Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалманы
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова Ейәнсура һәм Баймаҡ райондарында эш сәфәрендә булды.

Ейәнсурала депутат “Реаль эштәр” проектына ярашлы төҙөкләндерелгән объекттарҙа эш барышы менән танышты. Атап әйткәндә, ул Мәмбәтша һәм Юнай ауылдарындағы клубтарҙы ҡарап сыҡты. Бында халыҡтың үтенесе буйынса биналарҙың ҡыйығы алмаштырыла. Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы, “Реаль эштәр” программаһы халыҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү мөмкинлеген бирә, тип билдәләне һәм барыһын да ошо проектта әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.
Баймаҡ районының Ишмөхәмәт һәм Ишмырҙа ауылдарында депутат халыҡты ҡабул итте. Осрашыуҙа социаль-мәҙәни объекттар төҙөү, ғәмәлдәгеләрен төҙөкләндереү, эшкә урынлашыуҙа, торлаҡты йүнәтеүҙә, балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре күтәрелде. Йомабикә Ильясова бер мөрәжәғәтте лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы, һорауҙарға аныҡ яуап бирҙе. Дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары ҡатнашлығын талап иткән мәсьәләләр депутат тарафынан контролгә алынды.


Ипотека алам тиһәң…


Бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалманы Республикала ипотека кредиттары буйынса өҫтәмә субсидиялау ғәмәлгә индерелә.

Проект федераль програм­маға ярашлы бирелгән кредиттар буйынса ипотека процент ставкаһын йылына 10 про­центҡа тиклем өҫтәмә субсидиялау иҫәбенә яңы төҙөлгән торлаҡҡа дәғүә итеүселәр һанын арттырыуға йүнәлтелә. Өҫтәмә субсидиялау быйыл 1 июндән бирелгән ипотека кредиттарына ҡағыла.
Бындай хоҡуҡҡа “Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ” программаһында ҡатнашыусылар ғына эйә. Улар – торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар сифатында иҫәптә торғандар, 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр, мохтажлыҡ кисереү-кисермәүгә, күсемһеҙ милке булыу-булмауға ҡарамаҫтан, бәлиғ булмаған ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр.


Төҙөлөшкә рөхсәт юҡ!

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ауылы янындағы Өфө йылғаһында рөхсәтһеҙ төҙөлгән ҡоролманы һүтеүгә өлгәште. Нуриман район суды ошондай ҡарар ҡабул итте.

Тикшереү барышында асыҡланыуынса, дамба рекреация эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү өсөн ҡуртымға бирелгән ерҙә проектһыҙ төҙөлгән. Һыу объектын ошондай маҡсатта файҙаланыу тураһында ҡарар ҙа булмаған. Законһыҙ ҡоролманы төҙөү йылға ярының һәм төбөнөң үҙгәреүенә килтергән.
Әле министрлыҡ суд ҡарарының тейешенсә үтәлешен контролдә тота.


Бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалманы Ураҡ тамамлана

Республикала иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу тамамланып килә. Әле сәсеү майҙандарының 95 проценты (1,697 миллион гектар самаһы) сабылған, 94 проценты (1,682 миллион гектарҙан ашыу) һуғылған.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә гектарынан уртаса уңыш 18,9 центнер тәшкил итә, әле 3,184 миллион тонна иген йыйылған. Әле нигеҙҙә яҙғы бойҙай, арпа, ҡарабойҙай баҫыуҙарында эш ҡайнай. Яҙғы бойҙайҙың уңышы – гектарынан уртаса 18,3, арпаныҡы – 19,7, ҡарабойҙайҙыҡы – 10,7 центнер.
Быйыл иң юғары уңыш кимәле Саҡмағош районында (гектарынан 30,6 центнер) күҙәтелә. Иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы Стәрлетамаҡ районы аграрийҙары мул йыйған – 151 мең тоннанан ашыу.


Суд приставтары ҡабул итә

29 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 8-гә тиклем Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы һәм уның структур подразделениелары хеҙмәткәрҙәре Граждандарҙы берҙәм ҡабул итеү көнө үткәрә.

Сараның маҡсаты – суд ҡарарҙарының, башҡа органдар акттарының үтәлеше мәсьәләһе буйынса халыҡтың мәғлүмәт алыуға хоҡуғын тормошҡа ашырыу, судтарҙың билдәләнгән эшмәкәрлек тәртибен тәьмин итеү, шулай уҡ граждандарға ошо өлкәлә юридик ярҙам күрһәтеү.
Идаралыҡ аппаратының вазифалы кешеләренә 273-58-05, 273-16-46, 273-59-97 телефондары аша алдан яҙылырға мөмкин. Суд приставтарының территориаль бүлеге менән бәйләнешкә инеү буйынса мәғлүмәтте идаралыҡтың http://r02.fssprus.ru рәсми сайтында табырға була.
Сараға килгәндә үҙегеҙ менән шәхесте йәки вәкәләттәрҙе раҫлаған документ алыуығыҙ һорала.


Һорауҙарығыҙ булһа...

2 сентябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем Ғафури районы хакимиәте бинаһында (Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2а, 306-сы бүлмә), шулай уҡ көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем Ауырғазы районы хакимиәте бинаһында (Талбазы ауылы, Ленин урамы, 84) Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Мөьмин улы Латипов граждандарҙы ҡабул итә.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840