Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Быҙауға… йомортҡа!
Быҙауға… йомортҡа! Яңы тыуған быҙауҙы ҡарауҙан, ауырыуҙарҙан һаҡлауҙан да яуаплыраҡ эш юҡтыр. Быҙауҙар бигерәк тә эс китеүҙән йонсой. Был осраҡта, ауырый башлағас та, һөт биреүҙе яртылаш кәметәләр. Ҡайнаған һыу күләмен арттырып, ашатҡандан һуң ике сәғәт үткәс эсерәләр. Шулай уҡ һөткә ҡаты итеп сәй яһап ҡушалар – ярты литрға бер стакан.


Ауырыу күҙәтелһә, боронғо ысулды ҡулланырға мөмкин. Картуф крахмалын бер стакан ҡайнаған һыуға һалып болғаталар ҙа быҙауға эсерәләр. Оҙаҡҡа һуҙылған осраҡта бер литр ҡайнаған һыуға (40-50 градусҡа тиклем һыуытҡас) 10 грамм аш тоҙо һәм ике йомортҡа һалып болғаталар ҙа һөт эсерер алдынан ярты сәғәт элек бирәләр. Ғөмүмән, йомортҡа йәш организмды нығытыуҙа баһалап бөткөһөҙ файҙалы. Аҡһым сығанағы булараҡ, уны йыш ҡулланһаң да ҡамасауламай. Мәҫәлән, йоморт­ҡаның ҡабығын иҙеп (эсе менән бергә), бер эсерерлек һөткә ҡушып бирһәң дә файҙалы. Был осраҡта яйлап көнөнә өс йомортҡаға тиклем арттыралар.
Ошо кәңәш тә ҡамасауламаҫ: бер литр ҡайнаған һыуға ике сәй ҡалағы аш тоҙо һалалар ҙа ике йомортҡа һыталар. Бындай һыуҙы эсерһәң, быҙауҙың организмы нығыныр, ауырыуҙарға бирешеп бармаҫ.
Быҙауҙың организмын нығытыу өсөн һыйырҙың тәүге һөтөн – ыуыҙын алыштырырлыҡ ҡатнашма ла әҙерләп була. Бының өсөн һөттөң 100 миллилитр ҡаймаҡлы өлөшөн алалар ҙа 200 миллилитр ҡуйы сәйгә һалалар, бер йомортҡа һыталар, 100 грамм шәкәр ҡомо болғаталар. Был ҡатнашма бер юлы эсерелә.
Быҙауҙың организмын нығытыу, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында тағы бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.
Йомортҡа-бал ҡатнашмаһы. Бер литр ҡайнаған һыуға 40 грамм бал, 10-15 грамм аш тоҙо һәм дүрт йомортҡа һа­лынып болғатыла. Ауырыу быҙауҙарға кө­нөнә ике тапҡыр 250-шәр грамм бирелә.
Шәкәр-йомортҡа ҡатнашмаһы түбәндәгесә әҙерләнә: ике стакан ҡайнаған йылы һыуға ике йомортҡа һыталар, 20 грамм шәкәр, 10 грамм аш тоҙо һалалар. Ҡатнашманы ауырыу, хәлһеҙ йәш быҙауға 250-300 миллилитрлап 2-4 көн буйы эсерәләр.
Яһалма ыуыҙ. Бер литр яңы һауылған һөткә 15 миллилитр балыҡ майы, 10 грамм аш тоҙо һалына һәм өс яңы ғына һалынған йомортҡа һытыла. Ныҡлап болғатҡас, быҙауға тулыһынса эсерәләр.
Имән ҡайырыһы быҙауҙың эсе кит­кәндә файҙалы. Ҡабыҡты йәш имәндән яҙын, ботаҡтарҙа һут йүгергән саҡта һыҙырып киптерәләр. Ҡатнашма әҙер­ләгәндә уны ваҡлайҙар, бер литр һыуға 80-100 грамм иҫәбенән һалып, 10 минут ҡайнаталар. Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсерәләр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 062

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 426

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 957

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 609

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 216

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 440

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505