Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡышын да һалһын тиһәң…
Ҡышын да һалһын тиһәң… Көндәр һалҡынайтыу менән ҡайһы бер шәхси хужалыҡтарҙағы тауыҡтар йомортҡа һалмай башлай. Ни өсөн шулай һуң? Ә бит баҙарҙа, супермаркет һәм аҙыҡ-түлек магазиндарында йыл әйләнәһенә йомортҡа була. Тимәк, ҡошсолоҡ фабрикаларында улар һала. Тәбиғәттә ҡоштар яҙ етеү менән йомортҡа һала башлай. Был сағында ҡояш йылыта, көндәр оҙая. Шуға ла ҡошсолоҡ фабрикаларында тауыҡтар өсөн “мәңгелек яҙ һулышы” булдыралар, тейешле шарттар тыуҙыралар.
Тауыҡтар тәҙрәһеҙ биналарҙа тотолһа ла, бында 14-16 сәғәт буйы яҡты, һауа температу­раһы ла 18 градус йылынан төшмәй. Тағы шуныһын әйтеү мөһим: фабрикаларҙа тауыҡ­тарҙы бер генә миҙгел (75-80 аҙналыҡ саҡтарына тиклем) тоталар. Һуңынан йә халыҡҡа һаталар, йә иткә оҙаталар. Шәхси хужалыҡтарҙа иһә улар 3-4 йыл тора. Йомортҡа һалып арығас улар, ҡағиҙә булараҡ, йөнөн ҡоя. Шуға ла ҡышын, әгәр тейешле шарттар тыуҙырылмаһа, аҙыҡ наҡыҫ, витаминһыҙ булһа, улар өшөй, бөтөнләй һалмай.
Әгәр һеҙ апрель айында тәүлекле себеш алһағыҙ, улар августа һала башлай. Шулай итеп, 75-80 аҙналыҡ, йәғни 13-14 айлыҡ булғансы йомортҡа килтерәләр. Был сәнәғәт хужалыҡтарында тормошҡа ашырып була торған хәл. Ә күпселек шәхси хужалыҡтарҙа ҡышҡы һалҡындарҙа, көндөң ҡыҫҡа ваҡытында уны атҡарыуы ҡыйын. Бының өсөн хужаға һарайҙы йылытырға, аҙыҡты төрләндерергә, витаминлы ҡушылмалар алырға, көн оҙонлоғон лампалар ярҙамында оҙайтырға кәрәк.
Шарттар тыуҙырыу нимәнән ғибәрәт? Әгәр йыл әйләнәһенә йомортҡа алам тиһәң, тауыҡтарҙың ҡышҡы һалҡындарҙы нисек үткәреүен уйларға кәрәк. Ҡоштарҙың торған урыны йылытыла, 4-5 тауыҡҡа бер оя ҡорола, төнәү өсөн кәртә (бер тауыҡҡа) 25 сантиметр иҫәбенән (иҙәндән 50 сантиметр бейеклектә) ҡуйыла. Һауа температураһы 5 градус йылылыҡтан да төшмәҫкә тейеш. Елһеҙ көндө тышта 15 градус һалҡында ла ҡоштарҙы сығарырға мөмкин. Ҡышын саф һауала йөрөткәндә организмда Д витамины барлыҡҡа килә, ул йомортҡа ҡабығының сифатына йоғонто яһай. Ныҡ һалҡын көндәрҙә тауыҡтарҙың, әтәстең кикерегенә, “алҡалар”ына ҡаҙ майы йәки вазелин һөртәләр.
Ҡоштарға йылынан тыш аҙыҡ төрлөлөгө лә кәрәк. Дөрөҫ һәм тулы, тейешле ашатыу ҙа мөһим роль уйнай. Хәҙер төрлө туҡлыҡлы һәм минераль ҡушылмалар һатыла. Ҡышын тауыҡтарҙы кәмендә өс тапҡыр ашатырға кәрәк. Бигерәк тә витаминлы аҙыҡтарға иғтибар итеү мөһим: кишер, ҡабаҡ, сүпрәле аҙыҡтар, шыттырылған бойҙай, арпа… Йәйге кесерткәндән миндек әҙерләп ҡуялар.
Шыттырылған иген бигерәк тә файҙалы. Ҡышын йәшел ризыҡ үҫтереү өсөн һоло яҡшы. Арпа, бойҙай, аҙыраҡ арыш та ярай. Игенде һауыттың алтынан бер өлөшөнә һалалар ҙа һыу ҡоялар. Ул игенде 5-6 сантиметр ҡаплап торорға тейеш. Һауытты 16-18 градус йылылыҡтағы яҡты бүлмәлә 36-48 сәғәткә урынлаштыралар. Шунан һуң игенде ҡомло йәшниктәргә һибәләр, ҡалынлығы 2-3 сантиметр булырға тейеш. Йәшниктәрҙе кәштәләргә теҙәләр. Шытымдарға көнөнә өс-дүрт тапҡыр һыу һибәләр. Ҡоштарҙы ашатыу өсөн үҫкән һабаҡтарҙы тәүҙә ете-ун көндән һуң киҫәләр. Йәшел масса тағы үҫкәс, уны тамыры менән бергә тауыҡтарға бирәләр.
Ҡышын тауыҡтар нәҙек кенә ҡабыҡлы йомортҡа һала. Хатта пленка менән генә ҡапланғандары ла була. Был инде аҙыҡта витаминдарҙың аҙ икәнлеген күрһәтә. Тауыҡтарға ҡабырсаҡ, онталған йомортҡа тышы, ҡом бирергә кәрәк. Улар аҙыҡты эшкәртеүгә булышлыҡ итә.
Көндәр һалҡынайтҡас та, ҡышын да ҡайһы бер тауыҡ йомортҡа ашай. Был аҙыҡта аҡһым юҡлыҡтан, аҙ булыуҙан килә. Хатта һуңынан аҡһымлы ҡушылмалар бирһәң дә, йомортҡа суҡыу тауыҡтың ғәҙәтенә инеп китеүсән. Шуға ла ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ биреүҙе көйләү көҙҙән үк башлана.
Тауыҡтар күпселектә төшкә тиклем һала. Өйҙә булһағыҙ, йомортҡаны һәр ике сәғәт һайын алырға кәрәк. Аҫтын алыштырып торһағыҙ, йомортҡалар бысранмай. Аҙыҡты аҡһым менән тулыландырыу өсөн ашағандан һуң ҡалған балыҡ, ит ҡалдыҡтарын, ҡалған ашты бутауға ҡушыу яҡшы.
Ашар өсөн йомортҡаны 0-20 градус йылылыҡта һаҡлайҙар. Һыуытҡыста ул оҙаҡ тора, ләкин айҙар буйы тоторға кәңәш ителмәй.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840