Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һуғышты үткән...
Һуғышты үткән... Нуретдин 21 йәшендә холҡо боҙолған, юҡ-барға тиҙ ҡыҙып китеүсән, юлында кем тура килһә, шуның менән эләгешергә әҙер ауыр кешегә әйләнде. Быларҙың барыһына ла ике йыл да өс айға һуҙылған хәрби хеҙмәт ғәйепле. Һуғыш шулай үҙгәртте уны. Ҡыҙ бала кеүек йомшаҡ күңелле, кеше йәнле егет ине. Бер имгәк йәнгә әйләндерҙе яҙмыш... Һорап торманы... Үткәндәре менән уртаҡлығы юҡ хәҙер. Шундай кеше инеме һуң ул? Их, һин, Чечня ере... Кемдәрҙең сәскә кеүек ғүмерҙәрен өҙмәнең дә яҙмыштарын емермәнең, йәндәрен, тәндәрен ғәрипләмәнең һин?..

...Хеҙмәткә саҡырылған йәш һалдат­тарҙы дүрт айға хәрби күнегеүҙәр курсы үтергә ебәрҙеләр. Казармаларға урын­лашҡас, һәр ҡайһыһына мамыҡ ке­үек йомшаҡ, яңы ғына күҙҙәре асыл­ған бесәй балалары таратып бирҙеләр. Нуретдингә үҙҙәренең Аҡмуйынына оҡшаған бесәй балаһы эләкте. Сөм-ҡара бесәйҙең муйыны ап-аҡ! Бәлә­кәйенән хайуандарҙы яратҡан ауыл малайының яҡын дуҫы өйөн, ауылын һағыныуҙарын да онот­торҙо. Көндөҙгө күнегеүҙәрҙән ҡай­тыуын көтөп ала, сығып киткәндә аяҡ­тарына иркәләнеп оҙатып ҡала Аҡмуйын. “Үҙегеҙ менән йоҡлатығыҙ, ашатығыҙ, тәрбиә­ләгеҙ”, – тинеләр. Ай буйы үҙҙәре менән һы­йынып йоҡлаған бесәй балалары һалдаттарға туғандары кеүек яҡы­найҙы. Ә бер көндө... йыйып теҙеп баҫ­тырҙылар ҙа... бесәй бала­ла­рының муйы­нын бороп үлтерергә бойор­ҙолар!.. Риза булманы һалдаттар. Ни өсөн тере йән эйәләрен то­топ, тиктомалға ғүмерҙәрен өҙһөн улар?! Хәрби әмер булғас, үтәйһең инде. Офицерҙар көйләп торманы. Ана, Нуретдин менән йәнәшәләге карауатта йоҡ­лаған урыҫ егете Евгенийҙы бесәйен ирек­кә ебәрергә теләп казарманан сығып йүгергәс, артынан ҡыуып тоттолар ҙа өсәү­ләп асфальт өҫтөндә аунатып типке­ләнеләр. Баш мейеһе һелкенеп, ҡабыр­ғалары һынып госпиталдә ятып та йүнәл­мәгәс, хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табып, әсә­һен саҡыртып алдылар ҙа ҡайтарып ебәр­ҙеләр... Барыһы ла шунан башланды...
...Ҡайтҡас, Нуретдинде айҙарға һу­ҙыл­ған реабилитация курсына саҡыр­ҙылар. Әллә ниндәй курс үткәрһәләр ҙә, күңел яралары уңалмай икән. Йоҡ­лаған еренән ҡысҡырып һикереп тороп, өйҙә­геләрҙең ҡотон алып, биҙ­ҙе­реп бөттө. Йә­шә­үенең мәғәнәһен юғалтты егет. Әйтер­һең, күңеленә бер шайтан заты ояланы. Аҙым һайын йө­рәгенә төрлө ҡот­ҡо оялауын һиҙһә лә, бер ни ҡыла ал­май. Армия хеҙ­мәтенән ситләшкән егет­тәр Нурет­диндең ҡан дошмандарына әйләнде.
Реабилитация курсын тамамлап, ҡайтыр юлында автобусҡа инергә тор­ғанда осрашты ул Айнур менән. Нуретдиндең атаһы яғынан өләсәһе йәшәгән ауылдан ул. Малай саҡтарынан йәйге каникул көндәрендә ауылда бергә уйнап үҫтеләр. Йылға буйҙарында һыу ҡойондолар, балыҡ ҡармаҡланылар, мал көттөләр, кис уйынға сыҡтылар...
Бер-береһен танып белгән егеттәр ҡул биреп күреште. Айнур юғары уҡыу йортон тамамларға өлгөргән. Хәрби комиссариат юлламаһы менән ҡала дауаханаһына медицина тикшеренеүе үтергә килгән икән.
– Дә-ә-ә-ә, күрәһеләрең алда әле, брат! Һин дә беҙҙең кеүек иҙелеп ҡайт әле, унан һөйләшербеҙ! – Күҙенә ҡан һауған Нуретдин, Айнурға һынаулы ҡарап, лас иттереп ергә төкөрҙө.
– Яраҡһыҙ тип таптылар... Өс айҙан билет бирәсәктәр...
– Һатып алдың, тимәк! Сволочтар һеҙ! Күрә алмайым һинең кеүектәрҙе! Юғал күҙ алдымдан! – Йоҙроҡтарын төйнәп танышы өҫтөнә килгән Нуретдинде автобус ишеге асылыуын көткән пассажирҙар араһындағы ир-егеттәр тынысландырҙы...
Инде баҫылды, тигәс тә Нуретдиндең: “Сиртһәң, ҡаны сәсрәп сығырға тора, яраҡһыҙ тип таптылар, имеш, табалар инде, эҙләһәң. Сволочтар!” – тип ярһыуы алғы урындарҙың береһендә ултырған егеттең йөрәген бысаҡ менән телгеләгәндәй итте. Ярай, операцияға тиклем ҡулланыр өсөн табип билдәләгән дарыуы янында. Тиҙ генә пакетынан алып, үҙе менән йөрөткән шешәләге һыуы менән йотоп ҡуйҙы Айнур. “Түҙ, йөрәк, түҙ!.. Нуретдинде лә аңларға була, ул бит һуғыш тиклем һуғыштың эсендә булған кеше...”
Автобусҡа инеп урынлашҡан пасса­жир­ҙар араһында әлеге күңелһеҙ ваҡи­ғаға ҡарата фекерҙәр ишетелде. Кемдер оятһыҙ тип Нуретдинде әрләне, икенсеһе, киреһенсә, уның ғәйебе юҡ, тип мәғәнәһеҙ һуғышҡа ләғнәтен белдерҙе... Айнурға ҡарата һүҙ әйтеүсе булманы.
...Йыл ярымдан бала саҡ дуҫтар ҡабат осрашты. Үҙәк район дауаха­на­һында. ВТЭК көнөндә. Коридор тулы халыҡ. Шәфҡәт туташы сығып доку­менттарҙы йыйып алды, ауырыуҙарҙы сират буйынса кабинетҡа саҡырып аласаҡтарын әйтте. Иркен коридорҙың көньяҡҡа ҡараған тәҙрәһе ҡаршында уйланып баҫып торған Айнурҙы таныны Нуретдин. Ҡараштары осраш­ҡас, Айнур килеп күрешергә ҡулын һуҙҙы. Нуретдин... һул ҡулын бирҙе. Уң ҡулының терһәктән түбән өлөшөн бер нисә ай элек, егет үҙе лә операция үткәргән көндәрҙә циркуль бысҡыһына эләгеп өҙҙөрөүен ишеткәйне Айнур...
Шул ваҡыт кабинеттан шәфҡәт туташы сығып Айнурҙы саҡырҙы.
– Был егеткә нимә булған? – Нуретдин йәнәшәһендә ултырған Айнурҙың ауылдашы Сәлим ҡарттан һорамай булдыра алманы.
– Дүрт ай элек йөрәгенә ауыр операция үткәрҙе бит, үлемдән ҡалды... Армияға ла шул сире арҡаһында алманылар. Таҙалыҡ юҡ хәҙер йәштәрҙә, ю-у-уҡ...
...Ишек асылды. Унан башын эйеп Айнур сыҡты.
– Нимә тинеләр? Бирҙеләрме? – Сират көтөүселәр һорауҙарын яуҙырҙы.
– Бирҙеләр... – Егет баҫҡысҡа йүнәлде.
Баҫҡыс тәңгәленә еткәндә, үҙен Нуретдин туҡтатты:
– Ни, туған, теге ваҡыттағы һүҙҙәр өсөн кисер мине, зинһар... Белмәнем бит... Бына мин дә...
Айнур йәшлек дуҫының иңбашына ҡулын һалып усы менән ҡыҫты ла:
– Бирешмәйек, Нуретдин! Ныҡ бул! Һин бит һуғышты үткән кеше! – тине лә баҫҡыс буйлап алға атланы...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518