпиада” тип аталған спорт саралары, “Буҙа” байрамдары уҙғара. Федоровкалар ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙе ныҡлы күҙәтеүгә алған, уларға һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа һәм үҙ араларына ылыҡтыра, хатта электр, газ өсөн түләүҙә ярҙам итә. Бөрйәндәр “Кәрәҙ” исемле ҡорама ҡороу клубы ойошторған, йылайырҙар мәрхәмәтлек акциялары үткәрә, ейәнсуралар хәрәм эсемлекһеҙ, йәғни айыҡ туйҙар өсөн көрәшә, мамыҡ шәл данын арттыра. Ишембайҙар депутат атҡарырға тейешле бурыстарҙы ла үҙҙәренә йөкмәй, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Салауаттар “Аҡбуҙат” ойошмаһы менән берләшеп, ҡаланы гөрләтергә ниәтләнә. Күмертауҙар М. Исҡужин исемендәге гимназия, “Айгөл” тәрбиә үҙәге, политехник лицей менән ҡулға-ҡул тотоноп, тәрбиә эшен алып бара. Күгәрсендәр район кимәлендә уҙған бер генә саранан да ситтә ҡалмай, мәрхәмәтлек акцияһы уҙғарыуҙан алып “Йәштәр көнө”нә тиклем ҡатнашырға өлгөрә.
Күгәрсен районының “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Әминә Әҙелғужинаның “Ете ҡыҙ” ательеһында мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына тәғәйенләп тегелгән күлдәктәр дефилеһы барыһында ла һоҡланыу тойғолары уятты. Мәҡсүт һәм Тәүәкән ауылы ағинәйҙәренең сығышы иһә йолаларға ҙур иғтибар бүленеүен күрһәтте.
– Ағинәйҙәрҙең район ойошмаһы бер йыл ғына эшләп килә, әммә бик күп бурыс атҡарып өлгөрҙө. Ошондай төркөм барлыҡҡа килеп, халыҡ араһында тәрбиә эше алып барғанына шатбыҙ. Үҙ ирке менән иңдәренә ил хәстәрен йөкмәгән ҡатын-ҡыҙҙар ғаилә нигеҙҙәрен нығытыуға, йәш быуынға рухи тәрбиә биреүгә генә иғтибар йүнәлтмәй, район-ҡала кимәлендә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә лә ҙур өлөш индерә. Күп яҡлы эшегеҙ, фиҙакәрлегегеҙ өсөн рәхмәт, – тине ҡатын-ҡыҙҙарҙы сәскәләргә тиңләп, һоҡланыу белдергән Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин.
Иҫ киткес күркәм тәбиғәт ҡосағында оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840