Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡорос ат” та уға буйһона
Совет заманында машина “баранка”һын тотҡан ҡатын-ҡыҙ һирәк булғандыр, моғайын. Ә бына һуғыш осорон сағылдырған кинофильмдарҙа йоҡоло күҙҙәрен ыуалай-ыуалай һәр саҡ юлда йөрөгән шофер ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына күрә инек. Геройым Әбйәлил районы һылыуы Сулпан Зәйнетдинова ла совет дәүерендә сыныҡҡан.

2015 йылда ташҡа баҫылған Әбйәлил районының энциклопедияһында уның тураһында бай мәғлүмәт бирелгән. 1976 йылда – “Социалистик ярышта еңеүсе” билдәһе, 1977 йылда – “Хеҙмәттәге батырлығы өсөн” миҙалы, 1982 йылда өсөнсө дәрәжә “Хеҙмәт даны” ордены менән наградланыуы шуны дәлилләй. Был – бик ҙур баһа, ул йыл әйләнәһенә ирҙәр генә күтәрә торған ауыр хеҙмәтте башҡарған ҡатын-ҡыҙҙың тырышлығы, намыҫлылығы, фиҙакәрлеге тураһында һөйләй. Кем һуң ул нескә күңелле, мазут-майға буялырмын тип ирҙәр эшенән ҡурҡмаған шофер ҡатын-ҡыҙ?
35 йыл хеҙмәт стажлы, дүрт ҡыҙға ҡәҙерле әсәй, иренә хөрмәтле тормош юлдашы, эшендә лә, өйөндә лә уңған ҡатын-ҡыҙ Сулпан Зәйнетдинова сығышы менән Асҡар ауылынан. 1966 йылда урта мәктәпте тамамлай. 1968 йылдың көҙөндә иһә Өфө ҡалаһы янында Яңы Александровка ҡасабаһына шоферҙар әҙерләү курсына уҡырға китә. Унан һуң уны “Башкирстройтранс” тресының 8-се автобазаһына водитель итеп алалар, артабан Учалы районына эшкә ебәрәләр.
— Апрель айында үҙебеҙҙең район хакимиәтенең йәштәр бүлеген етәкләгән Рафиҡ ағай Ғибәҙәтовҡа килдем. Мине шунда уҡ “Сельхозтехника” йәмғиәтенә эшкә алдылар. Ул осорҙа илдә ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү әүҙем бара ине. Будкалы машинала район үҙәгенән эшселәрҙе Әбйәлил районы буйлап ташыным, — ти ул.
Сулпан йондоҙо менән бергә тороп ул ваҡыттағы соҡорло-батҡаҡлы юлдарҙа йөк машинаһында игенен дә, ағасын да, ҡыр­сынташын да ташый, барыһына ла өлгөрә. Ниндәй генә транспорт төрҙәрен ауыҙлыҡла­май ул: үҙбушатҡысмы, бензовозмы, бортлы­һымы, будкалыһымы — һәммәһен дә үҙләш­терә. Ремонтлау эшен дә үҙе башҡара.
– Көнөн-төнөн юлда булғанһығыҙ. Мажараға тарыманығыҙмы? Ауырлыҡты нисек еңдегеҙ? – тип ҡыҙыҡһындым.
– Әлбиттә, еңел булманы. Төрлө хәлдәргә тарыным. Бер мәл өс йәшлек ҡыҙымды Магнитогорск ҡалаһынан барып алдым да, яныма ултыртып, Буранғол ауылына яғыулыҡ алып киттем. Артымдан ике машина ла эйәргән. Тәғәйен ергә барып етһәм, иптәштәремдән елдәр иҫкән. Ҡыҙымды бер апайға индерҙем дә кире киттем. Ул ваҡытта телефон-фәлән юҡ. Улар Амангилде – Үтәгән юлында икән, машинаның радиаторы тишелгән булған. Баҡтиһәң, алдағыһы ике уҡыусы ҡыҙҙы ултыртырға булып туҡтаған арала, ҡапыл арттан икенсеһе килеп сыҡҡан, уларҙы тапатыуҙан ҡурҡып, икенсе машинаға бәрелгән, – тине ул.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 058

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504