Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Үҙебеҙҙең тырышлыҡҡа бәйле”
“Үҙебеҙҙең тырышлыҡҡа бәйле” Үткән быуаттың 60-сы йылдарында республикала ауыл халҡының көнитмешендә уңайлыҡтар тыуҙырыу, йәшәү кимәлен яҡшыртыу маҡсатында урындарҙа коммуналь-көнкүреш конторалары ойошторола. Баҡалылар был башланғысҡа тәүгеләрҙән булып ҡушыла. Шул рәүешле бында коммуналь хеҙмәттең киләсәгенә ышаныслы нигеҙ һалына. Бөгөн республиканың коммуналь тармағында лайыҡлы урын биләгән, тиҫтә йылдар дауамында бай хеҙмәт традициялары тупланған “Коммунхоз” муниципаль унитар предприятиеһының тарихы шулай башлана.


Ғөмүмән, хәҙер район үҙәге һәм тиҫтәгә яҡын ауыл халҡының йәшәйешен предприятие хеҙмә­тенән башҡа күҙ алдына килтереп тә булмайҙыр. “Коммунхоз” ха­лыҡты, предприятие һәм ойош­маларҙы йәшәү сығанағы булған һыу менән тәьмин итә, һыу үт­кәргес һәм канализация сел­тәрҙәрен хеҙмәтләндерә, торлаҡ фондынан һәм шәхси секторҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығара. Урам һәм тротуарҙарҙы таҙартыу, юл һыҙаттарын һәм юл ситтәрен ҡарау, төҙөклән­дереү эше лә уларға йөкмәтелгән. Үҙ мөмкинлектәрен тулыраҡ файҙаланыу һәм предприятие­ның финанс хәлен яҡшыртыу өсөн халыҡҡа, төрлө ойошмалар­ға һыу үткәрәләр, канализация һуҙалар һәм башҡа төр түләүле хеҙмәт күрһәтәләр. Был ике яҡ өсөн дә отошло.
Предприятие коллективы бар яҡлап та һөҙөмтәлелеккә ынтыла. Ағымдағы йылдың тәүге ярты­һында барлығы 13091 мең һум­лыҡ эш башҡарылған. Был был­тырғы ошо осор менән сағыш­тырғанда 2027 мең һумға күберәк. 224 мең кубометр һыу тара­тылған һәм 94 мең кубометр ағынты һыу утилләштерелгән. Әлеге һандар артында – тотош коллективтың көндәлек тынғыһыҙ тырыш хеҙмәте. Хәйер, эш һандарҙа ғына ла түгел.
– Бөгөнгө шарттарҙа күрһә­телгән хеҙмәттең сифаты, энергия һәм ресурстар һаҡсыллығы алғы планға ҡуйыла. Эштең һөҙөмтәлелеге үҙебеҙҙең һөнәри оҫталыҡҡа һәм тырышлығыбыҙға бәйле, – ти предприятие директоры Валерий Кириллов.
Һуңғы йылдарҙа селтәрҙәрҙе яңыртыу буйынса ҙур эштәр ғәмәлгә ашырылған. Йәйге осорҙа һыу үткәргестең айырым өлөш­тәренә реконструкция үткәрелгән. Барлыҡ эш май­ҙандарында, “Водоканал” һәм “Таҙар­тыу ҡоролма­лары”нда ҡышҡы осорға әҙерлек саралары тулыһынса үтәлгән. Ҡышҡы шарттарҙа эшлә­йәсәк һигеҙ берәмек махсус техника шулай уҡ әҙерлек һыҙы­ғында. Һәр хәлдә, ҡышҡы миҙгелде йылдағыса тейешенсә үткәрергә ныҡлы ышаныс бар.
Бөгөнгө иҡтисади шарттар һәм тармаҡта барған реформа был төр предприятиелар алдындағы бурыстарҙы шаҡтай ҡатмар­лаштыра. Коллективта һәр эште көн талабынан сығып башҡа­ралар. Мәҫәлән, предприятиеның 2020 йылға ҡәҙәр энергия ресурс­тарын һаҡсыл фай­ҙаланыуының һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәл­тел­гән программаһы эшләнгән һәм уңышлы тормошҡа ашырыла.
Коллективта 60 кеше эшләй. Баш инженер Р. Сөләймәнов, участка начальнигы Д. Сиражетдинов, мастер С. Тушканова, кадрҙар инспекторы Р. Хәмиҙул­лина, водителдәр А. Миңлебаев, И. Назаров, А. Курников, грейдерсы С. Макрополов, экскаватор машинисы А. Санников, тракторсы И. Хөснөтдинов, операторҙар Н. Лисин, Н. Обшарин, Н. Ғимае­ва, слесарь В. Чурбанов һөнәри оҫталығы, эшкә яуаплылығы менән башҡаларға үрнәк күрһәтә.
Әлбиттә, коллективтың уңыш­тары тәү сиратта етәксенең заманса әҙерлегенә, булдыҡ­лылығына бәйле. Валерий Кириллов нәҡ шундай сифаттарға эйә. Ул предприятие директоры итеп һигеҙ йыл элек тәғәйен­ләнгән.
– Етәксенән уңдыҡ, – ти хеҙ­мәт­тәштәре Валерий Мефодиевич тураһында. Ә коллега­ларҙың баһаһы – иң хаҡлыһы.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512