Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош кемдең ҡулында?
Тормош кемдең ҡулында? Халыҡта йыш ҡына “Ҡайҙа тәгәрәй икән илебеҙ?” тигән һорау ишетелә. Өҫтәүенә үҙҙәренең тормош аһ-зары теҙелеп китә. Ғөмүмән, Ер шары ғына аяҡ аҫтында тәгәрәй, ә илде кеше үҙ иңендә алып бара. Донъя мәшәҡәте, ығы-зығыһы һәм әрәмтамаҡтар өйөлгән йөгө менән йәки уларһыҙ. Ләкин гел генә Бабич “Ҡыуан аңлап, әй, Ватан, беҙ аңланыҡ хәлеңде, һине һалып ҡулбашҡа, беҙ йөкләнек ғәмеңде” тигәнсә килеп сыҡмай. Ә һорау әле булһа яуабын эҙләгәндәй...

Аптырарлыҡ осраҡтар ҙа юҡ түгел шул. Һыңар аяҡлы күршең генә йыл һайын инвалидлығын оҙайтырға “дүкәминттәр” юллап йөрөһөн әле!.. Әйтерһең дә, уның шул аяғы үҫеп сығасаҡ. Етмәһә, күпмелер ваҡытҡа берҙе дауаханала ятып сығырға тейеш. Юғиһә пенсияһыҙ тороп ҡалыуы ихтимал. Формаль йәһәттән был аңлашы­лалыр ҙа, ләкин кеше башына һыймаҫлыҡ күренеш.
Шулай уҡ ҡайһы бер ололар үҙенә тейешле бушлай дарыуын ала алмай йонсой. “Әле берҙе лә биргәндәре булманы, “юҡ” тиҙәр ҙә ҡуялар, ә пенсиям ғына уны һатып алырға етмәй”, – ти улар. Ни генә тиһәң дә, һигеҙ мең һумды коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә, ашауға, кейемгә лә еткерергә кәрәк.
Кемде генә алма, һәммәһе лә аҡса мәсьәләһен күтәрә. Был йәһәттән бигерәк тә йәштәрҙе эшһеҙлек, фатирһыҙлыҡ мәсьәлә­һе борсой. Быларына иһә эскелек, наркомания эйәреп килә. Психологтар ошо проблемаларҙың үҙ-ара бәйле булыуын белдерә. Ә дүрт йыл бакалавриатта, ике йыл магистратурала уҡып, юғары белем алған йәш белгестәр кибеттә һатыу итергә, урам һеперергә юллана бирә. Һөнәр буйынса тәжрибә булмағас, ни ҡылаһың инде?! Бына быйыл ғына юғары уҡыу йортон тамамлаған өс таныш егет тә Яңы Уренгойға юлланды. Интернет селтәренә элгән фотоларына ҡарағанда, төҙөлөш фронтында хеҙмәт итәләр.
Беҙ белә-белгәндән кешеләр тәүҙә ут тәңреһенәме, ҡояшҡа йәки башҡаһынамы табынып йәшәгән. Ил башында торған кешеләрҙең дә үҙен “Алла” тип белдергәне табылған. Һуңғараҡ ул ярым Алла­ға, унан урынбаҫарына “әүерелгән”. Халыҡ иһә таш ташы­ған, пирамида төҙөгән. Ләкин кешелек үҫә килә ҡурҡып табынған, буйһонған бат­ша­ларының да ябай кеше икәнле­генә төшөнә башлаған. Шунда ла халыҡтың кемгәлер мохтаж булыуы, уға хеҙмәт итеүе дауам иткән. Бары крәҫтиәндәрҙе генә егә бир­гәндәр, буйһон­дорған­дар. Ә бер ваҡыт был хәлдең, йәнәһе, шулай тейешлеген белдереп, крепостной­лыҡ хоҡуғы булдырыла. Ул да халыҡ аңла­ғансыға тиклем дауам итә. Тик инде ваҡи­ғалар алмашыныуы тиҙәйә төшә, һәм күҙ асып йомған арала ошо хоҡуҡ та, унан батша үҙе лә түңкә­релә. Бар ғәм коммунизм төҙөргә керешә. “Бай­ҙар”­ҙың малдарынан хөкүмәт милке йыйыла. Колхоздар, артелдәр бар­лыҡҡа килә. Әммә шунда ла табыныу дауам итә. Рәми Ғарипов уны үҙенең “Табыныу” (“1937”) поэмаһында асыҡ итеп күрһәтә.
Яйлап хөкүмәт медицина, мәғариф өлкәләрендә ярҙамын күрһәтә, балалар баҡсаларын төҙөй. Бер заман Хрущев, биш ҡатлы йорттар һалып, күптәрҙе фатирлы итә. Йәш ғаиләләргә, белгестәргә яңы юлдар асыла. Ҡулына диплом алған ҡыҙ һәм егеттәргә эшкә йүнәлтмә, йәшәргә бүлмә бирелә. Тик быға яуап итеп кеше идеяға хеҙмәт итергә тейеш була. Идеяға тоғро ҡалыусыларға мөмкинлектәр икеләтә киңәйә.
Туҡһанынсы йылдар ғына яңы һулыш өрөп ҡуя. Кеше үҙе үк кемгәлер булған бәйлелеген өҙөргә теләй төҫлө. Тик бәғзеләр юғалып ҡала. Бөтә ауыл халҡы тиерлек хеҙмәт иткән колхоздар бөтә. Хатта берләштергән идея ҡыйралғас, кешеләр үҙҙәренең тарҡау икәнле­ген аңлағандай була, миңә ҡалһа.
Йәш быуын ошо шарттарға яраҡлашырға тырыша ла инде, ҡулай тип тапҡан мөмкинлектәрен барлай улар. Сағыштырып ҡара­ған­да иһә кешенең үҙаллы эшләүҙе хуп күреүе асығыраҡ сағыла башлай. Ҡалай ҙа халыҡ үҙе ошоға килә.
Уйлаһаң, бирелгән һорауға яуап та табылғандай. Йәғни хәҙер кеше үҙен үҙе ҡарай башлаһа, уның кемгәлер йәки нимәгәлер мохтаж­лығы ла кәмейәсәк. Тимәк, илебеҙ ҙә кешенең үҙаллылығына ҡарай атлай, тиер инем.
Ана, ауылдарҙа быны раҫлаған миҫалдар ҙа арта бара. Бюджет урындары ҡыҫҡартылып, кешегә эш кәмегәс, берәү фермер булып китә, икенсеһе диләнкәлә ағас ҡыр­ҡып көн күрә. Бәғзеләр иһә уларға яллана йәки сит тарафтарға юллана. Кем нимәгә һәләтле, шуның менән мәшғүл. Байҙар байый, фәҡирҙәр фәҡирләнеүен дауам итә. Бер шәхестең шундай һүҙҙәре бар: “Әгәр оҙаҡ итеп упҡынға ҡарап торһаң, ул һине йотасаҡ”.
Йәнә урамдарҙағы тут ҡуна башлаған һыу колонкалары тура­һында ла әйтеп китергә мөмкин. Ни генә тиһәң дә, күптәр йорт ихатаһында ҡоҙоғо булыуын хуп күрә. Үҙеңдеке булғанда, башҡала мохтажлығың кәмей бит. Бына, ҡояштан ғына энергия ала баш­лағанда, яҡтылыҡ менән яғыу­лыҡҡа ла түләүҙең ихтыяжы ҡалмаҫ, моғайын.
Республика Башлығы ла халыҡта эшҡыуарлыҡ һәләттә­ренең етмәүен белдергәйне. Йәштәрҙең ҡыймылдамауына әсенеп, аныҡ тәҡдимдәр ҙә индерҙе. Минең иҫтә ҡалғандарҙың береһе – балды сит илгә һатыуға сығарыу тураһындағы фекере. Хәҙер инде был тармаҡта әүҙем эш бара. Һуңғы арала шулай уҡ сифатлы ҡымыҙ етештереп, бизнес ҡорған, туризм өлкәһендә эшҡыуарлыҡ башлаған йәштәр ҙә күренә.
Ә быйыл үткән “Клязьмалағы маҡсаттар биләмәһе” Бөтә Рәсәй форумында Премьер-министр Дмитрий Медведев, уҡытыусылар менән социаль хеҙмәткәрҙәр, төп һөнәрҙәренә тәғәйен эш хаҡы етмәһә, башҡа өҫтәмә шөғөлдө үҙләштерә ала, тигән фекерен еткерҙе. Йәнә лә һүҙ бизнес тураһында ине. Аҡсаның әҙ түлә­неүенә килгәндә, был һөнәрҙәрҙе ул күңел талабы тип билдәләне. Ләкин бер көн килеп мәктәптәр хосусилаштырыла башлаһа, апты­рай­һы түгел. Сөнки өйөнә эйәреп ҡайтҡан ҡағыҙҙар өйөмөнән ҡотола алмаған кеше тағы ниндәй өҫтәмә эш тураһында уйлай алһын? Ә донъя көтөргә кәрәк. Был осраҡта тулыһынса башҡа шөғөлгә күсеү йәки, күңел талабы тигәндә, уҡытыу эшен бизнесҡа ҡороу ғына ҡулай күренә. Тик улайға китһә, ҡайһы бер һорауҙар борсоуға һала... Мәҫәлән, кем балаһына башҡорт телен уҡытыр өсөн аҡса түләргә әҙер булыр? Кем уны йәшәү, эшләү, аралашыу өсөн кәрәкле табыр? Ғәмәлдә туған тел һәм әҙәбиәт буйынса берәүҙең дә репетитор булып эшләгәнен күрергә тура килмәне. Бер мәл хатта баш ҡаланың китап магазиндарында йөрөп, бер әлифба ла таба алманым.
Хаҡлы ялға сыҡҡандарға килгән­дә, һуңғы йылдарҙа дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтары булдырылыуы мәғлүм. Тәүҙә улар бихисап ине, үҙҙәре өйҙән-өйгә йөрөп хеҙмәттәрен тәҡдим итте. Йәнәһе, кемдең нисә йыл һәм ҡайҙа эшлә­үенә ҡарап түләнәсәк. Әгәр һүҙҙәре ысын була ҡалһа, пенсияһы шулай уҡ һәр кешенең үҙенән торасаҡ.
Һүҙемде йомғаҡлап, бер хәҙисте иҫкә алам: Мөхәммәт пәйғәмбәргә берәү килгән дә ярлылығына зар­лана икән. Ләкин пәйғәмбәр оҙаҡ уйлап тормаған, бынан бишмәтен систереп, халыҡтан: “Бына, ошо кейемде кем ала?” – тип һораған. Шунда уның өсөн бер дирхам биреүсе табылған. Пәйғәмбәр иһә ярлыға ошо аҡсаны тоттороп, баҙарға балта алырға ебәргән. Тегеһе әйләнеп ҡайтҡас, балтаһын һаплаған. Өҫтәп: “Хәҙер урманға барып ағас йыҡ, һуңынан уны баҙарға сығарып һатырһың”, – тигән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518