Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йорттар ҡалҡһа, сабый тауыштары тынмаһа...
Йорттар ҡалҡһа,  сабый тауыштары тынмаһа... Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Урал аръяғында булды. Сибайҙа төбәк Башлығы көньяҡ-көнсығыш райондары һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары, эшҡыуарҙар, предприятие, ойошма етәкселәре менән осрашты. Билдәле булыуынса, тап Сибайҙа бынан бер-нисә йыл элек “Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһы” ҡабул ителгәйне. Әле ул 2020 йылғаса оҙайтылды, һөҙөмтәләр ҙә юҡ түгел.
– Алты йыл эсендә көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 10 меңдән ашыу кешегә эш урыны булдырылды, урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ярашлы 168 проект тормошҡа ашырылды, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына бүленгән грант, заемдарҙың өстән бер өлөшө Урал аръяғы эшҡыуарҙарына йүнәлтелде. Ауыл хужалығы тармағында ла күтәрелеш һиҙелә. Быйыл төбәктә гектар ҡеүәте уртаса 20 центнер, ә Әбйәлил районының “Красная Башкирия” хужалығында был күрһәткес – 60-100 центнер, – тине үҙ сығышында Рөстәм Зәки улы.
Республика Башлығы шулай уҡ төҙөлөш, юл, туризм буйынса ла үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе. “Киләсәктә берҙәм булғанда ғына ауырлыҡтарҙан сығыу юлын таба аласаҡбыҙ”, – тине ул.
Һуңғы йылдарҙа Сибай ҡалаһы төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Төбәк Башҡортостандың граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса адреслы программаһын тәүгеләрҙән булып тамамлай. Барлығы 47 йорт сафҡа ингән, 672 фатирҙа 1652 кеше өй туйлаған. Күптән түгел “Оптима-С” йәмғиәте туғыҙ ҡатлы тағы бер йортто файҙаланыуға тапшырған.
Бәхетленең байрамы бер көндә тигәндәй, Рөстәм Хәмитов ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған дүрт етемгә әлеге яңы йорттан фатир асҡыстары тапшырҙы. Әйткәндәй, Данис Ғәзимов үҙе лә ошо төҙөлөш компанияһында эшләй, шуға күрә үҙ ҡулдарым менән төҙөгән йортта йәшәйәсәгемә икеләтә шатмын, ти ул. Данис кәләше Рита менән Зарина исемле ҡыҙ үҫтерә. Ә Эрнест Хәйруллин иһә Эльвира исемле һылыу менән күптән түгел никах уҡытҡан. “Ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ, яңы тормошто яңы йортта башлайбыҙ”, – ти йәштәр.
Төбәк Башлығы йәштәргә изге теләктәрен еткереп, яңы йортта сабый тауыштарының тынмауын теләне.
Артабан Рөстәм Зәки улы эш сәфәрен Баймаҡ районында дауам итте.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509