Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Алтын һуҡмаҡ” бергә һалына
“Алтын һуҡмаҡ” бергә һалына Ағастан һары япраҡ өҙөлөп төшөп гәрәбәләй әкрен генә ергә ята. Гүйә, йәйҙең күҙ йәше тама. Хакимлыҡты көҙгә тапшырыр сәғәте һуға уның...

Йомарт йәйҙең саф һауаһынан, ҡыҙыу ҡояшынан, йылы һыуынан оҙаҡҡа етерлек дәрт-дарман алған балалар “алтын һуҡмаҡ”ҡа ышаныслы баҫа. Алда – яуланыр яңы үр, күҙҙәрҙә – осҡон, йөрәктәрҙә – ялҡын. Белем усаҡтары ла әллә ҡайҙан балҡып, саҡырып торғандай.
Эйе, республикала уҡыусыларҙың “икенсе йорто”нда уңайлыҡтар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бүленә хәҙер. Мәктәптәрҙе заманса йыһаздар, яңы технологиялар менән тәьмин итеү өҫтөнә бинаның, биләмәнең барлыҡ талаптарға яуап биреүе шарт. Киләсәк быуын вәкиле сифатлы белем алырға, һәләттәрен үҫтерергә, сәләмәтлеген һаҡларға тулы хоҡуҡлы. Ошо йәһәттән һуңғы осорҙа бер сменала уҡыуға күсеү зарурлығы көнүҙәк мәсьәлә булып ҡалҡты.
– 2025 йылға тиклем республика мәктәптәрендә уҡыусылар өсөн 90 меңдән ашыу яңы урын булдырыу планлаштырыла, – тине күптән түгел үткән республика мәғариф кәңәшмәһендә төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Эш биналарға капиталь ремонт үткәреү иҫәбенә лә башҡарыласаҡ. Һөҙөмтәлә был бер сменала уҡыу режимына күсеү мөмкинлеген бирәсәк.
Быйыл ошо эште тормошҡа ашыра башлау маҡсатында федераль һәм республика ҡаҙналарынан тейешле аҡса бүленгән. Етәкселек шул уҡ ваҡытта уҡытыуҙың сифатына талапты арттыра бара. Кәңәшмәлә әйтелгәнсә, мәктәптәрҙең статусы аныҡ эш һөҙөмтәһенә ҡарап билдәләнергә тейеш. Белем сифатын баһалауҙың комплекслы системаһын булдырыу ихтыяжы тыуҙы. Унда БДИ-ның һәм дәүләт аттестацияһының йомғаҡтары ғына түгел, ә башҡа күрһәткестәр ҙә – Бөтә Рәсәй тикшеренеү эштәре, милли, халыҡ-ара рейтингтар, педагогтарҙың төрлө яҡлы эшмәкәрлеге һәм башҡалар – иҫәпкә алынырға тейеш.
Республика Башлығы әйтеүенсә, төрлө йүнәлештәр буйынса төбәк мониторингы ла ойошторорға кәрәк. Бындай эш илдең байтаҡ субъектында уңышлы тормошҡа ашырыла. “Мәғариф министрлығы, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты, педагогия университеты хеҙмәткәрҙәренә ошо тәжрибәне өйрәнергә, уҡыу процесының иң мөһим һыҙаттарын баһалау һәм анализлау системаһын булдырырға, алынған һөҙөмтәне уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу, һөнәри квалификацияһын күтәреү ниәтендә ҡулланырға кәрәк”, – тигән бурыс ҡуйҙы педагогик йәмғиәткә Рөстәм Хәмитов.
Электрон белем биреү ҙә заман мәғарифы алдындағы төп маҡсат булып ҡала. Был йүнәлеште үҫтереү йәһәтенән концепция ҡабул ителһә лә, башланғыс тейешенсә нығынып китә алмай. Ә электрон белем биреү иҡтисадтағы һәм социаль тармаҡтағы заманса үҙгәрештәрҙең нигеҙе булып торорға, заман технологияларын яҡшы белгән юғары квалификациялы кадрҙарға ихтыяжды тулыландырырға тейеш. Ләкин әле республикалағы 200 ауыл мәктәбендә Интернет селтәре юҡлығы, төбәктәге уҡыу йорттарының 13 процентында ғына электрон белем биреү буйынса инновациялы эшмәкәрлек алып барылыуы “йөк”тө бер урында тапандыра. Мәсьәләне яйға һалыу, дәртләндереү маҡсатында быйыл Башҡортостан Башлығының дөйөм суммаһы 30 миллион һумлыҡ гранты булдырылды. Уға электрон белем биреү йәһәтенән ҡаҙанышҡа өлгәшкән мәктәптәр дәғүә итә ала.
Шул уҡ ваҡытта, заман технологиялары ни тиклем алға китеүенә ҡарамаҫтан, мәғарифтың төп таянысы уҡытыусы булып ҡала. Педагог хеҙмәтенең ни ҡәҙәр ауыр, яуаплы икәнлегенә белем биреү тармағына талаптар арта барған һайын нығыраҡ инанабыҙ. Республикала был һөнәр эйәләренең дөйөм һаны тиҫтәләрсә мең иҫәпләнә. Мәктәптәрҙә генә 30 меңдән ашыу педагог ғилем нуры өләшә. Балалар кеүек улар ҙа бөгөн “алтын һуҡмаҡ”ҡа сикһеҙ дәрт-дарман, яңы маҡсаттар менән аяҡ баҫа.
...Аҡ ниәтле яңы тормош башлана. Һуҡмағы, бәлки, бормалы-бормалы булыр уның. Шулай ҙа хаҡлыҡтан, дөйөм маҡсаттан ситкә китмәй, оло юлға яңы көс-ғәйрәт өҫтәп ҡушылһын.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840