Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һалҡындар башланғанын көтмә
Һалҡындар башланғанын көтмә Сентябрҙә бал ҡорттары ҡышҡа тамам әҙер була. Йәйге осорҙа йыйылған аҙыҡ запасын кәметмәү маҡсатында уларҙың осоуы ҡырҡа һирәгәйә. Кейәлә һаҡсы ҡорттар һаны арта, һәм улар үҙ эшенә көнөн дә, төнөн дә иғтибарҙы кәметмәй.


Инә ҡорт бала һалыуҙан туҡтай. Шарттарҙың үҙгәреүенә ҡарап, был осор айҙың төрлө ваҡытына тура килеүе ихтимал. Быйылғы йәш инәләр, ҡарттары менән сағыштырғанда, аҙна-ун көнгә йомортҡаны оҙағыраҡ һала. Әгәр умарталыҡ тирәһендә бер аҙ һут бүлеүсе һуңғы сәскәләр булһа, инә ҡорттоң йомортҡа һалыуы, ә эшсе ҡорттарҙың бала тәрбиәләүе оҙағыраҡ (уртаса айҙың беренсе яртыһында) дауам итә. Июлдә тыуып, ҡышлауға ҡалған оло бал ҡорттары яҙға саҡлы йәшәмәй, көҙгө һәм ҡышҡы осорҙа үлә.
Август һәм сентябрҙә тыуған үрсем генә яҡшы ҡышлай. Ҡыш­ҡылыҡҡа ҡалған күс йәйгеһенән ныҡ айырыла. Әгәр йәйге осорҙа эшсе ҡорт 30-40 көн йәшәһә, ҡышҡа ҡалғаны 250-300 көн йә­шәй. Уларҙың былай оҙаҡ йә­шәүе бала тәрбиәләүҙә, аҙыҡ әҙерләүҙә һәм башҡа эштә ҡатнашмауҙары менән аңла­тыла. Ҡышҡа ҡалған ҡорттар, йәйгеләре менән сағыштыр­ғанда, кәүҙәгә ҙурыраҡ, эске ағзаларында май тупланыу сәбәпле, һимеҙерәк була. Ҡыш­лаусы ҡорттарҙың тәнендә һыу ҙа аҙыраҡ була.
Быны аңлаған умартасылар күберәк йәш үрсем алыу маҡса­тында бал ҡорто ғаиләләрен емләүҙе был айҙа ла дауам итә. Шуны ла оноторға ярамай: быйыл тыуған үрсем кәмендә бер тапҡыр осош яһарға тейеш. Ҡыш иртә килеп, һуң тыуған бал ҡорттары осош яһай алмаһа, улар ҡышлап сыға алмай, үлә. Башҡортостан шарттарында бал ҡорттарының һуңғы осошо уртаса 15 октябргә тура килә. Шуның өсөн инә ҡорттоң 10-15 сентябрҙә бала һалыуҙан туҡтауын тәбиғи хәл тип ҡарарға кәрәк.
Ҡайһы бер умарталыҡтарҙа аҙыҡ запасын шәкәр шәрбәте иҫәбенә тулыландырырға тура килһә, был эште 10 сентябрҙән дә һуңламай башҡарырға кәрәк, сөнки ул бал ҡорто ғаи­ләһенең тормошона тығыҙ бәйләнгән.
Был айҙа эшсе ҡорттар ояның уртаһында, кәрәҙҙәрҙең аҫҡы өлөшөн балдан таҙартып, ҡышҡылыҡҡа күс өйөрөнә урын әҙерләй. Умартаға ел, һалҡын һауа инмәҫлек итеп, кейәне һәм ояның тирә-яғын елем менән һылай. Тыныс һәм ҡояшлы көндөң икенсе яртыһында йәш ҡорттарҙың тирә-яҡ менән танышыу һәм үҙләште­релмәгән аҙыҡ ҡалдыҡтарынан таҙарыныу маҡсатында умарта тирәһендә күпләп осоуын күҙәтергә мөмкин. Был саҡта умартасылар һәр күсте ентекләп ҡарап сыға.
Ҡайһы бер умартала, йәш үрсем сығып бөткәс, буш кәрәҙҙәрҙе баллылары менән алмаштырырға һәм, күстең көсөнә ҡарап, рамдар һанын кәметергә тура килә. Ҡорт елеме һәм балауыҙ менән ныҡ ҡапланған киндер япмаларҙы таҙаларына алмаштыралар, умар­таға сысҡан инмәһен өсөн кейә­ләргә сел­тәрле тимер япма ҡуялар. Бал ҡорто ғаиләләрен ҡышҡы­лыҡҡа әҙерләп бөткәс, буш умар­таларҙы, кәрәҙҙәрҙе ҡышҡа һаҡлау урындарына урынлаштыралар.
Тәүҙә һәр рам бал ҡорто елеменән, һуңынан балауыҙ һәм ҡорт тиҙәге эҙҙәренән ентекләп таҙартыла. Шунан һуң кәрәҙле рамдар төркөмдәргә бүленә: тулы һәм аҙ баллы рамдар, төп бал йы­йыу осоронда ҡулла­нылған, быйыл төҙөлгән сифатлы кәрәҙ һәм иретеп балауыҙ алырға тәғәйен­ләнгән сифатһыҙ кәрәҙҙәр үҙ урындарына айырып ҡуйыла. Кәрәҙҙәр һандыҡтарҙа йәки умартала яҡшы һаҡлана.
Балауыҙ көйәһе булған умар­талыҡтарҙа һаҡлауға ҡуйылған кәрәҙҙәрҙе, бер-береһенә тейҙер­мәйенсә, ара ҡалдырып урынлаштырыу яҡшы. Был осраҡта балауыҙ көйәһе ҡарышлауыҡ­тары зарар­ланған кәрәҙҙән зарарланма­ғанына тиҙ генә күсә алмай. Балауыҙ ҡарышлауыҡ­тарын үлтереү маҡсатында бал ҡорто баҙҙарында, кәрәҙ һаҡ­ланған келәттәрҙә һәр кубо­метрға 120-150 грамм иҫәбенән көкөрт яндырыла. Уны яндыр­ғанда газы умартасының сәлә­мәтлегенә зыянлы булыуын һәм янғын сығып китеү ихтимал­лығын да иҫтән сығарырға ярамай.
Кәрәҙле рамдарҙы таҙартып, төркөмдәргә бүлеп, балауыҙ күбә­ләгенән, сысҡандарҙан һаҡ­лауҙы ойоштороу – бик мәшә­ҡәтле һәм кисектергеһеҙ эш. Ун ике рамды таҙартып һаҡлауға ҡуйырға ярты сәғәт самаһы ваҡыт китһә, йөҙ күсе булған умарталыҡта был эшкә аҙна-ун көн ваҡыт үтә.
Һаҡлауға ҡуйылған кәрәҙ­ҙәр­ҙең корпустарына, ҡайҙа ниндәй рамдар һаҡланыуын күрһәтеп аҡбур менән яҙып сыҡһаң, яҙғы һәм йәйге осорҙа кәрәкле рамдарҙы алып файҙаланыу умартасының эшен тиҙләтәсәк.

И. ШАФИҠОВТЫҢ
“Бал ҡортоноң наҙы бар” китабынан.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518