Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Тәҡдир– Булды был былай булғас, булды-ы-ы, – тип өҫтәленә йоҙроғо менән һуғып ҡуйҙы Вафый Һөйөндөков, министрлыҡтарҙың береһендә эшләгән курсташы менән телефондан һөйләшеп бөткәс.

Һөйләшеүҙән ҡәнәғәт ине. Бәй, шулай булмай, химиянан кислотаны айырмаған улы Вәхитте студент яһаны бит. Эйе, уның улы Берҙәм дәүләт имтихандарын һатып алып ҡулына аттестат эләктергән Вәхиттең исеме иртәгә эленәсәк приказда студенттар исемлегендә буласаҡ. Инде ауыҙ тултырып һөйләргә, маҡта­нырға, был ваҡиғаны йыуыр­ға мөмкин. Вафыйҙың берҙән-бер улы – студент! Эй, ғүмер тигәнең тиҙ үтә лә инде. Инде Вәхите уның юлын тапаясаҡ. Уҡыманы шайтан малай. Атаһына ышанып тик йөрөнө. Ярар, бер башын тыҡһа, нисек тә булһа уҡып сығыр әле. Аттестаты ҡулында, вузға башы бәйләнде. Имтихан менән зачет­лыҡ ҡына рәте бар Вафыйҙың. Эше генә булһын. Ҡала кешеһенә ите лә, аҡсаһы ла, бураһы ла, балы ла – барыһы ла бата.
Ә был Дауытов тигәндәре бөтөн эште боҙа яҙҙы бит әй. Вафыйҙар уҡығанда ундай преподаватель эшләмәй ине университетта. Йәшкә лә Вафыйҙан саҡ ҡына өлкәнерәктер. Берәй вуздан килгән, ахыры. Аҡыллы баш, маҡсатлы юллама менән килгән икенсе кешене исемлеккә керетеп ята, имеш. Өндәшмәйе­рәк, ҡыҙыҡһынма­йыраҡ торһаң, төшөп ҡалырыңды көт тә тор. Вафыймы һуң инде көтөп ята торған кеше. Бер урынына биш шылтырата, эшендә көн оҙоно шәхси йомошон йомошлап ултыр­һа ултыра, барыбер теләгенә өлгәшә.
Күкрәк киңлеген тултырып һулыш алды ла сәғәтенә күҙ һалды. Ҡайтырға ла күп ҡалмай икән. Муйынындағы ал галстугын бушатып, йомшаҡ кресло­һын­да иркенләп бер кирелде лә, арҡа­һына пинжәген һалып, ҡайтырға сыҡты. Юлда супермаркетҡа кереп, тәм-том алып, һөйөнөстө ҡырға сығып бидәләргә план ҡороп машинаһына йүнәлде…

* * *
– Эштәр хөрт, энем, һөйләш­кәнсә ба­рып сыҡманы. Министр­лыҡтан ректор­ҙың үҙенә шыл­тыратҡандар. Бер шан­сығыҙ бар – был йылға түләүле курсҡа үтә алаһың. Ярты йылдан һуң уҡыуҙа ил­ке-һалҡы йөрөгәндәр төшөп ҡалып бөткәс, тырыштарҙы бюджет төркөмөнә күсереү практикалана беҙҙә. Иртәгә үк килеп документтарыңды күсер. Ә түләүгә килгәндә, үҙем дә ярҙам итермен. Икегә бүлеп түләргә лә мөмкин. Йәшәү өсөн торлаҡ мәсьәләһен дә яйлай алам… – Ҡабул итеү комиссияһында ултырған Да­уытов туғанының улына хәлде аңлатты. Әмир, ағаһы менән килешеп, кә­ңәше өсөн рәхмәт әйтеп, трубканы һалды.
* * *
Күл буйында төн оҙоно шаш­лыҡ беште, музыка яңғыраны, тирә-йүнгә ҡырағай тауыштар ағылды. Хәмерҙән бушаған шешә­ләр берәм-берәм күл төбөнә осто. Яңылары асылған һайын, Вафый, улын ҡосаҡлап, ҡунаҡтары алдында Вәхите ме­нән маҡтанды, ике ай элек кенә ун етеһе тулған малайына ҡыҫтап-ҡыҫтап төрлө эсемлектәр эсерҙе.
– Өйрән, йүнһеҙ, студент бул­ғас былай кәнфитләнеп торһаң, һине кем үҙ итер?
Баштараҡ ҡарышып маташҡан үҫмер, ҡунаҡтар ҙа ҡушылып ҡыҫ­тағас, баҫымға ҡаршы тора алманы, һәр рюмканы ҡаплап барҙы, ахырҙа ярым иҫерек хәл­дәге ҡатындарға бәйләнә башланы.
– Кит, оятһыҙ, ни ҡыланыуың был, улым, аҡылыңа кил, – тиерлек көс таба алды сәсе-башы туҙған, иҙеүҙәре асылып бөткән, эсеүҙән шешенгән береһе.
– Шунан нимә була?! – Күҙенә ҡан һауған Вәхит, һайлаған сәсбикәһен аулаҡҡа һөйрәп, төндө уның менән үткәрҙе…

* * *
Дауытов менән һөйләшеп бөткәс, Әмирҙең асыуы ҡабарҙы. Урын өҫтөндә ятҡан әсәһен ҡайғыртып ауыр хәлде һөйләп торманы, атаһына ғына аңлатты ла, кистән әҙерләнеп, таң менән юлға сыҡты. Юл буйы уйланып барҙы. Ниндәй оятһыҙы керҙе араға? Үҙ көсө менән тырышып, районда иң юғары балл йыйҙы, республика олимпиадаларында призлы урындар алып килде. Спортта ла, сәнғәттә лә алыш­тырғыһыҙ Әмирҙең универ­ситетҡа керә алмауын ишетһә, уҡытыусылары ла ғәрләнеп йығылыр ине…
* * *
Дауытов апаһының улын кәм-хур итмәне. Вәғәҙәһен үтәне – уҡыуға аҡсаһын да бер юлы түләне, ятаҡтан урын да йүнләп бирҙе.
– Юнир ағай, мине исемлектән ҡыҫырыҡлап сығарған кеше кем ул? – тип һораны уҡыуҙар башланғас, ялдарҙың береһендә ағаһына ҡунаҡҡа барған Әмир.
Ағаһы баштараҡ әйтергә теләмәгәйне, һуңынан серҙе систе. Күрше райондан Вәхит ине ул. Сессия алдынан атаһы декан юлын тапаған Вәхитте күҙ алдына килтерҙе. Әмир менән бер төркөмдә йөрөгән егеттә уҡыу ҡайғыһы юҡ…
* * *
Вәхит беренсе сессияһын үҙаллы бирә алманы. Вафыйҙың йыйған суммалары “шыйыҡла­нып” ҡалһа ҡалды, көн һайын ҡала юлын тапап булһа ла, улының сессияһын яптырҙы. Тик бына йөрәге генә “шаярта” башланы. Ә Вәхите төнгө клубтағы уйын автоматына эйәләшкәс, эштәре тамам хөртәйҙе. Күңелсәк компанияларҙа көн һәм төн үткәрергә яратҡан егет муйынынан ғына түгел, түбәһенән бурысҡа батты.

* * *
Әмир практик дәрестән ҡай­тып, ятаҡтың үҙе йәшәгән ҡатына менеп кенә еткәйне, ҡаршыһына абына-һөрөнә Вәхит килеп баҫты.
– Әмир, малай, бөттө баш, биреп тор әле телефоныңды. Атайға шылтыратып алайым әле. Телефонды ла тартып алдылар.
– Нимә булды? Кемдәр тартып алды?
Йыш-йыш һулыш алған егет ҡобараһы осоп ян-яғына ҡараны:
– Хана миңә! Аңлайһыңмы, хана. Мине счетчикка ултырттылар. Таң атҡансы 5 миллион һумды табып бирергә тейешмен… Атай бирмәһә, ул аҡсаны ҡайҙан табам?!
Әмир телефонын бирҙе. Вахит ашы­ғып-ашығып атаһына хәлен аңлатты. Ҡояш байығайны инде. Әмир ванна бүлмәһенә сығып, йыуынып керергә уйланы. Кори­дорҙа кеше күренмәй. Баҫҡыстың өҫкө майҙансығында ыңғыраш­ҡан тауыш ишетеп, һағайып ҡалды. Йыуыныу әйберҙәрен өҫтәлдә ҡалдырып, майҙансыҡҡа ашыҡты. Килһә, ни күрһен, баҫҡыстың таянғысына өлкән йәштәге ағай һөйәлгән. Төҫө ҡасҡан, саҡ тын алып тора.
– Ағай, һеҙгә ҡыйынмы? “Ашығыс ярҙам” саҡырайыҡмы?
Иғтибар менән ҡарағас, Вәхит­тең атаһын таныны. Әле ҡасан ғына сиртһәң ҡаны сәсрәп сығыр­ға торған ағай таушалған, сәстәре туҙған, йөҙө йыйырсыҡ­ланған…
Әмир тиҙ генә бүлмәһенә кереп телефонынан “Ашығыс ярҙам” номерын йыйҙы. Ул арала тауышҡа студенттар йыйылды. Кемдер йөрәгенә массаж яһаны, береһе килеп күлмәгенең өҫкө төймәһен систе, дарыу һуҙҙы… Аҙаҡтан ғына Вәхит килеп сыҡты.
– Атай, үлмә-ә-ә! – тип йән әрнеткес тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе ул. Атаһы ғына улын ишетмәне…







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513