Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ниндәй рулгә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
Ниндәй рулгә өҫтөнлөк бирәһегеҙ? Бәләкәй саҡта машинаның руле ни өсөн уртала түгеллегенә аптырай торғайным. Был хаҡта өлкәндәргә һорау ҙа биргәнем хәтерҙә. Ғаиләлә иң кесе бала булараҡ, һәр ваҡыт урыным – артта. Моғайын да, ағай-апайҙарым шикелле минең дә атайымдың янында ултырғым килгәндер... Ә асылда автомобилдең руле йә уң яҡта, йә һулда була. Водителдең ҡайһы яҡтан машина менән идара иткәненә иғтибар иткәнегеҙ бармы? Эйе, һорауҙы дөрөҫ ҡуйҙым – һул яҡтанмы йәки уңданмы? Ҡайһылай йәтеш икәнлеген белеү өсөн бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Гөлсинә НИҒМӘ­­ТУЛЛИ­НА, менеджер:
– “Фиат” маркалы машинам – ярҙамсым да, серҙәшем дә. Руль, ғәҙәттәгесә, һул яҡта. Тиҙлекте яратам, йыш сәфәргә сығам. Беҙҙә автомагистраль уң яҡлап йөрөү өсөн махсуслаштырылған, шуға күрә, әйтәйек, оҙон юлға сыҡҡанда алдағы машинаны уҙып китеү йәһәтенән шул тиклем уңайлы. Саҡ ҡына башыңды бороп ҡараның да елдер генә.

Мират БАЙМОРАТОВ,
идарасы:
– Минеңсә, автомобилең “автомат” икән, шул саҡта ғына барыбер, ә тегеләй – мәшәҡәт. Минеке иһә – тап заманса: рулем уң яҡтан урынлашҡан. Ҡала янында йәшәгәс, эшкә барышлай һәр ваҡыт кешеләр ултыртып алып китәм. Уның уңайлылығын шунда күрәм: тәҙрәне астың да кемгәлер өндәштең, ә тегеләй булһа, һин – уны, ул һине ишетмәй.

Тайфур ИҪӘНБАЕВ, һаҡсы:
– Һәр отоуҙың була оттороуы, һәр бер теләк йөрөмәй һинеңсә, тигән принципҡа таянып эш итәм. Руль уң яҡтанмы, һулданмы, бер ҡасан да ашыҡмайым. Әйткәндәй, төрлөһөндә йөрөп ҡараным. Әммә миңә барыбер, бер ҡыйынлығын да күрмәнем. Әҙәм балаһы бар нәмәгә лә тиҙ яраҡлаша.

Ғәле ХӘЙЕРЗАМАНОВ,
слесарь:
– Тәүге машинамды һатып алғанда уҡ уң яҡ руллегә өҫтөнлөк бирҙем. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки тыумыштан һулаҡаймын. Мине ашатҡан “ҡулым” менән рәхәтлә­неп тиҙлекте көйләүсе “таяҡ”ты алға ла, артҡа ла борғос­лайым. Бына әле уйлап ултырам, руле һул яҡтан булған машина менән осрашһам, ни эшләрмен?

Әҡлимә ЗӘЙНИЕВА, уҡы­тыу­сы:
– Әлегә саҡ автомәктәптә уҡып йөрөйөм, тиҙҙән таныҡлығым, унан инде машинам буласаҡ. Берен­сенән, автомат аласаҡмын. Икен­се­нән, руле һул яҡта урын­лашҡан машинам буласаҡ, сөнки күпсе­лектән артта ҡала алмайым.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519