Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
“Самбист” Ким Латипов 1959 йылда Туңғатар ауылында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Уға дүрт йәш тулыуға, төҙөлөштә эшләп йөрөгән атаһы Хәсән ағай, әсәһе Роза апайҙы ике бала менән ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә.


Малай бәләкәйҙән тәрбиәле була: әсәһенең ҡушҡанын урынына еткереп эшләй, кәңәштәрен тыңлай, тырышып уҡый. Һәр саҡ ололарса фекер йөрөткән егет бала саҡтан спортты үҙ итә. Турникта күтәрелә, йүгерә, волейбол, футбол уйнай. Урамға сыҡһа, тиҫтерҙәрен әйҙәп, тәбиғәт ҡоса­ғына алып килә һәм үҙ-ара көрәш ойоштора. Урта буйлы, йомро кәүҙәле малайға тиңлә­шеүсе булмай. Ул бер ваҡытта ла маһай­май, үҙе белгән көрәш алымдарын дуҫтарына өйрәтә. Шуға ла уны малайҙар хөрмәт итә.
Алтынсы класҡа еткәс, уларҙың ғаиләһе Учалы ауылына күсеп килә. Ситтән килгән малай­ҙы йыш ҡына бындағы класташтары “килмешәк” тип мыҫҡыл­ларға ла күп һорап тормай, дөмбәҫләргә лә уйҙары була. Әлбиттә, ауылдаш малайҙары араһында абруй ҡаҙанған йәш лидер был хәлде ауыр кисерә, әммә төшөнкөлөккә бирелмәй, кире­һенсә, көн дә беләк мускулдарын сыныҡтырып, гер күтәрә, йүгерә, төрлө күнекмәләр яһай. Күп тә үтмәй, турникта күтәрелеү буйынса район уҡыусылары араһында беренселекте ала. Учалы урта мәктәбендә уға спорт менән шөғөлләнергә уңайлы шарттар тыуа.
Бер саҡ дәрестән ҡайтырға сыҡҡан малайҙы тиҫтерҙәре тағы ла көтөп тора. Ким улар эргәһенә эре аҙымдар менән ҡыйыу баҫып барып етеүгә, кем сумкаһы, ҡайһыһы йоҙроҡ менән һелтәнә лә башлай. Малай сумкаһын ырғыта ла әле береһен, әле икенсеһен ергә күтәреп һуға башлай. Шул мәл һуғыш суҡмарҙарының береһе:
– Эй, малайҙар, был бит самбист, – тип ҡысҡырып ебәрә.
Етмәһә, нәҡ ошо секундта Ким үҙенән ике баш­ҡа оҙон малайҙы ергә һуҙып һала. Һуғышырға дәрт-ҡеүәт биреп тороусылар бөтәһе бергә тиерлек:
– Самбист! – тип һөрән һала.
Шул көндән алып үҫмергә “самбист” ҡушаматы тағыла, балалыҡтан сыҡмаған малай­ҙарҙың һа­уа­ланыуҙары ла юҡҡа сыға. Бына шулай үҫмерҙәр араһында ныҡлы дуҫлыҡ күпере һалына. Хәҙер улар бергәләшеп спорт залында төрлө күнекмәләр уҙғара башлай. Йәш спортсы үҙенең көсөн гер һәм штанга күтәреүҙә һынап ҡарай. Шул уҡ ва­ҡытта ирекле, классик, милли көрәш алымдары тураһында төрлө китаптар эҙләп табып уҡый, үҙаллы һабаҡ ала һәм иптәштәренә үҙе бел­гәндәрен өйрәтә. Көн дә иртән йүгереү, төрлө күнекмәләр үтәү уның көндәлек ҡағиҙәһенә, йәшәү рәүешенә әүерелә.
Туғыҙынсы класҡа уҡырға барғас, Учалы ауылы һө­нәрселек училищеһында ирекле көрәш буйынса күнекмәләр алып йөрөгән үҫмергә тренерлыҡ эшен алып барырға тәҡдим итәләр. Егет ҡуш­ҡул­лап ризалыҡ бирә, үҙе лә сыныға. Шул уҡ йыл­да ул штанга күтәреү һәм милли көрәш буйын­са Башҡортостан беренсе­легенә үткәрелгән тур­нирҙа ҡатнашып еңеү яулай. Был уның респуб­лика кимәлендә тәүге ҡаҙанышы була. Бындай уңыш­тар егеткә тағы ла нығыраҡ дәрт, илһам өҫтәй.
Һәм бына егеттәрҙең өлөшөнә төшкән иң мөһим дә, яуаплы ла изге бурысын үтәү көндәре етә. Ким үҙенең армия хеҙмәтен Ырымбурҙа башлай. Унда йәш һалдат курсы үткәс, Тбилисиға ебәрәләр. Бала саҡтан спорт менән шөғөлләнгәс, армия хеҙмәте еңелерәк тә бирелә. Улай ғына ла түгел, ул Кавказ аръяғы хәрби округында үткәрелгән чемпионатта ҙур еңеү яулай – беренсе урын ала һәм уны спорт ротаһына күсерәләр.
Ким Хәсән улы тыуған яҡта­рына өлкән сержант дәрәжәһендә әйләнеп ҡайта. Иң мөһиме, спортты ташламай.
– Хеҙмәт, спорт – минең бар булмышым, – ти ул. Өс йыл йөк тейәүсе булып эшләүе лә көсөн арттыра ғына.
– Тирләп һыуланған футбол­ка­ларҙы һығып ала торғайныҡ, – тип хәтерләй ул йылдарҙы районыбыҙҙың танылған көрәшсеһе.
Ким Латипов егерме өс йәшен­дә Мурманск ҡа­лаһында ойошто­ролған “Төньяҡ һаҙағайы” (“Се­вер­ное сияние”) тип аталған ха­лыҡ-ара турнирҙа ҡат­наша. Был сараға төрлө илдәрҙән спортсылар ки­лә (Швеция, Норвегия, Финляндия һ.б.). Ким бын­да ирекле көрәш буйынса икенсе урынды яулай.
– Был еңеү минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булды. Комбинатта эшләп йөрөй инем, яҡшы спортсыға тип фатир бирҙеләр, тәүҙә бригадир, һуңынан мастер итеп үрләттеләр.
“Төньяҡ һаҙағайы” ирекле көрәш турнирынан һуң Кимға – ”Рәсәйҙең спорт мастеры” исеме, шул уҡ йылда милли көрәш буйынса Рәсәй кимәлендә үткәрелгән турнирҙа еңгәс, милли көрәш буйынса спорт мастеры дәрәжәһе бирелә. Уға ике тапҡыр Мәскәүҙә классик көрәш буйынса уҙғарылған турнирҙа ҡатнашырға насип була. Икеһендә лә икенсе баҫҡысҡа күтәрелә.
ВЦСПС-тың бронза призеры (был турнир СССР-ҙың кесе чемпионатына тиң була), Рәсәй беренселегенә уҙғарылған турнирҙа өс тапҡыр милли көрәш буйынса чемпион... Ким күп тапҡыр Башҡортостан, район беренселегенә ойошто­рол­ған ярыштарҙа ла еңеү яулай. Район һабан­туйҙары, ҡала кимәлендәге турнирҙар унһыҙ үтмәй.
Ким ҡырҡ йәшенә тиклем талымһыҙ көрәшә, тренерлыҡ эшен дә башҡара. Тик уңыштарына көнләшкәндәй, уны ауырыу һағалай. Билһеҙ ҡала, ашҡаҙандан сыҙай алмай, кибә, ябыға. Учалы ҡала дауаханаһы терапевы Марс Миңләхмәт улы Ғайсин ауыр хәлдәге егетте Өфөгә алып бара. Һәм, Аллаға шөкөр, көрәштә еңеү яулаған кеүек, ул ауырыуҙы ла еңеп сығырға үҙендә көс таба.
– Тәүге тренерыңды хәтер­ләй­һеңме? – тигән һорауыма Ким Хәсән улы йылмайып:
– Хәтерләмәй ни, хәтерләйем. Учалы ауылында уҡығанымда СПТУ-ға ирекле көрәш буйынса күнекмәләр алырға йөрөнөм. Осетин егете Магомед Кашижев тренер ине. Мин уға ҙур рәхмәт­лемен. Ул ирекле көрәштең барлыҡ серҙәрен күңелгә һеңдерҙе. Үҙеңде нисек тоторға, һиңә ҡаршы сыҡҡан спортсыны хөрмәт итергә, әммә төп бурысың еңеүгә өлгәшеү икәнлеген дә онотмаҫҡа өйрәтте. Кашижев тыуған яғына ҡайтып киткәс, мине уның урынына беркеттеләр, – тип яуап бирҙе.
Ә бит Кимға ул ваҡытта ун алты ғына йәш була!
Һуңынан Мансур Имаметдиновта күнекмәләр ала егет.
– Шуныһы үкенесле: ул 51 йәшендә Себер тарафтарына сығып китте һәм унда ла ирекле көрәш алымдарын өйрәтеү эшен ташламаны. Ул беҙгә һәр саҡ, спорт менән шөғөлләнеү егет кешегә үтә мөһим, ә уҡыу – мәңгелек, тиер ине. Уның менән ғүмеренең һуңғы көнөнәсә арабыҙҙы өҙмәнек, – ти таһыллы көрәшсе.
Армия хеҙмәтенән ҡайтҡас, Ким Зилә һылыуға өйләнә. Татыу ғаиләлә ике ҡыҙ бала тыуа. Әлеге ваҡытта уларҙың икеһе лә юғары белемле. Аэлита – уҡытыусы, Лиана үҙе ҡыҙ үҫтерә инде. Ә Ким Хәсән улы Урал тау-металлургия компанияһына ҡараған “Металлобаза”ға етәкселек итә.
Ким Хәсән улы Учалы яҙыу­сыларының яҡын дуҫы ла – уның бағыусылығы һөҙөмтәһендә ике китап сыҡты. Бына шундай рухлы, күптәргә үрнәк булырлыҡ ир-уҙаман йәшәй ҡалабыҙҙа.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518