Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә нәмә лә һин уйлағанса килеп сыҡмай. Республикабыҙҙа “автомобиль йөрөтөү йәшен сикләргә теләйҙәр икән” тигән имеш-мимеш тиҙ таралды.

Бөгөнгө менән бынан ун йыл элекке хәл-ваҡиғаны сағыштырырлыҡ түгел. Прогресс йылдам бара. Хәҙер урамдарҙа машиналар шул тиклем күп, тимәк, юлда йөрөү өсөн һәр беребеҙҙән үтә лә иғтибарлы булыу талап ителә, бигерәк тә өлкән йәштәгеләрҙән. Мәҫәлән, 90 йәшкә еткән водителгә машинаға идара итеү еңел түгеллеген аңлап торабыҙ, юл хаталарҙы, хатта ул кескәй генә булһын, бер ҡасан да ғәфү итмәй. Ысынында автомобиль йөрөтөү йәшен сикләү тураһында закон ҡабул итеү дөрөҫ буласаҡ.

***
Быйыл мотоспорт буйынса тәүге ярыштар ойошторолоуға 90 йыл тула.

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарына бер әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Кемдер уны Башҡортостан мотоспортының алтын миҙгеле тип билдәләһә, икенселәр фекеренсә, ошо спорт төрө республикабыҙҙы ситтәргә танытты. Ғабдрахман Ҡадировты телгә алыу ғына ла күпте һөйләй. Шулай уҡ Борис Самородов, Михаил Старостин, Игорь Плеханов, Николай Корневтарҙы кем белмәй?! Төрлө ҡалаларҙа барлыҡҡа килгән командалар йыш ҡына уңышлы сығыштары менән һөйөндөрә. Хәҙер хатта күпме миҙал алыуҙарын һанау ҙа кәрәкмәҫ.

***
Хәҙер кем генә бурысҡа йәшәмәй? Ысынлап та, күптәр әйбер һатып алғанда иҫәп-хисаптың ошо алымына өҫтөнлөк бирә.

Күршем әйтмешләй, ул кредит ысулы буйынса “тимер ат”лы, фатирлы булған, шулай уҡ башҡа төрлө көнкүреш әйберҙәрен дә уның ярҙамында ҡулға төшөргән. Социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һуңғы ваҡытта халыҡтың автокредит буйынса түләнмәгән бурысы артҡандан-арта. Быға белгестәр ябай ғына аңлатма бирә. Баҡтиһәң, ҡайһы берәүҙәр мөмкинлектән түгел, ә теләгенән сығып уй-ниәттәрен тормошҡа ашыра. Ҡағиҙә ябай: өҫтө-өҫтөнә кредит алмағыҙ.

***
Ураҡ осоро ла аҙағына яҡынлай. Әйткәндәй, ғәҙәттәгесә, быйыл да республика етәкселеге баҫыу уңғандарына “күстәнәс” әҙерләй.

Урып йыйыу һөҙөмтәләре нигеҙендә Башҡортостандың иң яҡшы ун комбайнсыһы автомобиль менән бүләкләнәсәк. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов хәбәрселәргә ошо турала белдерҙе. Ниндәй маркалы тиһегеҙме? Әлбиттә, илебеҙҙә етештерелгән “Нива” һәм “Лада Гранта” автомобилдәре.
Иң яҡшы комбайнсыларҙы баһалағанда тәү сиратта һуғылған ашлыҡ күләменә түгел, ә майҙанға иғтибар ителәсәк. Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Ҡырмыҫҡалы, Әлшәй, Тәтешле һәм башҡа райондар уңғандары әлегә һынатмай.

***
Күперҙәрҙең ҙуры ла, бәләкәйе лә була. Ағиҙел йылғаһы аша һалынғаны иһә оҙон ғына түгел, ныҡ та булырға тейеш.

Өфөләге Затон күпере тураһында һүҙ бара. Уның үҙенсәлеге шунда: йәйәүлеләр өсөн ер өҫтө үткәүеле лә һалына, тауыштан һаҡлаусы “ҡалҡан”дар ҙа ҡорола, өҫтәүенә өс һыҙатлы хәрәкәт күҙаллана. Ул “М-5 Урал” һәм “М-7 Волга” федераль трассалары араһында уңайлы транспорт бәйләнешен тәьмин итәсәк. Күперҙең оҙонлоғо – 830 метрҙан ашыу.
Был күпер уникаль яһалма ҡоролмалар иҫәбенә инә. Бынан ары өр-яңы юл хәрәкәтен асыу тығындарҙы бөтөрәсәк.

***
Заман ҙур тиҙлектә алға елдерә. Тиҙҙән халыҡты хеҙмәтләндергән “Башавто­транс” автобустарында банк картаһы менән иҫәпләшергә мөмкин буласаҡ.

Бының өсөн ойошма15,75 миллион һумға 750 мобиль терминал һатып алырға уйлай. Улар ярҙамында транспорт һәм банк картаһы буйынса иҫәпләшергә мөмкин. Тағы бер һөйөнөслө хәбәр: “Башавтотранс” автобус­тарында, NFC технологияһын ҡулланып, телефон ярҙамында ла иҫәпләшергә мөмкин буласаҡ. Быларҙың барыһы ла пассажирҙар өсөн уңайлыҡтар булдырыу йәһәтенән тормошҡа ашырыла.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840