Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайҙа нисектер, ә беҙҙә – иң яҡшыһы
Ҡайҙа нисектер, ә беҙҙә –  иң яҡшыһы Һүҙ виноград тураһында сыҡты. Был тәбиғи ҙә, миҙгеле шулай бит: өҫтәлдә, ана, көҙ муллығы иркен ҡупайыша. Табындаштарҙың береһе – бала сағын Урта Азияла үткәргән бәләкәй эшҡыуар. Атаһы хәрби кеше булғанлыҡтан, шулай гарнизондан гарнизонға күсенеп йөрөгәндәр икән. Әлбиттә, бындай тормош интектереп, йонсотҡандыр ҙа, ләкин малай емешкә рәхәтләнгән генә…
Яйы сыҡҡанда бының менән маһайып та ала үҙе:

– Һо-о, унда-а-а-а… Бындағы һымаҡ түгел ҡалай ҙа, әтеү ни, картуфтың картуфын да август башында уҡ ҡырау бәрә бит!..
Бөгөнгө ҡорҙа ла шунһыҙ булманы: ҡулын болғай-болғай тегендәге әкиәти, иҫ киткес татлы тәлгәштәрҙе маҡтарға тотондо.
Күршеһе, үҙ төйәгенә һис тел тейҙер­мәҫ оло йәштәрҙәге уҙаман, был өҙөк-йолҡоҡ тел шартлатыуҙы, ғәҙәтенсә, ипле генә тыңлап ултырҙы ла:
– Һин, әйҙә, минең баҡсаға кил, өс төрөн ашатырмын уның, бына тигәндәр, – тип ҡуйҙы.
– Ну, эйе-е, хәҙер бында ла үҫтерергә өйрәнә башланылар. – Ғәжәп, әммә көтөлмәгәнсә ыңғай яуапланы был. Ләкин тулыһынса еңелмәне, – барыбер ҙә тегендәге ише түгел инде. Унда-а-а, уларҙа-а-а…
Ҡарт баҡсасы ла һүҙһеҙ ҡалманы:
– Хәҙер генә лә түгел. Ана, питомникта, һуңғы бер утыҙ йыллап барҙыр инде, булышалар. Ҡырҡ булмаһа.
– Эйе, сағыштырҙың! – Сауҙагәр ҡулдарын йәнә киң һелтәне, яңылыш тейеүҙән һыңар ботло бейек һауытта көләс тумпайышып ятҡан алмаларҙың береһе өҫтәл буйлап тәгәрәп китте. Ләкин быға ул иғтибар ҙа итмәне. – Ул бит питомник, унда шарттар бөтөнләй икенсе!..
Әңгәмәсе тәгәрәгән алманы салфетка менән һөрткөләп урынына һалды.
– Ә миндә тағы ла һәйбәтерәк. – Баҡсасының был һүҙҙәрен ишетеп, ҡорҙаштар дәррәү йылмайыу менән хуп­лап ебәрҙе, уларға өҫтәлдәге емештәр ҙә берҙәм ҡушылғандай булды, баяғы алма уттай балҡыны. Йәнәһе, ҡайһылай шәп әйтте, барыбер ҙә һүҙен аҫтын ҡалдырманы.
Әммә бабай быны һүҙ көрәштерер өсөн генә белдермәгән икән:
– Ысын әйтәм. Питомник та бит асыҡ ялан. Ә виноград – йылы һөйөүсән нәмә, ҡырыҫлыҡтан ҡурҡа, наҙлы тәрбиә кәрәк уға. – Уҙаман ҡулын һауала йомшаҡ бәүелтеп алды, шул рәүешле булмаған бесәй балаһының арҡаһынан һыйпа­ғандай итте.
Эшҡыуар был мәлдә ултырғысынан ҡалҡына бирҙе, йәнәһе, ул да шуны тылҡый ҙа баһа! Әммә өндәшмәй ҡалды. Дөрөҫ эшләне.
– Минең баҡсала улар елдән һаҡланып ҡына ултыра: бер яҡлап мунса ышыҡлай, икенсе яҡлап – бейек ҡойма, – тип нигеҙләп ҡуйҙы артабан ҡарт.
Бының ғилми яҡтан дөрөҫмө-түгелме икәнлегенә бер кем дә шик белдермәне. Был инде мөһим дә түгел ине. Сөнки унан алда “һәйбәтерәк” тигәне бик йәтеш килеп сыҡты, матурлығы менән ул бар нәмәне еңде.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516