Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Доллармы? Һум! Ер шарында бөтә донъяға йоғонтоһо булған ваҡиғалар булып тора. Әйтәйек, ай башында Владивосток ҡалаһында үткән II Көнсығыш иҡтисад форумының әһәмиәте лә илебеҙ өсөн бик мөһим. Нисек тиһегеҙме? Нәҡ ошо сара һумдың долларға ҡарата бер аҙ нығый башлауына сәбәп булды.
Инвестиция компаниялары һәм банк аналитиктары күҙаллауынса, көҙҙөң беренсе аҙнаһы Рәсәй валютаһы өсөн ярайһы яҡшы башланған. Сентябрҙә һумдың нығыныуына тулы ышаныс бар, ти эксперттар.
Бының өсөн бер нисә фактор яуаплы. Беренсеһе – нефткә хаҡтың артыуы. Үткән аҙна башында Brent нефть маркаһының барреле 46,8 доллар кимәлендә һатыла ине. Ваҡытында нефть сығарған илдәрҙең баррель 25—30 доллар буласаҡ тигән күҙаллауҙарын да хәҙер берәү ҙә иҫкә төшөрмәй. Ә бит Рәсәй бюджеты тотороҡло булһын өсөн баррель 3-3,2 мең һум тирәһе торорға тейеш.
Шулай уҡ Рәсәйҙең Сәғүд Ғәрәбстаны менән дипломатик һөйләшеүе лә эҙемтәһеҙ үтмәне. Һуңғылар нефть сығарыу кимәлен бер аҙ туҡтатып тороу тураһында килеште.
Икенсеһе – иҡтисадтың тотороҡланыуы. Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы белгестәре фаразлауынса, эске тулайым продукттың яҙын 0,1-0,2 процентҡа түбәнәйеүенән һуң көҙ уның күләме ул тиклем булмаһа ла, үҫә аласаҡ.
“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, май-июнь айҙарында илдә бөтә сәнәғәт продукцияһының сығарылышы 0,3 процентҡа үҫкән, былтырғы йыл менән сағыштырғанда 1,7 процентҡа күберәк.
Әлбиттә, бының бөтәһе лә бер нисек тә стагнацияларҙы инҡар итмәй, әммә иң ҡыйын ваҡыттар артта ҡалды тигән фараз йөрөтөргә мөмкинлек бирә. Илебеҙ үҫеш юлынан бара, ә Рәсәй валютаһына инвесторҙар араһында ышаныс арта.
Өсөнсө сәбәп — Дәүләт Думаһына һайлауҙар. Дөрөҫөрәге, был процестағы асыҡлыҡ. Эксперттар әйтеүенсә, Хөкүмәт етәкселегенең “тылсымсы” Чуров урынына Элла Памфилованың тәғәйен­ләнеүе халыҡ араһында ғына түгел, инвесторҙарҙың да Рәсәйгә ҡарата ышанысын уятҡан.
Дүртенсе фактор – Евросоюз илдәре менән араларҙы ҡабаттан яҡынайтыу. Ҡайһы бер Европа илдәренең Рәсәйгә ҡарата булған санкцияларынан баш тартыуы һәм мөнәсәбәттәрҙе элекке хәлгә ҡайтарыу тураһында сығыш яһауҙары быны иҫбатлай. Шулай итеп, августа һумдың түбәнә­йеүен көткән эксперттарҙың фаразлауы бер ҙә аҡланманы.
Бөгөн һум долларға ҡарата — 64,38, евроға ҡарата — 72,40 һум. Brent нефть маркаһының бер барреле 3088,22 һум тәшкил итә.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518