Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алдан иҫкәртеү файҙалыраҡ
Рәсәй Хөкүмәте өс йәшкә тиклемге зәғиф һәм һүлпән үҫешеүсе балаларға ярҙам итеү буйынса 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән концепция проектын хупланы. Ғаиләләргә медик, социаль һәм методик булышлыҡ сараларын билдәләгән был документ ҡайһы бер сирҙәрҙең эҙемтәләрен еңеләйтеүгә, шул иҫәптән сабыйҙарҙы инвалидҡа әйләнеүҙән һаҡлауға, ата-әсәләрҙең һаулығы насар булған балаларынан баш тартыуы осраҡтарын кәметеүгә йүнәлтелгән, ти белгестәр.


– Кескәйҙәрҙең тәүге аҙымдары өлкәндәрҙең күңелендә шатлыҡ ҡына тыуҙырһын ине, – тине ил Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев. – Дәүләт яғынан да, йәмғиәт тарафынан да яҡлау булырға тейеш. Кешегә бәләкәй саҡтан уҡ медицина ярҙамы күрһәтеү бик яҡшы һөҙөмтәгә өлгәштерә, күп кенә проблемаларҙан аралай, ауырыуҙарҙы еңеүҙән тыш, башҡа социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә лә мөмкинлек тыуҙыра.
“Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илебеҙҙә балаларҙың 2 проценты инвалид, улар араһында психик ауырыуҙар – 22,8, тән ағзалары тыумыштан зәғиф булғандар – 20,6, нервы системаһы сирҙәренән яфаланыусылар 20 процент тәшкил итә. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилиндың әйтеүенсә, яңы тыуған сабыйҙың һаулығында ниндәй проблемалар барлығын асыҡлап, дауалау сараларын билдәләгәнсе бик күп ваҡыт уҙа, сөнки был йүнәлештәге эште көйләүсе система, берҙәм ҡараш юҡ. Концепция проектында шуға ла “медицина, мәғариф һәм халыҡты социаль яҡлау өлкәләре белгестәре балала ниндәйҙер хәүефле сирҙең эҙҙәрен күргәс тә иртә ярҙам хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итергә тейеш” тиелгән. Ундай тәғәйенләнештәге бүлексәләр тиҙҙән төбәк ведомстволары ҡарамағында барлыҡҡа киләсәк.
Һәр инвалид балаға айырым ҡараш булдырып, уларҙың сәләмәтлеген генә түгел, төрлө яҡлап үҫешен тәьмин итеүҙе күҙ уңында тотҡан программа өс йәшкә тиклемгеләрҙе хәстәрләү менән сикләнмә­йәсәк. Максим Топилин киләсәктә иртә ярҙам системаһын камиллаштырып, әгәр кәрәк икән, физик мөмкинлектәре ҡайтыш булғандар менән эште ете-һигеҙ йәшкәсә алып барыу мөһимлеген билдәләне.
Концепцияны тормошҡа ашырыу өсөн аҡса “Уңайлы мөхит”, “Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү”, “Белем биреүҙе үҫтереү” һымаҡ дәүләт программаларына ярашлы бүленәсәк. Өҫтәмә финанс сығымдары ла талап ителеүе мөмкин, әлбиттә. Әлегә Рәсәй Премьер-министрының тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйыуы, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының башҡа ведомстволар менән берлектә аныҡ саралар планын төҙөүе көтөлә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516