Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уның да космонавт булғыһы килгән...
Уның да космонавт булғыһы килгән... Кеше ғүмеренең оҙонлоғо йылдар менән билдәләнһә, уның мәғәнәһе һәм йөкмәткеһе ҡылған эштәре, изге ғәмәлдәре менән баһалана. Бына инде 87 йыл эшләп килгән Өфө автотранспорт колледжында ике тиҫтә йылға яҡын директор вазифаһын башҡарған Олег Кобелев хаҡында һүҙем.


Тәү ҡарауға бик талапсан, ҡырыҫ күренһә лә, ул ғәмәлдә алсаҡ, иғти­барлы, ғәҙел, тынғыһыҙ һәм яуаплы етәксе. Бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ: студентмы, уҡытыусымы, ябай хеҙмәткәрме – бөтәһенә лә тигеҙ ҡарашта. Ғалимдарға ла хөрмәте ҙур, сөнки ул үҙе лә – техник фәндәр кандидаты. Автотранспорт колледжы етәксеһе дәрәжәһенә еткәнсе байтаҡ тормош баҫҡыстары үткән, респуб­ликабыҙҙа төрлө вазифалар биләгән.
Өфөлә ябай эшсе ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә ул. Атаһы Иван 43 йыл Өфө моторҙар заводында фрезерлаусы эшен атҡара. Әсәһе Валентина ла шунда уҡ 41 йыл буйы шымартыусы булған. Бәләкәй Олегтың ата-әсәһе гел эштә йөрөгәнлектән (ул ваҡытта декрет ялы бирелмәгән), ул өләсәһе Елена Матвей ҡыҙы тәрбиә­һендә үҫә. Физик яҡтан ныҡ була, бик иртә уҡырға-яҙырға өйрәнә. Ҡарта­таһына йыш ҡына төрлө белеш­мәләрҙе, торлаҡ кенәгәһен тултырырға ярҙам итә. Бәләкәй малай йорт-ҡура тирә­һендә лә булыша: утын ярыу тиһеңме, ҡар көрәү, картуф сәсеү-утаумы – һәр эшкә шәп була. Йылғаға йөрөп балыҡ ҡармаҡларға ла әүәҫ­ләнеп ала, аҙаҡ был уның иң яратҡан шөғөлдәренең береһенә әйләнә. Етешһеҙ, хатта ярлы йәшәүҙәренә күрә (сәй эсергә шәкә­ребеҙ ҙә булмай торғайны, ти ул), ата-әсәһе көнө-төнө, тәүлектәр буйы эштә олаҡһа ла, төп аҙығыбыҙҙан картуф, тоҙланған ҡыяр һаналды, ти ул.
Ҡартәсәһе менән бергә ул көндәр буйы икмәккә сиратта тора. Хрущевтан һуң ил етәксеһе булып Брежнев килгәс, нисектер тормош еңеләйгәндәй тойола. Һәр хәлдә, аҙыҡ-түлеккә, кәрәк-яраҡҡа кибеттәрҙә ҡытлыҡ һиҙелмәй. Шулай итеп, Олег та 1965 йылда 1-се класҡа 51-се мәктәпкә төшә һәм бик яҡшы уҡый. Ғәҙәттәгесә, башҡа үҫмер малай­ҙар кеүек, летчик йәки космонавт булғыһы килә. Әсәһе хатта уға яңы йылға космонавт костюмы бүләк итә. Техника менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныуы ла нәҡ шул осорҙан башлана ла инде.
Мәктәпте тамамлағас ул, ата-әсәһе юлын дауам итеп (ҡустыһы ла Өфө моторҙар заводында эшләй), шул уҡ заводҡа электрик өйрәнсеге булып килә. 18 йәше тулғас та уны Алыҫ Көнсығышҡа әрме хеҙмәтен үтәргә ебәрәләр. Приморье крайында ракета ғәскәрҙәрендә өлгөлө хеҙмәте өсөн старшина хәрби дәрәжәһен бирәләр. Әрмелә йәштәрҙе лә өйрәтә. Шул ваҡытта донъяла хәлдәр киҫкенләшә. Хеҙмәте ил сигендә булғас (15 саҡрым алыҫлыҡта ғына Ҡытай), бигерәк тә уяулыҡ һәм теүәллек талап ителә.
Армиянан уға вузға йүнәлтмә биреп ҡайтаралар. Өфө авиация институтына уҡырға инә. Ул саҡта техник йүнәлешле уҡыу йорттарында белем алыу бәхете меңдәр араһынан берәүгә генә тәтей.
Юғары уҡыу йортонда ла һынатмай Олег Иванович. Факультеттың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайла­на, студент отрядтарына ла етәкселек итә. Мәҫәлән, “Планета” исемле студент отрядында байтаҡ ҡына етәкселек эшен алып бара. Шулай итеп, уҡыу менән бер рәттән йәмәғәт эштәренең урта­һында ла ҡайнап йәшәй. Уға авиация институ­тының (“ӨАИ-ның активисы” тигән) маҡтау билдәһе бирелә, сөнки ул уҡыу йортоноң Почет таҡтаһынан төшмәй. Юғары белемле белгесте металл эшкәртеү техно­логияһы кафедра­һына инженер итеп эшкә ҡалдыралар, шуның менән бер рәттән ул факультет­тың комсомол комитеты секретары итеп тә тәғәйенләнә.
Уңған, әүҙем етәксе спорт менән дә бик теләп шөғөлләнә: йүгереүҙә, саңғыла уҙышыуҙа, волейбол, гантбол уйындарында һынатмай. Хәҙер олпат­ланғас, барыһына ла өлгөрөп булмағас, йөҙөүгә генә өҫтөнлөк бирә икән. Балыҡ та ҡармаҡлай үҙе, яратҡан почта маркаларын да йыя, ата-әсәһенең шәхси йортонда уларҙан ҡалған күгәрсендәрҙе лә ҡарай. Кинолағы һымаҡ инде.
Әйткәндәй, уның берҙән-бер улы Дмитрий Кобелев Санкт-Петербургта кино һәм телевидение академияһын уңышлы тамамлап, шунда уҡ “Ленфильм”да кинооператор булып эшләп йөрөй. Ул да бала саҡ хыялын тор­мошҡа ашыра. Олег Иванович тарихи фильмдарҙы ҡарарға ярата. Нәфис әҙәбиәтте лә ҙур кинәнес менән уҡый. “Бигерәк тә М. Кәримдең, Ә. Бикчән­тә­евтең әҫәрҙәрен ҡабат-ҡабат уҡы­йым”, — ти. Урыҫ әҙәбиәтенән А. Пуш­кин­дың шиғырҙары хисләндерһә, М. Шоло­ховтың, А. Толстойҙың прозаһы уйлан­дыра, сит ил әҙәбиәтенән иһә В. Скотт, Ч. Диккенс әҫәрҙәренән кинәнес ала икән. Бына һиңә техник-лирик!
Арымай-талмай, ун туғыҙ йыл рәттән Өфө автотранспорт колледжы махсус урта һөнәри белем биреү йорттары араһында алдынғылар рәтендә булһын тип тырыша директор. Колледждың 30-сы йылдарҙа уҡ төҙөлгән бинаһы ныҡ иҫкергәс, Олег Иванович бөтә сантехниканы, түбә-түшәмен, иҙәндәрҙе, парталарҙы, ҡорамалдарҙы яңырта, китапхананы киңәйтә, заманса уҡыу лабораториялары, практика үтеү өсөн гараждар, интерактив таҡта, интернет, компьютер бүлмәләрен дә аса.
Студенттарҙың мәҙәниәт кимәлен үҫтереү өсөн милли костюмдар алдырта. Ҡурайсылар ансамблен, казак хорын булдыра. Рәсәйҙең Герой ҡала­ларына, автомобиль заводтары булған Нефтекама, Һамар, Ульяновск, Түбәнге Новгород буйлап автоуҙыш­тар, йыл һайын Башҡортостан йылға­ларында йөҙөү сәйәхәте, Ҡыҙылъ­ярға Чапаев музейына саңғы походтары ойоштора. Шул мәлдәрҙә юлдар­ҙың төҙөклөгөн дә, техниканы ла күҙәтә, һығымталар яһай.
– Башҡорт халҡын хөрмәт итәм, улар араһында дуҫтарым, уҡытыусы­ларым күп. Мәҫәлән, Мансур Әйүпов, Вазифа Байтурина, Хәләф Ишморатов, Таңһылыу Баһауетдинова, – ти Олег Иванович.
Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, илен һөйгән, теләһә ниндәй халәттә лә кеше булып ҡала белгән, компетентлы, ғәҙел, өлгәшелгәндәр менән генә сикләнмәй, алға барыусы етәксе булғас, әлбиттә, был уҡыу йорто юҡҡа ғына ете йыл рәт­тән “Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ урта һәм һөнәри белем биреү уҡыу йорто” исемлегенә инмәгәндер. Ете йыл рәттән “Йыл директоры” һөнәри бәйгеһендә еңеүсе исемен ала.
Йылдар үтер, әммә Олег Кобелев тәр­биә­лә­гән автотранспорт белгестәре хөрмәтле һөнәргә өйрәтеүсе остаздарын ихтирам менән иҫкә алыр.

Наҡыя ИСҠУЖИНА,
филология фәндәре кандидаты.




Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519