Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙебеҙҙең егет бит ул!
Үҙебеҙҙең егет бит ул! Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтле, алсаҡ, эшһөйәр кешеләре, йомарт ере, заманса ҡыйыу фекерле етәкселәре менән күңелгә инеп ҡалған Федоровка төбәгенә юл төшкән һайын кәйеф күтәрелә. Тыуған төйәгенән айырылып киткәндәр ҙә был яҡтарға һағынып, ҡанатланып ҡайта торғандыр, моғайын. Шуныһы ҡыуандыра: федоровкалар үҙҙәрендә ҡанат нығытып төрлө тарафтарға таралышҡан яҡташтарын һис онотмай, бәйләнештәр ныҡ һәм ике яҡ өсөн дә файҙалы. Дуҫлыҡ ебен нығытыуҙа, әлбиттә, район хакимиәте башлығы
Радик Ғилметдин улы Ишмөхәмәтовтың өлөшө шаҡтай ҙур.

Үҙебеҙҙең егет бит ул!Район буйлап хужалыҡ-предприя­тиеларҙа йөрөгәндә, башлыҡтың коллегалары менән һөйләшеп аралашыуҙарҙа гел шул асыҡлана: федоровкалар етәксенән уңған, төбәктә башҡарылған ырамлы эштәрҙән халыҡ ҡәнәғәт. Йәштәрҙе ауылда төпләндереү, ауылдарҙы “йәшәртеү”, уның яҡты киләсәген бөгөндән хәстәрләү өсөн эшсе көстәр, белгестәр хаҡында ҡайғыртҡан, уңайлы шарттар, хеҙмәт урындары булдырырға тырышҡан етәксене нисек хөрмәт итмәһендәр! Өҫтәүенә район хужаһы — үҙҙәренеке! Олоһон да, кесеһен дә биш бармағындай белгән, һәр кемдең тормош-көнкүрешен, ҡайғы-хәсрәтен, һөйөнөсөн уртаҡлашып йәшәгән кеше бит ул. “Радик Ғилметдин улы беҙгә килгәндә, осрашырға яҙһа, һәр беребеҙ менән ҡул һуҙып иҫәнләшер, хәл-әхүәлде һорашыр, кәңәшләшер, был яҡҡа юл төшөүенең сәбәптәрен дә асыҡлап һөйләр”, – ти ауыл ҡарттары. Ваҡыт тығыҙлығына, мәшәҡәттәр күплегенә зарланмай, халыҡ фекерен күңеленә һалып ҡуйған, ихласлығы, ябайлығы менән ихтирам ҡаҙанған етәксе ҡырыҫ баҙар шарттарында ла уларҙың ышанысын һаҡлап ҡала алған икән, тимәк, һайланған юл дөрөҫ, үҫеш бар, бары замандың юғары тиҙлегенә ярашлы эшләргә, фекер йөрөтөргә, тәүәккәлләргә кәрәк.
– Юғары уҡыу йортон тамамлағас, уҡыуымды артабан аспирантурала дауам итергә, Өфөлә эшкә ҡалырға ла мөмкинлек булды. Әммә ауылда тыуып үҫкәнгәме, ҡала мөхите үҙенә һис ылыҡтырманы. Шуға ҡулыма диплом алғас, тыуған яғыма ҡайтып, яҙмышымды ер менән бәйләргә ниәт иттем, – ти Радик Ғилметдин улы, эш башлаған йылдарын иҫкә алып.
Әйткәндәй, юғары белемле йәш белгес тәүге хеҙмәт сынығыуын “Заветы Ильича” колхозында баш агроном вазифаһында ала. Был хужалыҡтың ул осорҙағы уңыштарында ергә ереккән белгестең өлөшө ҙур була, әлбиттә. Һәм бына 43 йылдан ашыу ғүмерен Радик Ишмөхәмәтов Федоровка районына арнай.
Ул Дедово ауылында донъяға килә. Дүрт малай һәм бер ҡыҙ татыу ғаиләлә тәрбиә ала, уларҙың ғәмһеҙ бала сағы хозур тәбиғәтле Балыҡлыла үтә. Ишле ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар баҫалҡы, итәғәтле, кеселекле һәм хеҙмәт һөйөүсән булып үҫә.
– Шөкөр, беҙгә ғүмер бүләк иткән ҡәҙерлеләребеҙ ауылдаштар араһында абруй ҡаҙанып, хеҙмәттә йәм табып ғүмер кисерҙе, уларҙың йәшәү рәүеше күптәргә өлгө булды, – ти әңгәмәсем.
Әйткәндәй, атаһы Ғилметдин ағайға Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илде немец илбаҫарҙарынан һаҡларға тура килә. Үкенескә ҡаршы, ул күптән гүр эйәһе. Әсәһе Фирҙәүес Ғаяз ҡыҙы иһә, оҙаҡ йылдар мәктәптә балаларға белем биреп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Бөгөн 90 йәшен ҡыуған апай район үҙәгендә йәшәй, балаларын төрлө байрамдарға бергә йыйып, һаман булһа ҡурсалап матур итеп донъя көтә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, мал аҫрап, ҡош-ҡорт тәрбиәләп, баҡса үҫтерә.
– Уның олоғайғас та йәштәрсә етеҙ булыуына хайран ҡалырһың, бер ҡасан һыҙланып ултырғанын күрмәҫһең, – ти Радик Ишмөхәмәтов.
Буласаҡ етәксе урта мәктәптә яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Спорт менән ныҡлап шөғөлләнә, саңғы секцияһын үҙ итә. Тиҫтерҙәре менән төрлө түңәрәктәргә йөрөй. Һуңғы кластарҙа уҡыған сағында уҡ ата-әсәһенә, уҡытыусыларына “мин киләсәктә агроном буласаҡмын” тип яуап бирә. Шуға урта мәктәпте тамамлағас, документтарын Башҡортостан ауыл хужалығы институтына тапшыра. Бала саҡтан яҙмышын тик ерҙә генә күргән егет икеләнеүһеҙ агрономия факультетын һайлай. Әлбиттә, уның яҡындары егеттең хыялы тормошҡа ашасағына ышана, уға тик уңыштар теләп, баш ҡалаға фатиха биреп оҙата.
Уҡыу йылдарында Радик Ғилметдин улының ойоштороу һәләттәре асыла, бергә белем алған ҡыҙ һәм егеттәрҙе төрлө сараларға әйҙәүсе була. Иң тырыш студенттарҙың береһе булған егетте уҡыу йортонда ла ихтирам итәләр, яуаплы бурыстарҙы нәҡ уға ышанып тапшыралар. Ҡыҫҡаһы, институттың йәмәғәт тормошонда, төрлө байрам-кисәләрҙең уртаһында ҡайнап, абруй һәм ихтирам ҡаҙана. Спорт ярыштарынан да ситтә ҡалмай, уҡыу йортоноң данын йыраҡтарға тарата. Бер үк ваҡытта хәрби кафедрала армия хеҙмәтенең нескәлектәрен дә төшөнөргә тура килә уға. Йәй-көҙ иһә студент отрядтары менән республика хужалыҡтары баҫыуҙарында хеҙмәт сынығыуы үтә, эш тәжрибәһе туплай.
– Студент йылдарын әле булһа һағынып иҫкә алам, бергә уҡыған иптәштәрем менән бәйләнеш бер ҡасан да өҙөлгәне юҡ. Бынан тыш, тәжрибәле һәм оло остаздарымдың дәрестәре бөгөнгөләй күҙ алдында, уларҙың кәңәштәре йыш ҡына эшемдә ярап ҡала, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Радик Ғилметдин улы.
1974 йылда ауыл хужалығы институтын тамамлаған йәш белгесте районда күп кенә күрһәткестәр буйынса артта һөйрәлеп килгән “Заветы Ильича” колхозына баш агроном итеп тәғәйенләйҙәр. Әлбиттә, тәүге осорҙа эш башлап китеүе ауырға төшә, әммә дәрт-дарманы ташып торған егетте ҡыйынлыҡтар ҡурҡытмай, башкөллө эшкә сума. Тиҙ арала халыҡ менән уртаҡ тел табып, хужалыҡтың эшмәкәрлеген юлға һалыу маҡсаты менән йәшәй. Оҙаҡ йылдар ерҙә тир түккән оло быуын кешеләре менән осрашып, уларҙың хеҙмәт тәжрибәһен өйрәнә, алдынғы хужалыҡ етәкселәренең кәңәштәренә ҡолаҡ һала. Уңыш тырыштарға ғына килә тигәндәй, ул эшләгән осорҙа иген культураларының уңышы ла юғары була, малдарға ҡышҡылыҡҡа етерлек күләмдә аҙыҡ әҙерләнә, орлоҡтар сәсеү кондицияһына еткерелә, юғары репродукциялы орлоҡ ҡына сәселә. Шул йылдарҙа Радик Ғилметдин улы яңылыҡ индерергә һис ҡурҡмай, төрлө эксперименттар үткәрә, ә улар бер ҙә уңышһыҙлыҡҡа осрамай – ресурс һаҡлаусы технология икән – әйҙә, юғары продукция биреүсе сорт икән – мөмкин, ерҙең уңдырышлылығын күтәреүҙә файҙаһы булһа – һүҙ юҡ. Ауыл эшсәндәре лә йәш белгестең башланғыстарын ҡеүәтләп, ҙур ихласлыҡ күрһәтеп, һөйрәлеүсе хужалыҡтан уртасалар рәтенә сығарырға булышлыҡ итә.
– Ауыл халҡының уңғанлығына, сабырлығына әле булһа аптырайым. Ул осорҙа күп кенә эш ҡул ярҙамында башҡарылды бит. Иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр баҫыу-фермаларҙан ҡайтып инмәнеләр, шәхси ихатаһын да бына тигән итеп тәрбиәләнеләр, – ти Радик Ғилметдин улы. – Әлбиттә, бөгөн һәр ерҙә заманса ҡоролмалар, ҡорамалдар ҡулланыла, ҡеүәтле техника баҫыуҙарҙы иңләй. Халыҡ тырыш булғанда ғына уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшергә була бит.
Баш агроном вазифаһын уға оҙаҡ тартырға тура килмәй. Йәш белгестең тырышлығын, оҫта ойоштороу һәләтен күреп, етәкселек уға тағы ла яуаплы һәм ауыр бурыс йөкмәтә – “Заветы Ильича” колхозына рәйес итеп тәғәйенләй. Яңы вазифаға Радик Ғилметдин улы ҙур ихласлыҡ менән тотона. Хужалыҡтың тын алышын яҡшы белгән хужа уны алдынғылар рәтенә сығарыуға күп көс һала. Тынғыһыҙ йән белемен камиллаштырыу өҫтөндә күп эшләй, Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлай. Буш ваҡыттарында махсус әҙәбиәтте өйрәнә, ғалимдар менән даими бәйләнештә була, райондың алдынғы һәм көслө хужалыҡтары тәжрибәһен күреп ҡайтырға ла тартынмай. Үҙе лә йәштәргә кәңәш-төңәшен бирергә ваҡытын йәлләмәй.
Уның етәкселеге осоронда ауылдар яңы төҫ ала, юлдар һалына, күперҙәр төҙөлә, яңы социаль объекттар сафҡа инә. Балалар баҡсалары, мәктәптәр шат тауыштарҙан яңғырап тора. Йылдар буйы ремонт күрмәгән һөтсөлөк фермалары, оҫтаханалар күҙгә күренеп үҙгәрә, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыла. Йәштәр ҙә хужалыҡ етәкселеге яғынан иғтибар һәм яҡлау тойоп, ҡалаға, сит тарафтарға сығып китергә ашҡынмай, ә нәҡ ауылда ҡалыуҙы хуп күрә, колхоздың йәмәғәт тормошонда әүҙемлек күрһәтә. Улар өсөн яңы йорттар төҙөлә, алдынғы хеҙмәткәрҙәр юллама менән ял йорттарында сәләмәтлеген нығыта. Урта мәктәпте тамамлаусы ҡыҙ һәм егеттәрҙең күбеһе колхозда эшкә ҡала, аҙаҡ ситтән тороп төрлө уҡыу йорттарын тамамлай. Бөгөн ана шул белгестәр райондың башҡа хужалыҡ­тарында тырышып хеҙмәт итә.
Эшләгән кешене һәр ерҙә лә ихтирам итәләр. Ҡасандыр артта ҡалған хужалыҡты алдынғылар рәтенә сығарған рәйестең эшмәкәрлеген республика етәкселеге лә күреп, уға юғарыраҡ вазифа тәҡдим итә. Уны башҡа районға хакимиәт башлығы итеп тә саҡыралар. Тик ғүмерен Федоровка райо­нына арнаған Радик Ғилметдин улы тыуған төйәген ташлап китергә батырсылыҡ итмәй. Ул төрлө йылдарҙа район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы урынбаҫары, район агросәнәғәт берләшмәһе рәйесе, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы вазифаларын башҡара. Булдыҡлы һәм оҫта етәксене һәр урында талапсан, ғәҙел, алсаҡ, донъяны, кешеләрҙе яратыуы, сәләмәт тормош алып барыуы өсөн ихтирам итәләр. Кешегә кешесә ҡарағас, кесене кесе, олоно оло итә белгәс, ауылдаштары ғына түгел, район халҡы ла Радик Ғилметдин улын яратып, “беҙҙең егет бит ул” тип маҡтап телгә ала.
Ғаиләһенән дә уңды Радик Ғилметдин улы. Ҡатыны Вәлиҙә Ғәбсаттар ҡыҙы район дауаханаһында өлкән шәфҡәт туташы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Күптәргә өлгө булырлыҡ Ишмөхәмәтовтар ике малай үҫтереп, уларҙы оло тормош юлына илтә. Бөгөн уларҙың һәр береһе матур итеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Ҡәҙерле олатай һәм өләсәй ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүгә лә ваҡыттарын йәлләмәй, ғаилә байрамдарын бергә үткәрергә тырыша.
Бына 12 йылдан ашыу Радик Ғилметдин улы Федоровка районы хакимиәте башлығы вазифаһы йөгөн тарта. Уны бөгөн иҡтисадтың күтәрелеше генә түгел, ә барыһынан да элек халыҡ аңының үҙгәреүе, төшөнкөлөктән һәм сараһыҙлыҡтан арыныуы, үҙҙәрен ерҙә хужа итеп тоя башлауҙары шатландыра. Федоровкалар ауыл хужалығын, һаулыҡ һәм мәғарифты үҫтереү буйынса милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Районда яңы төҙөлгән асфальт юлдар, күперҙәр, мәктәптәрҙе күреп, халыҡтың тормош сифаты яҡшыра барыуына инанаһың. Халыҡтың социаль именлеге, һаулығы, эш менән тәьмин ителеше, көнкүреш шарттарын яҡшыртыу мәсьәләләре урындағы властың яуаплылығына, эшлеклелегенә, бер команда булып эшләй алыу оҫталығына бәйле. Шуныһы һөйөнөслө: быларҙы булдырыуҙа, уны ойоштороуҙа район хакимиәте башлығы Радик Ғилметдин улы Ишмөхәмәтовтың өлөшө әйтеп бөткөһөҙ ҙур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507